Нуттунен Мария Андреевна
Нуттунен Мария Андреевна (1911—1965) — СССР совхоздар министрлығының «Торосово» һөт тоҡомло совхозы бригадиры, Ленинград өлкәһе.
Нуттунен Мария Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 20 февраль 1911 |
Тыуған урыны | Торосово[d], Петергофский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 октябрь 1965 (54 йәш) |
Ерләнгән урыны | Богослов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биография
үҙгәртергәҠыҙ бала ғына сағынан яңы ғына ойошторолған «Торосово» совхозына эшкә килә. Фермала, тәжрибәле һауынсылар янында, еңел булмаған һауынсы хеҙмәтенең бөтә ысулдарына һәм нескәлектәренә өйрәнә. Тиҙҙән бригадир итеп тәғәйенләнә. Уның коллективы юғары һауым менән дан ала, ҡайһы бер һыйырҙар йылына 7 мең килограмм һөт бирә.
1941 йылдың йәйендә, фронт һыҙығы совхоз усадьбаһына яҡынлашҡас, көтөүҙе Вологда өлкәһенә ҡыуып алып барыуҙа ҡатнаша. Эвакуацияла булғанда, бригада хәрби частарға һәм балалар йорттарына һөт ебәрә. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, тоҡом малын һаҡлап ҡалыуға ирешәләр, һуңынан ул «Торосово» совхозы малсылығында тоҡомдоң төп өлөшөн тәшкил итә.
Һуғыштан һуң яңынан малсылыҡ ҡаралтылары төҙөлә, мал ҡуралары йыһазландырыла, аҙыҡ әҙерләнә. Малдарҙың туҡланыу рационын һәм тәрбиәләү ысулдарын яҡшыртырға, һауынсыларҙың хеҙмәтен рациональ ойошторорға тырыша, ветеринария һәм зоотехниканы өйрәнә. Ул бөтәһенән элек фермаға килә һәм бөтәһенән дә һуңыраҡ өйөнә ҡайта. Һөт малдарын дөрөҫ тәрбиәләүгә, ҡиммәтле витаминлы аҙыҡтар әҙерләүгә, тоҡомдо яҡшыртыуға айырым иғтибар бүлә. «Говорят мастера сельского хозяйства» брошюраһында үҙенең тәжрибәһе, күҙәтеүҙәре, һығымталары менән уртаҡлаша. 1948 йылда инде уның бригадаһы һәр һыйырҙан уртаса 5916 килограмм һөт ала.
Һуңғы йылдарҙа Ломоносов районында «Лаголово» ҡош фабрикаһында эшләй. Санкт-Петербург ҡалаһында Богослов зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 22 октябрендәге указы менән малсылыҡтан юғары артым алғаны өсөн Нуттунен Мария Андреевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены,
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- миҙалдар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Ленинградской области
Сығанаҡтар
үҙгәртергәНуттунен Мария Андреевна . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2014)
- Герои земли Ленинградской. Л.: «Лениздат», 1967
- Книга памяти. Звезды Славы. Ленинградская область. Том 2. — СПб. Вести, 2009