Нуғайбәк ауыл Советы (Баҡалы районы)

Рәсәй, Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән

Нуғайбәк ауыл Советы — Баҡалы районы составындағы ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы) һәм административ-территориаль берәмек, 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 452669. ОКАТО коды — 80207837000. Яңы Урсай ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Нуғайбәк ауыл Советы
Ноғайбәк ауыл советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Нуғайбәк
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл Советының составы үҙгәртергә

Нуғайбәк ауылы — административ үҙәк, Батрак ауылы, Ивановка ауылы.

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 6). Баҡалы районы буйынса г) түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
«Яңы Урсай» атамаһын һаҡлап, Яңы Урсай һәм Нуғайбәк ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Яңы Урсай ауылына урынлаштырырға.

Нуғайбәк ауыл Советының Батрак, Нуғайбәк, Ивановка ауылдарын Яңы Урсай ауыл Советы составына индерергә.
Яңы Урсай ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Нуғайбәк ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылға Татарстан Республикаһы, с муниципальными образованиями: Ҡуштирәк ауыл Советы, Яңы Урсай ауыл советы менән сиктәш була («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә