Олбани (ингл.  Albany) — Техас (АҠШ) штатының Шеклфорд округындағы ҡалаһы. Олбани был округтың иң ҙур ҡалаһы һәм уның административ үҙәге. АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһының 2014 йылдағы мәғлүмәттәре буйынса Олбани ҡалаһында 2011 кеше йәшәгән[9].

Олбани
Нигеҙләү датаһы 1874
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Административ үҙәге Шакелфорд[d]
Административ-территориаль берәмек Шакелфорд[d]
Халыҡ һаны 1854 кеше (1 апрель 2020)[2][3]
Процент водной поверхности 0 процент[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 431 ± 1 метр
Майҙан 4,057164 км²[5],
4,058763 км² (1 апрель 2010)[4],
4,057325 км² (1 апрель 2020)[6]
Почта индексы 76430
Рәсми сайт albanytexas.com
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 686 ± 86[7]
Доход на душу населения 24 738 $[8]
Урындағы телефон коды 325
Карта
 Олбани Викимилектә

Олбаниға 1873 йылда нигеҙ һалынған, ә уның исемен клерк Уильям Крюгер (ингл.  William Cruger) үҙенең Джорджия штатындағы тыуған ҡалаһы Олбани хөрмәтенә биргән.

Географияһы

үҙгәртергә

Олбани ҡалаһы Шеклфорд округының үҙәгендә Абилиндың төньяҡ-көнсығышында U.S. 180 (инг.)баш. һәм U.S. 283 (инг.)баш. шоссеһеның киҫелешкән ерендә урынлашҡан. Ҡала диңгеҙ кимәленән 1414 фут (431 метр) бейеклегендә ята. Ҡалып:Convert/ftҠалып:Convert/test/A. Ҡаланың дөйөм майҙаны — 1,47 квадрат миль (3,81 км²)[10][11]. Климаттар классификацияһы буйынса климат муссонлы субтропик тип һанала, был йылы дымлы йәй һәм йомшаҡ ҡышлы урын, ләкин ҡаты һыуыҡтар ҙа булғылай[12].

Демография

үҙгәртергә

2010 йылда Олбани ҡлаһының халҡы 2034 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 552 ғаилә, торлаҡ йорттары 822 тәшкил итә. Раса билдәләре буйынса 93,3 проценты — европа расаһына ҡарай, 0,4 % — афроамерикандар, 0,7 % — индеецтар, 0,1 — азиаттар, 2,8 % — башҡа раса, ә 2,6 % — метистар. Латин американдарын халыҡтың 10,5 % тура килә. Ҡала кешеләренең уртаса йәшен 40,9 йәштәге кешеләр тәшкил итә, ә нисбәте түбәндәгесә: 29,1 % кеше — 20 йәшкә тиклем; 19,7 проценты — 20-нән алып 40 йәшкә тиклем; 35,1 проценты — 40-тан 65 йәшкә тиклем; ә 15,9 % — 65 йәштән өлкән. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәте һаны уртаса 100-гә 85,8 кеше тәшкил итә[13].

2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса Олбаниҙа 2032 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 1000 (49,2 %) ир-ат һәм 1032 (50,8 %) ҡатын-ҡыҙҙар, ә уртаса йәштәре 40 йыл тәшкил иткән. Баһа буйынса йән башына уртаса килем $ 23 087 тәшкил итә, ә һәр йорттоң килеме — $ 67 792. Ҡуртымға алынған йорт өсөн түләү уртаса $ 516[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Explore Census Data – Albany city, TexasБюро переписи населения США.
  3. Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
  4. 4,0 4,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
  5. United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.)Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
  6. Gazetteer Files – 2020Бюро переписи населения США.
  7. https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  8. https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  9. Annual Estimates of the Resident Population: April 1, 2010 to July 1, 2014 (ингл.). census.gov. Дата обращения: 1 сентябрь 2015. 2020 йыл 13 февраль архивланған.
  10. 10,0 10,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «н» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  11. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  12. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  13. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].