Нуғай ҡаласыҡтары

Археологик ҡомартҡы

Нуғай ҡаласыҡтары (рус. Нагаевские городища) — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһының Октябрь районы Нуғай ауылы эргәһендә урынлашҡан иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары[1][2][3]

Нуғай ҡаласыҡтары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Октябрь районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Нуғай ҡаласыҡтары Өфө ҡалаһының Октябрь районы Нуғай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан Ағиҙел йылғаһының уң ярында йәнәш морондарҙа урынлашҡан.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Нуғай ҡаласыҡтары ике ерҙә табылған. Уларҙа археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙыныу эштәре үткәрелгән.

Нуғай ҡаласығы I — оҙонлоғо 450 м, киңлеге 20—50 м, б.э.т. IV—II быуаттарға ҡарай. Оҙонлоғо 85 м, киңлеге 33 м, бейеклеге 4 м ур[4] менән нығытылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында көршәккә оҡшаш балсыҡ һауыттар табылған, улар Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай: ауыҙы тирәләй соҡорло биҙәк баҫылған, түңәрәк төплө. Тимер тәңкә менән биҙәлгән бил ҡайышы һәм хайуан һөйәктәре табылған.

Нуғай ҡаласығы II — оҙонлоғо 250 м, киңлеге 30—40 м, б.э. III—V ббыуаттарға ҡарай. Уны һаҡлаған урҙың оҙонлоғо 28 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 0,65 м.

Бында табылған балсыҡ һауыттар Имәндәш тибындағы, өсмөйөш баҫып биҙәлгән, түңәрәк төплө көршәккә оҡшаш һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза биҙәүестәр табылған.

Ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Ҡомартҡы материалдары Башҡорт дәүләт университеты фондында һаҡлана.

Асыш тарихы

үҙгәртергә

1983 йылда тарих фәндәре кандидаты, әлеге ваҡытта дөйөм тарих кафедраһы доценты Илдар Мөдәрис улы Аҡбулатов һәм Рәсәй һәм Башҡортостандың тарихсы-археологы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Г. Н. Гарустович тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

1993 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов, 1998 йылда тарих фәндәре кандидаты,Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре Овсянников Владимир Владиславович тикшерә[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Нуғай ҡаласыҡтары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.