Плиталар тектоникаһы

геологияла литосфераның хәрәкәт итеүе теорияһы

Плиталар тектоникаһы (йәки плейт-тектоника) — хәҙерге литосфера төҙөлөшө һәм хәрәкәт итеше тураһында фәнни ҡарашҡа ярашлы ер ҡабығы сағыштырмаса бөтөн блоктарҙан- литосфера плиталарынан тора, улар һәр саҡ хәркәттә. Киңәйеү зонаһында (срединно-океанических хребтах и континентальных рифтах) спрединг арҡаһында (ингл. seafloor spreading — растекание морского дна) яңы океан ҡатламы барлыҡҡа килә, ә иҫке ҡатлам субдукция зонаһында йотола. Плиталар тектоникаһы теорияһы ер тетрәү һәм вулкан эшмәкәрлеген һәм плиталар сигенә яҡыныраҡ урында тауҙар хасил булыуын аңлата.

Классификация геотектонических процессов согласно концепции тектоники плит.
Схема строения срединно-океанического хребта

Теория тарихынан

үҙгәртергә

Тәү башлап, ер ҡабағы блоктарының күсеп йөрөүе тураһындағы фекерҙе континенттар дрейфы теорияһында Альфред Вегенер 1920-се йылдарҙа әйтә. Башта был теорияны ҡабул итергә теләмәйҙәр. Ерҙең ҡаты ҡабығының хәрәкәте тураһында фекерҙе («мобилизм») 1960-се йылдарҙа иҫкә төшөрәләр, был ваҡытта океан төбө рельефы һәм геологияһын тикшереп, океан ҡабағының киңәйеүе (спрединг) һәм бер ҡабаҡтың икенсе ҡабаҡ аҫтына инеп китеүе (субдукция) тураһында мәғлүмәт алына. Был ҡарашты элекке материктар дрейфы тураһында теория менән ҡушҡас, хәҙерге плиталар тектоникаһы теорияһы барлыҡҡа килә, бер аҙҙан ул ер тураһындағы фән концепцияһына әйләнә.

Плиталар тектоникаһында төп урынды геодинамик торош, билдәле нисбәттәге плиталарҙан торған үҙенсәлекле геологик структура төшөнсәһе алып тора. Бер үк геодинамик торошта бер иш тектоник, магматик, сейсмик һәм геохимик процесстар бара.

 
Возраст дна океанов (красный цвет соответствует молодой коре)

Хәҙер плиталар тектоникаһы плиталар тиҙлеген интерферометрия методы менән алыҫтағы квазарҙарҙан килгән яҡтылыҡ һәм спутниктағы навигация системалары аша туран-тура үлсәүҙәр менән дәлилләнгән (GPS)[1]. Күп йылдар дауамында барған тикшеренеүҙәр плиталар тектоникаһы теорияһының төп фекерҙәрен дәлилләй.

Континенттар коллизияһы

үҙгәртергә
Файл:Continental-continental con-rus.png
Столкновение континентов

Континент (ҡотоп) плиталарының бәрелешеүе эҙемтәһе- ер ҡабығының бөгәрләнеүе һәм тау һырттары барлыҡҡа килеүе. Коллизия миҫалы булып, Альп-Гималай тау бүлкәте (пояс) тора, ул Тетис океанының ябылыуы һәм Евразия плитаһы менән Һиндостан һәм Африка плитаһының бәрелешеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән . Шул сәбәпле, ер ҡабығының ҡеүәте арта, Гималай тауҙары аҫтында ул 70 км. Был бик ныҡлы структура түгел , ул өҫкө һәм тектоник эррозия тәьҫирендә емерелә бара. Көсәйгән ҡеүәтле ер ҡабығында метаморфизмланған ултырма тау тоҡомдарынан һәм магманан гранитты иретеү бара. Иң ҙур батолит, мәҫәлән, Ангара-Витим һәм Зерендин батолиты, шулай хасил булған.

Плиталар тектоникаһының бөгөнгө хәле

үҙгәртергә

Үткән бер нисә тиҫтә йыл эсендә плиталар тектоникаһы үҙенең төп хәлен үҙгәртте. Ул хәҙер ошо хәлдә тип әйтергә була:

  • Ерҙең ҡаты өлөшөнөң өҫкө яғы ярылыусан литосфера һәм һығылмалы астеносфераға бүленә. Астеносфералағы  — плиталар хәрәкәтенең иң төп сәбәбе.
  • Хәҙерге литосфера 8 эре плитаға , бер нисә тиҫтә уртаса һәм бик күп ваҡ плитаға бүленгән . Ваҡ плиталар эре плиталар араһында урынлашған.Плиталар араһындағы сиктәрҙә сейсмик, тектоник һәм магматик әүҙемлек күҙәтелә.
  • Тәүге яҡынайыу ваҡытында литосфера плиталары ҡаты есем булараҡ тасуирлана, уларҙың хәрәкәте Эйлерҙың әйләнеү теоремаһына буйһона.
  • Плиталарҙың сағыштырма күсеп йөрөүенең өс төп тибы бар:
  1. айырылып китеү (дивергенция), рифтинг һәм спредингта күренә;
  2. яҡынайыу (конвергенция), субдукция һәм коллизияла күренә;
  3. трансформлы геологик ярылыуҙар буйлап ҡуҙғалып, күсеп йөрөү.
  • Океандарҙағы спрединг уларҙың перефирияһы буйлап барған субдукция һәм коллизия иҫәбенә ҡаплатыла , Ерҙең радиусы һәм күләме планетаның термик ҡыҫылыуына тиклем теүәллек менән даими тора ( һәр хәлдә, Ер ҡатламы аҫтындағы уртаса температура әкрен генә, бер нисә миллиард йыл дауамында әҙәйә бара).
  • Литосфера плиталары күсеүе астеносферала конвектив ағымдар артыуы сәбәпле бара .

Ерҙең бер береһенән ныҡ айырылып торған ике төрлө ҡабығы бар — ҡотоптар ( иң бороғо -континенттар ) һәм океан ҡабығы ( барлыҡҡа килеүенә 200 миллион йылдан артыҡ түгел). Ҡайһы бер литосфера плиталары океан ҡабығынан тора ( мәҫәлән, иң эре Тымыҡ океан плитаһы), ҡалғандары океан ҡабығына йәбешкән континенталь ҡабыҡ болгынан тора.

Ер өҫтөнөң 90 % хәҙерге заманда 8 эре литосфера плиталарынан ғибәрәт :

  • Австралия плитаһы
  • Антарктика плитаһы
  • Африка плитаһы
  • Евразия плитаһы
  • Һиндостан плитаһы
  • Тымыҡ океан плитаһы
  • Төньяҡ Америка плитаһы
  • Көньяҡ Америка плитаһы

Уртаса ҙурлыҡтағы плиталарҙан Ғәрәбстан плитаһын, Кокос плитаһын һәм Хуан де Фука плитаһын , Тымыҡ океан төбөнөң күп өлөшөн тәшкил иткән, ләкин субдукция зонаһында Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка аҫтында юҡҡа сыҡҡан ҙур Фаралон плитаһы ҡалдығын иҫкә алып китергә була.

Плиталар тектоникаһы Ерҙә ҡасан башланған

үҙгәртергә

Континенттар ҡабығының тәүге блоктары, кратондар, Ерҙә архей осоронда яралған, шул уҡ дәүерҙә уларҙың горизонталь хәрәкәте башланған. Тик хәҙерге осорҙағы плиталар тектоникаһы билдәләренең тулы комплекс механизмының эшмәкәрлеге протерозой осоронда ғына башланған . Ошо дәүергәсә бәлки мантияның икенсе төрлө массаны күсереү структураһы булғандыр , унда нығынған конвектив ағымдар түгел, ә турбулентлы конвекция һәм плюмдар ҙур роль уйнағандыр.

Әүәле планетаның үҙәгенән йылы күберәк сыҡҡан, шуға ҡабыҡ йоҡараҡ булғас, нескәрәк ҡабыҡ аҫтындағы баҫым түбәнерәк булған. Ҡабыҡ аҫтында баҫым түбәнерәк , температура юғарырыраҡ булғанда мантияның конвекциия ағымының ҡуйылығы әлегегә ҡарағанда әҙерәк булған . Шуға күрә , бөгөнгөгә ҡарағанда шыйығыраҡ мантия ағымы өҫтөндә ағыусы ҡабыҡта тик сағыштырмаса һығылмалы деформациялар барлыҡҡа килгән. Ҡабыҡта бөгөнгөгә ҡарағанда шыйығыраҡ ағым барлыҡҡа килтергән мехник көсөргәнеш ҡабыҡ тоҡомдарының ныҡлыҡ сиген үтеп сығыу өсөн етмәгән. Бәлки шуға күрә һуңғыраҡ дәүерҙә башланған тектоник әүҙемлек булмағандыр.

  • Вегенер А. Происхождение материков и океанов /пер. с нем. П. Г. Каминского под ред. П. Н. Кропоткина. — Л.: Наука, 1984. — 285 с.
  • Добрецов Н. Л., Кирдяшкин А. Г. Глубинная геодинамика. — Новосибирск, 1994. — 299 с.
  • Зоненшайн, Кузьмин М. И. Тектоника плит СССР. В 2-х томах.
  • Кузьмин М. И., Корольков А. Т., Дриль С. И., Коваленко С. Н. Историческая геология с основами тектоники плит и металлогении. — Иркутск: Иркут. ун-т, 2000. — 288 с.
  • Кокс А., Харт Р. Тектоника плит. — М.: Мир, 1989. — 427 с.
  • Н. В. Короновский, В. Е. Хаин, Ясаманов Н. А. Историческая геология : Учебник. М.: изд-во Академия, 2006.
  • Лобковский Л. И., Никишин А. М., Хаин В. Е. Современные проблемы геотектоники и геодинамики. — М.: Научный мир, 2004. — 612 c. — ISBN 5-89176-279-X.
  • Хаин, Виктор Ефимович. Основные проблемы современной геологии. М.: Научный Мир, 2003.
  • Сорохтин О. Г., Ушаков С. А. Развитие Земли М: Изд-во МГУ, 2002. 506 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
На русском языке
На английском языке

Ҡалып:Разделы геологии Ҡалып:Земля

  1. Астронет > Сферическая астрономия