Нәиб
Нәиб, наиб (ғәр. نائب — вәкил урынбаҫары, наместник) — урта быуат мосолман дәүләттәрендә берәй түрә йәки дин әһеле урынбаҫары йәки ярҙамсыһы вазифаһы, ҡайһы берҙә-урындағы полиция башлығы, ауыл общинаһы старшинаһы[1].
Нәиб |
Этимологияһы
үҙгәртергә«Нәиб» һүҙе (ғәр. نائب) ғәрәп теленән тәржемә иткәндә « урынбаҫар» тигәнде аңлата. Шул телдәге «нәбә» (ғәр. ناب — «кемделер алмаштырыу»,"кем урынындалыр булыу") тигән һүҙҙән яһалған[2].
Төрлө илдәрҙә
үҙгәртергә- Имамат
Шамил имаматында — уның билдәле бер территорияла хәрби-административ власть вәкәләтен үтәүсе вәкиле[3]. Имамат территориаль принцип буйынса нәиблектәргә бүленгән. Иң абруйлы һәм һәләтле тау кешеләренән нәибтәр тәғәйенләнгән. Улар хәрби-административ власты тормошҡа ашырғандар һәм шәриғәт нормаларының үтәлешен контролдә тотҡандар. Нәибтәр бурысына йөҙлөк (йөҙ башы), биш йөҙлөк (биш йөҙ башы) башлыҡтарын һәм мөфтөйҙәр тәғәйенләү ингән. Нәибтәр съездарҙа мөһим дәүләт мәсьәләләрен хәл иткән[4].
Әзербайжан ханлыҡтары Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, мәһәл (участка) башлыҡтарын нәиб тип атағандар[3].
Ғосман империяһында — ҡаҙый, баш ҡаҙый урынбаҫары; ҡаҙый, мулла, һөнәрселек цехы старшиналары ярҙамсыһы һ.б.[5].
Мәккәгә хаж ҡылыу һәр мосолманға һәм мөслимәгә хаж ҡылыу бурысы йөкмәтелгән. Ҡайһы берҙә мосолман хаж ҡылырға аҡса тапмай, йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында быны эшләй алмай (мәҫәлән, һаулығы насар булыу сәбәпле). Ислам хаж ҡыла алмаған кешегә үҙе урынына башҡа кешене (нәибте) хажға ебәрергә рөхсәт итә.
Нәиб аҡсаны көндәлек сығымдарҙы ҡаплауға ғына тотонолорға тейеш. Нәибтең маҡсаты уны ебәргән кеше урынына хаж ҡылыу булырға тейеш, Мәккәгә сауҙа һәм башҡа эштәр өсөн барыу тыйыла. Сығымдарҙы хажға үҙе урынына ебәргән кеше үҙ өҫтөнә ала[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Наиб // Словарь иностранных слов.
- ↑ Михельсон А.Д. Наиб // Объяснение 25000 иностранных слов, вошедших в употребление в русский язык, с означением их корней. — 1865.
- ↑ 3,0 3,1 Наиб // Современный толковый словарь изд. «Большая Советская Энциклопедия».
- ↑ Наиб // Гуманитарный словарь. — 2002.
- ↑ Наиб // Толковый словарь русского языка / Под ред. Д. Н. Ушакова. — М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1938. — Т. 2.
- ↑ Али-заде, А. А. Наиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).