Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы

юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим-фольклорсы, филология фәндәре кандидаты

Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил (рус. Ахмадрахимова Олеся Вакильевна; 5 март 1988 йыл — юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы (2014), филология фәндәре кандидаты (2017).

Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны Мәкәш, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, шағир, фольклорсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова 1988 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған. 2009 йылда Мәкәш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбен, 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетының [1] башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡарамағындағы аспирантураның фольклористика бүлегендә уҡый.

2017 йылда «Заятүләк менән Һыуһылыу» башҡорт халыҡ эпосы: варианттар һәм әҙәби версиялар» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Хеҙмәт юлын 2011 йылдан башлай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейында ғилми хеҙмәткәр, «Юлдаш» радиоһы мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы тапшырыуҙарын алып барыусы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты булып эшләй.

2021 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының журналистика һәм башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы.

Мәктәп йылдарынан әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

«Тау шишмәһе» (2013), «Тынғыһыҙ ел» (2022) шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Шиғырҙары «Дим тулҡындары», «Йөрәктәр аһәңе», «Йәйғор», «Асылмаған сер» йыйынтыҡтарына индерелгән. Ижады ата-әсәгә һөйөү, йәшлектәге тәүгә хистәр, рухи азатлыҡҡа ынтылыш, икеләнеүҙәр, яҡты өмөттәр тулы ихласыҡ менән һуғарылған.

«Тынғыһыҙ ел» тип исемләнгән был китапта заман һулышын яҡшы тойған, башҡорт булмышлы йәш замандаштың өлгөргән шәхес ҡулы менән яҙылғанын күрмәү мөмкин түгел. Иң мөһиме уның донъяға ҡарашы, гражданлыҡ позицияһы формалашҡан, үҙ ижад ҡиблаһы асылған[2].

2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙған «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә лауреат исеменәнә лайыҡ була.

Кескәй йәштәге балалар өсөн «Хәҙисә өләсәй әкиәттәре» башҡорт әкиәттәре альбомы (2021) һәм «Тылсымлы өйрәк» («Волшебная утка») (2022) китабы нәшер ителә.

Мәскәүҙә «Балалар һәм үҫмерҙәр китабы» нәшриәтендә «Әкиәттәр әйлән-бәйләне» («Хоровод сказок») серияһында «Тылсымлы өйрәк» («Волшебная утка») китабы сыҡты. Был серияла төрлө йылдара коми-пермяк, тыва, татар, яҡут һәм Себер халыҡтары әкиәттәре нәшер ителә. Йыйынтыҡтың төҙөүселәре педагогия хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйҙә Зайдулла ҡыҙы Әхмәтрәхимова менән фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технология университетының өлкән уҡытыусыһы Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова. Әҫәрҙәргә сағыу йөкмәткеле һүрәттәрҙе сығышы менән Башҡортостандан булған рәссам Яна Пчёлкина әҙерләгән. «Әкиәттәр әйлән-бәйләне» серияһының төп маҡсаты — илебеҙҙең төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәр һыйышып йәшәгән, сағыу, дуҫтарса мөнәсәббәтле образын тыуҙырыу һәм Рәсәй халыҡтарының фольклорын популярлаштырыу[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми йүнәлештәре: эпос ғилеме, ялан фольклористикаһы, мифология.

2018 йылда кандидатлыҡ диссертация нигеҙендә яҙылған «Заятүләк менән Һыуһылыу» башҡорт халыҡ эпосының варианттарын һәм әҙәби версияларын сағыштырмаса өйрәнеү» монографияһы нәшер ителә. Был хеҙмәттә аталған эпик әҫәрҙең өс тиҫтәнән ашыу фольклор варианты һәм әҙәби версияһы анализлана. Улар араһында В. Даль, Р. Игнатьев, Л. Суходольский, Г. Потанин, С. Солтанов кеүек әҙиптәрҙең рус телендә донъя күргән яҙмалары бар. Китапта халыҡ ҡомартҡыһының бөгөнгө торошо, унда телгә алынған географик атамалар (Асылыкүл, Балҡантау һ.б.) хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә[4].

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара ғилми форумдарҙа, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй фольклорсылар конгресында, Х Халыҡ-ара йәш фольклорсылар мәктәбендә, йәш төрки телле яҙыусылар фестивалендә иғлан ителә.

«Федераль дәүләт мәғариф стандартын ғәмәлгә ашырыу шарттарында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында полилингваль белем биреү» квалификацияны күтәреү курстары программаһын төҙөгән; ошо тема буйынса мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре өсөн дәрестәр алып барыла.

Республика конкурстары һәм фестивалдәре жюрийы составында, ғилми-белем биреү сараларын ойоштороу һәм үткәреү, төрлө йылдарҙағы конференция материалдары йыйынтыҡтарын төҙөү һәм мөхәррирләү эштәре менән шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Илһам шишмәләре» XIII төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты (2011);
  • Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми учреждениеларының йәш ғалимдары араһында конкурс еңеүсеһе (2020)

Ғилми баҫмалары

үҙгәртергә

Монографиялары:

1.Ахмадрахимова О. В. Сравнительное изучение вариантов и литературных версий башкирского народного эпоса «Заятуляк и Хыухылу». — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 128 с.

Статья в журнале, индексируемом в международных базах данных WebofScience и SCOPUS

2.Alieva Sono Abdimamatovna (a)*, Mustafina Ramzia Davletkulovna (b), Gareeva Gulfira Nigamatovna (с), Galliamov Azamat Abdrakhmanovich (d), Akhmadrakhimova Olesya Vakilievna (e). Issues of ethnic identity in worldview and creative output of Сhingiz Аytmatov / International Scientific Conference «Social and Cultural Transformations in the Context of Modern Globalism». — С. 1117—1123. {{Hider|title = тулы исемлек|title-style = text-align: left; color: black; background-color: lavender; font-weight: bold; |content-style = color: black; background-color: ghostwhite; text-align: left; |hidden=1 |content = Статьи в рецензируемых научных изданиях, рекомендованных ВАК Министерства образования и науки РФ

3.Ахмадрахимова О. В. Женские персонажи водной стихии в башкирской мифологии (на примере башкирского эпоса «Заятуляк и Хыухылу») // Научное мнение. Научный журнал. Санкт-Петербург, № 4, 2013. — С. 34-36.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә