Оло Ҡалпаҡ — һыуҙан сығып торған текә ҡая. Иглин районындағы Ағиҙел йылғаһының уң ярында[1], Охлебинин ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан бер саҡрым ярым алыҫлыҡта ята. Яҡында Охлебинин гипс мәмерйәһе һәм Охлебинин археология комплексы урынлашҡан[2][3]. Кесе Ҡалпаҡ ҡаяһы менән бергә Охлебинин ҡаяларына — Ҡалпаҡтарға ҡарай[4].

Оло Ҡалпаҡ
Иң бейек нөктәһе
Абсолют бейеклеге120 м 
Урынлашыуы
54°31′16″ с. ш. 56°20′50″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашкортостан
РайонИглин районы
Рәсәй
Красная точка
Оло Ҡалпаҡ
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Оло Ҡалпаҡ
Ҡурсаулыҡ зонаһы
Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы
Категория МСОП III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Профиль геологик, геоморфологик
Майҙаны 6,3 га
Ойошторолған ваҡыты 17 август 1965 йыл
 Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡая түбәһе йылға өҫтөндә 120 м бейеклектәге ҙур таш менән тамамлана. Текә ярлау Ағиҙел йылғаһы буйлап ҡаялы кристалл тоҡомдарҙы яланғасландыра, ҡая ҡатламында ҡалынлығы яҡынса 30 м булған ангидриттар ята. Улар өҫтөндә — аҡ һәм аҡһыл һоро балсыҡ; геологик планда — Пермь системаһының Көңгөр ярусы Ирән свитаһы ултырмаларының карбонатлы-сульфатлы литофацион комплексының тәбиғи киҫелеше. Ҡаялы яланғаслыҡтар Рязань-Охлебинин валына тура килә[5]. Ҡая доломит ҡатламдарынан торған гипс һәм ангидриттарҙан тора, уларҙа төрлө брахиоподтар табылған.

Битләүҙәрҙә ныҡ ел, ҡыуышлыҡтар күренә, ярыҡтар бар.Ҡая түбәһе үҫемлектәр донъяһынан мәхрүм. Ҡаяның дауамы булып торған арҡала зәғиф имән ағастары үҫә. Ярыҡтарҙа ваҡ япраҡлы йүкә ағастары, йомшартыусы өҫпейелек һәм селек осрай. Ҡая эргәһендәге ҡылғанлы-төрлө үләнле далала кәрлә дала сейәһе таралған, үлән япмаһы еҫле балтырғандан, һырылыусан аҡтамырҙан, мәтрүшкәнән, ер еләгенән һ.б. ғибәрәт. Оло Ҡалпаҡты ике яҡтан сикләгән йырындар ваҡ ағастар менән, йырындарҙың тышҡы ҡаштары сәтләүек ағасы, муйыл, балан менән ҡапланған[6]. Майҙандың күп өлөшөндә йәш имән, ҡарама, йүкә, йыланан торған ҡатнаш урмандар һәм ҡаурый ҡылғанлы ҡоро болондарҙың ҙур булмаған участкалары таралған. Түбәндәрәк битләү буйлап таҙа йүкәлек участкалары бар. Урмандарҙа һирәк осраған реликт үҫемлек — өсҡалаҡ күксин осрай.

Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы ғилми, уҡыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә булған төбәк тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. БОЛЬШОЙ КОЛПАК, скала. bashenc.onlineДата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 23 марта 2022 года.
  2. ОХЛЕБИНИНСКИЙ АРХЕОЛОГИЧЕСКИЙ КОМПЛЕКС. bashenc.onlineДата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 21 марта 2022 года.
  3. Павел Распопов. Пещера Охлебининская, село Охлебинино и их окрестности. УраловедДата обращения: 23 марта 2022.
  4. Охлебининские скалы-колпаки. Русское географическое общество (25 ноября 2016). Дата обращения: 23 марта 2022.
  5. Энциклопедия Башкирии → БОЛЬШОЙ КОЛПАК. ufa-gid.comДата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 4 апреля 2022 года.
  6. Энциклопедия Башкирии → БОЛЬШОЙ КОЛПАК. ufa-gid.comДата обращения: 23 марта 2022. Архивировано 4 апреля 2022 года.