Нуль ташы (Будапешт)
47°29′53″ с. ш. 19°02′24″ в. д.HGЯO
Нуль ташы (мадьярса „0” kilométerkő) — Будапешта ҡуйылған өс метрлыҡ Нуль ташы башҡаланан алып Венгрияның теләһә ҡайһы нөктәһенә ҡәҙәр алыҫлыҡты билдәләү өсөн хеҙмәт итә. Адам Кларк майҙанындағы ҙур булмаған паркта Сылбырлы күперг алдында ҡуйылған. Таш һын стилләштерелгән типографик нуль цифраһын хәтерләтә, уға KM хәрефтәре беркетелгән. Ошо урындан Будапешт менән Венгрияның бөтә йүнәлештәрендәге арауыҡты, шулай уҡ дәүләт автомобиль юлдары оҙонлоғон билдәләп була (1-й (венг.)баш. (венг.)баш. һәм 8-й (венг.)баш. (венг.)баш. башҡаһы), шул иҫәптән 10-й (венг.)баш. (венг.)баш., 11-й (венг.)баш. (венг.)баш. , 31-й (венг.)баш. (венг.)баш.[1].
Урыны
үҙгәртергәБуда ҡәлғәһе эргәһендә урынлашҡан тәүге таш король һәм император һарайына тиклемге алыҫлыҡты күрһәтеп торған була, ләкин уның өлгөһө һаҡланмаған. 1849 йылда таш Сылбырлы күпер эргәһенә күсерелә. XX быуат башында Пал Фештетич (венг.)баш. (венг.)баш. ҡала транспорт селтәре өсөн бер-нисә ошондай башланғыс нөктәләр серияһын булдырырға тигән тәҡдимен индерә, һуңғараҡ "Hungária"автомобиль клубы был идеянытормошҡа ашыра.
1932 йылда Сауҙа министрлығы тарафынан Сылбырлы күпер эргәһендә скульптор Енё (Юджин) Кёрменди (венг.)баш. (венг.)баш. авторлығында беренсе тапҡыр һәйкәл ҡуйыла. Йәйәүле, водитель һәм күсер һындарын һүрәтләгән һәйкәл мәрмәрҙән эшләнә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында һындар емерелә. Автомобиль тәгәрмәсен тотҡан эшсене һынландырған яңы скульптура был урында 1953 йылда ҡуйыла (авторы Ласло Молнар (венг.)баш. (венг.)баш.). 1975 йылда Миклош Боршош (венг.)баш. (венг.)баш.авторлығындағы хәҙерге таш ҡуйыла; иҫкеһен XVII районға ҡараған иҫке тимер юл станцияһына күсерәләр. Яңы скульптура асыу тантанаһы 4 апреленән 1975[2].
Оҡшаш таштар
үҙгәртергәОшондай таш һәм һәйкәлдәр Венгрияла һәм донъяның башҡа бик күп ҡалаларында бар. Шуларҙың иң билдәлеһе — Milliarium Aureum һәйкәле Октавиан Август Рим форумында яһай, һәм, риүәйәттәргә ярашлы, «Бөтә юлдар ҙа Римгә алып бара»[3] тигән әйтем барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Мәскәүҙә лә «Рәсәй Федерацияһы автомобиль юлдарының нуленсе километры» тигән билдә ҡуйылған. Уға оҡшаштары Киев, Минск һәм Вашингтонда ла бар (АҠШ-та нуленсе миль ташы) (рус.)</ref>.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Нуленсе километр
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ˝0˝ kilométerkő, Budapest . Vendégváró. Дата обращения: 1 август 2008.(недоступная ссылка)
- ↑ Április 4. – A 0 kilométerkő felállítása a budapesti Clark Ádám téren – 1975 . Jeles Napok. Neumann-ház. Дата обращения: 18 июнь 2015.
- ↑ Schaaf, P. (1867/1886). Ante-nicene fathers: The Apostolic fathers, Justin Martyr, Irenaeus [Roberts, A. & Donaldson, J, Eds]. [Electronic reprint] Grand Rapids, MI, USA: CCEL.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- A. «0» Vendégvárón a kilométerkő(недоступная ссылка) (венг.)
- Kilométerkő A 0 2010 йыл 17 март архивланған., Sulinet (венг.)
- Krónika, Tudomány és Élet (венг.)