Нурмәев Тимур Рафаил улы

Нурмәев Тимур Рафаил улы (21 июль 1980 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы. Айырыуса йәйге биатлонда сығыштары менән танылыу алған, донъяның өс тапҡыр көмөш призеры, ике тапҡыр Европаның чемпионы, юниорҙар араһында өс тапҡыр донъя чемпионы. Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2000). Ҡышҡы биатлонда — Рәсәй чемпионаты призёры.

Тимур Нурмәев Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Тимур Рафаил улы Нурмәев

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

21 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск

Йәшәгән урыны

Рәсәй, Магнитогорск

Белеме

юғары

Миҙалдар

Йәйге биатлон (кросс)
Донъя чемпионаттары
Көмөш Форни-Авольтри 2003 эстафета 4×6 км
Көмөш Брезно 2004 эстафета 4×6 км
Көмөш Брезно 2004 масс-старт
Европа чемпионаттары
Алтын Быстрице 2005 ҡатнаш эстафета
Алтын Быстрице 2005 спринт
Бронза Быстрице 2005 масс-старт

Биографияһы үҙгәртергә

Тимур Рафаил улы Нурмәев 1980 йылдың 21 июлендә Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында тыуған.

1989 йылда ҡаланың «Магнит» клубында спорт менән шөғөлләнә башлай, тәүге тренеры — В. В. Иванцов. 1995 йылдан тренер С. А. Елпанов етәкселегендә шөғөлләнә. Рәсәй федераль һаҡ хеҙмәте профсоюздары һәм Силәбе ҡалаһы өсөн сығыш яһай.

1997 йылда Швецияла уҙғарылған Европа үҫмерҙәр ҡышҡы Олимпия фестивалендә бронза миҙалын яулай. 1999 йылда Санкт-Петербургта уҙған үҫмерҙәр араһында йәйге биатлон буйынса Европа чемпионатында бронза призеры була. 2000 йылда Ханты-Мансийскиҙа үҫмерҙәр араһында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында абсолют чемпион була: программаның бөтә төрҙәрендә — спринт, эҙәрлекләү уҙышы һәм эстафетала өс алтын миҙал яулай[1].

2002 йылда Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған.

2003 йылда Форни-Авольтрила йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһы составында эстафетала көмөш миҙал яулай, шулай уҡ спринта 5-се, эҙәрлекләү уҙышында һәм масс-стартта 10-сы урындарҙы биләй. Киләһе донъя чемпионатында, 2004 йылда Брезнола эстафетала һәм масс-стартта көсөш миҙалға эйә була, ә спринтта 22-се һәм эҙәрлекләү уҙышында 18-се урындарҙы биләй. 2005 йылда Муониола уҙғарылған донъя чемпионатында спринтта 17-се, эҙәрлекләү уҙышында 11-се һәм масс-стартта 6-сы урын биләй һәм эстафетала сығыш яһамай.

2005 йылда Быстрице-под-Гостыне ҡалаһында үткән йәйге биатлон буйынса Европа чемпионатында спринтта һәм ҡатнаш эстафетала алтын миҙалдары, ә масс-стартта бронза миҙалын яулай.

2001 йылда ҡышҡы биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында команда ярышында бронза призеры була[2] и гонке патрулей (2003)[3].

2000-се йылдар уртаһында спорт карьераһын тамамлай. Артбана Магнитогорск ҡалаһында бизнес менән шөғөлләнә. Биатлон буйынса беренсе категориялы судья дәрәжәһенә эйә. 2013 йылда Магнитогорск ҡалаһында Олимпия уты эстафетаһында ҡатнаша[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә