Октай Рифат
Октай Рифат (Oktay Rifat; тулы исеме Октай Рифат Хорозджу; 10 июнь 1914 йыл — 18 апрель 1988 йыл) — төрөк шағиры һәм драматургы. Яңы төрөк шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Октай Рифат | |
төр. Ali Oktay Rıfat | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 10 июнь 1914[2][3] |
Тыуған урыны | Трабзон, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1988[2][4] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә[5] |
Ерләнгән урыны | кладбище Караджаахмет[d] |
Атаһы | Samih Rıfat[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, поэт-адвокат, адвокат |
Уҡыу йорто |
Анкара университетының юридик факульте[d][5] Ататөрк исемендәге урта мәктәп (Анкара) |
Сәнғәт йүнәлеше | Garip[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәОктай Рифат 1917 йылдың 10 июнендә Трабзон ҡалаһында тыуған.
1936 йылда Анкарала лицей тамамлағандан һуң, Анкара университетының хоҡуҡ факультетында, шунан Францияла Париж университетының сәйәси белем факультетында уҡый. Тыуған иленә ҡайтҡас, матбуғат департамантында эшләй.
Октай Рифат — бер нисә пьеса авторы. Шулай уҡ күп кенә Европа шағирҙары әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә итеүсе. Уның шиғриәтенең төп геройы- уның замандашы. Был осорҙа яҙылған әҫәрҙәрендә ул йәмғиәттә булған етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләй (" Тормош, мөхәббәтһәм берәҙәклек тураһында шиғырҙар " (1945), «Матурлыҡҡа мәҙхиә» (1945), «Түбән ‒ юғары» (1952), «Ҡарға һәм төлкө» (1954)).
1941 йылда Орхан Вәли Ҡаныҡ һәм Мәлих Жәүдәт Андай менән бергә «Өс таған» әҙәби төркөмөн ойоштора.
1949 йылда Вәли Ҡаныҡ һәм Мәлих Жәүдәт Андай менән бергә яҙыусы- революционер Назим Хикмәтте төрмәнән сығарыуҙы талап итеп өс көнлөк ас тороу акцияһы үткәрә.
Һуңыраҡ Октай "Өс таған"дың әҙәби платформаһынан ситләшә, «Икенсе яңы» тип аталған модернист-шағирҙар төркөмөндә билдәле шағир булып таныла. Был төркөм шиғриәте ысынбарлыҡ һәм социаль йүнәлештән баш тартып, формаль тәжрибә юлын һайлай.1950-1960 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында ул ҡала тормошон, уның социаль ҡапма-ҡаршылыҡтарын күрһәтә. [6]
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Тормош, мөхәббәтһәм берәҙәклек тураһында шиғырҙар (1945)
- Матурлыҡҡа мәҙхиә (1945)
- Аҫҡа, өҫкә (1952)
- Ҡарға һәм төлкө (1954)
- Ғашиҡ баҫҡысы (1958)
- Азатлыҡтың ҡулдары бар (1966)
- Шиғырҙар (1969)
- Яңы шиғырҙар (1973)
Рус телендә
үҙгәртергә- Из современной турецкой поэзии. М.: Прогресс, 1975. — С.77-176.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Краткая литературная энциклопедия. М., 1971. Т.6. — С.306.
- Бабаев А. А. Очерки современной турецкой литературы. М., 1959.
- Меликов Т. Д. Современная турецкая литература в переводе на русский язык //Вестник Московского государственного лингвистического университета. Гуманитарные науки. 2013. № 682. С. 86-94.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #215073988 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Oktay Rıfat // MAK (пол.)
- ↑ Oktay Rifat // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 5,0 5,1 турецкая Википедия (төр.) — 2002.
- ↑ Рифат Октай