Оло Таҙтүбә тауы (рус. Большая Тастуба) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районында урынлашҡан геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул БАССР Министрҙар Советының 212-се ҡарары менән 1985 йылдың 26 декабрендә айырата һаҡлана торған тәбиғәт территорияһы тип иғлан ителгән [1]. Рифтәрҙән тороп ҡалған тау-останец, тоҡомдары түбәнге пермь эзбизташтарынан тора, тирә-яғы тигеҙлек, тау уның өҫтөнән өҫтөнән 100 метр самаһы ҡалҡып тора[2]

Оло Таҙтүбә
Дәүләт  Рәсәй
Урын Дыуан районы
Мираҫ статусы геологический памятник природы[d]
Карта

Оло Таҙтүбә тауы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
  • Геологик тибы: геоморфологик
  • Дөйөм майҙаны : 305,5
  • Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 403,7 м.
  • Көнбайыштан көнсығышҡа табан 2,5 км һуҙылған, көньяҡтан төньяҡҡа — 1,8 км.
  • Түбәһе көмбәҙ рәүешле, өҫтөндә яйла.
  • Эзбизле ҡая сығынтылары бар.[3]

Географик урыны

үҙгәртергә

Тау Таҙтүбә һәм Вознесенка ауылдары араһында урынлашҡан

Координаттары:

Киңлек: 55.775 (градус)

Оҙонлоҡ: 57.911 (градус)

Тәбиғәте

үҙгәртергә

Тауҙа дала болонлоҡтары, ташлы дала, ҡайын ҡырҡындылары, ултыртылған ҡарағай майҙандары бар. Һирәк осрай торған үҫемлектәре уның геологик ҡомартҡы статусын алыуға сәбәпсе булған[4].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тауҙың атамаһының икенсе өлөшө — ҡушма һүҙ: «таҙ» һәм"түбә" тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Был тауҙың яланғас түбәле, таҡыр булыуы менән бәйле атама. Таҙ — таҡыр[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә