Охлебинин гипс мәмерйәһе
Охлебинин гипс мәмерйәһе (шулай уҡ Охлебинин мәмерйәһе)[2][3] — Башҡортостандың Иглин районы территорияһындағы карст гипс мәмерйәһе. Охлебинин ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 3,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында Аҡташ ҡаяһында урынлашҡан[4]. Яҡында Охлебинин археологик комплексы урынлашҡан.
Охлебинин гипс мәмерйәһе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Иглин районы |
Тәрәнлеге | 18 м |
Амплитуда | 32 м |
Оҙонлоғо | 146 м |
Күләме | 21 100 м³ |
һыйҙырышлы тоҡомдар | гипс |
Мәмерйәгә инеү юлы | 1 |
Ҡурсаулыҡ зонаһы | |
Охлебининская гипсовая пещера[1] | |
Категория МСОП | III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) |
Профиль | геологический, геоморфологический |
Майҙаны | 5,0 га |
Ойошторолған ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Охлебинин гипс мәмерйәһе Викимилектә |
Мәмерйә Башҡортостанда ер аҫты һыуҙары[5] көҙгөһө асылған һәм гипс ер өҫтөнә сыҡҡан[6] берҙән-бер урын булғанға күрә билдәле. Башҡортостанда ҙур күләмдәге гипс мәмерйәләренең береһе.
Тасуирлама
үҙгәртергәОхлебинин мәмерйәһе Эҫем йылғаһы тамағынан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң ярында Көңгөр ярусы гипстарында урынлашҡан[7]. Мәмерйә төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай һуҙылған, оҙонлоғо 146 м,, майҙаны — 5410 м², ҙурлығы — 21100 м³, тәрәнлеге — 18 м. Мәмерйәгә инеү урыны диам. 50 метрҙан ашыу, үҙәнгә текә төшөүсе 12 метр тәрәнлектәге карст упҡыны төбөндә урынлашҡан һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле текә ауыш галереяға күсә. Галерея иҙәне таш киҫәктәре менән ҡапланған залға асыла. Мәмерйәгә ингән урындан 20 метр алыҫлыҡта ер аҫты күле бар. Ул яҡынса 100 метр оҙонлоҡта, 2-12 метр киңлектә һәм 1 метр тәрәнлектә үтә күренмәле һыулы, уның өҫкө йөҙөндә хатта бер аҙ ҡағылғанда ла юғала барған йоҡа кальцит ҡатламы барлыҡҡа килә. Йәй мәмерйәләге температура 4-6 °C, ҡышын иһә ер өҫтөндәгегә ҡарағанда бер аҙ йылыраҡ. Йәй мәмерйәлә оҙаҡ ҡына боҙ һаҡлана. ҡышҡыһын мәмерйәгә ингән ерҙә боҙло сталагмиттар барлыҡҡа килә[8]. Түбәһенән һоро гипстың плитка ҡатламдары аҫылынып тора. Мәмерйәнең ишелеп төшөү хәүефе бар, шуға күрә мәмерйә көмбәҙҙәренә теймәү яҡшыраҡ һәм башында мотлаҡ каска булырға тейеш.
Мәмерйәлә ярғанаттар колонияһы йәшәй. Тирә-яғы киң япраҡлы ҡуйы урман менән ҡапланған. Мәмерйә янында дала үҫемлектәренең һирәк төрҙәре үҫә: һаҫык биҙгәксән, кейәү үләне, сүллек ҡылбашағы.
Статус
үҙгәртергә1965 йылдың 17 авгусынан алып мәмерйә ғилми, уҡыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә булған төбәк геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;ООПТ
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ОХЛЕБИНИНО, село в Иглинском р‑не. bashenc.online. Дата обращения:
- ↑ Охлебининская пещера. Дата обращения: 22 марта 2022. Архивировано 21 декабря 2021 года.
- ↑ Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Решение Совета Муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан 2 созыва об утверждении Программы «Экология и природные ресурсы муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан на годы» (стр. 2 ) | Контент-платформа Pandia.ru. pandia.ru. Дата обращения: 22 марта 2022.
- ↑ СТАЛАГМИТЫ>Охлебинин гипс мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Решение Совета Муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан 2 созыва об утверждении Программы «Экология и природные ресурсы муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан на годы» (стр. 2 ) | Контент-платформа Pandia.ru. pandia.ru. Дата обращения: 22 марта 2022.