Ноҡрат (чир. Виче, удм. Ватка, рус. Вятка)  — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға, Каманың уң ҡушылдыҡтарынан иң ҙурыһы.

Ноҡрат йылғаһы
Рәсем
Һыу башы Ярский район[d]
Ҡайҙа ҡоя Кама
Ҡушылдыҡ Белая Холуница[d], Чепца[d], Кильмезь[d], Кобра, Летка[d], Молома[d][1], Пижма[d], Плесница, Таволжанка, Турунка, Язильница, Орловица, Анзирка, Оло Озерница, Холуница, Бурец, Аллаук, Мелетка, Подрезчиха, Порек, Вотская, Оло Просница, Никитинка, Язинка, Кокшага, Неньга, Медведевка, Шабанка, Елга, Бартемка, Гремячка, Спировка, Белозерка, Оло Бисера, Максанка, Кишкиль, Ошма, Струговая, Сандаловка, Осетровка, Оло Туеска, Консарка, Пыжманка, Омутная, Вобловица, Осем, Филипповка, Холуная, Гоньбинка, Озерница, Рожка, Горевка, Погиблица, Лудяна, Мунька, Байса, Сумчина, Зингунка, Карканка, Плоска, Песковка, Үрге Конинская, Ужеговица, Пижанка, Истобница, Ошторма, Солоная, Ефановка, Оло Лекма, Мазик, Шия, Мурдюг, Леневка, Чахловица, Бебеха, Лебёдка, Люльченка, Оло Чудовая, Никулинка, Шурминка, Суводь, Буртечка, Ишетка, Оло Ситьма, Получумкосна, Лоевка, Полой, Юртик, Васильковка, Аджимка, Кизерь, Медянка, Пукач, Тулузка, Иванцовка, Староречье Агельдино, Воя, Ямышка, Гнилуха, Шижма, Воложка, Шарянка, Морозовка, Хвощевица, Кайдоло, Шошма[d], Иҫке Ағылды, Уржумка[d], Бадьяшур[d], Белая[d], Быстрица[d], Великая[d], Вишкиль, Захариха, Лубянка[d], Люга, Сверчиха, Седмикча[d], Үмәк, Хлыновка[d], Чёрная Холуница[d], Арпач, Немда[d], Кременка[d], Липовка[d], Долгая[d], Боровка[d], Буй[d], Казанка[d], Барановка[d], Берёзовка[d], Малая Белая[d], Осиновка[d], Перьмянка[d], Черница[d], Чернушка[d] һәм Чёрная[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Һыу сығымы 890 м³/с
Бассейн майҙаны 129 000 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Удмурт Республикаһы, Татарстан Республикаһы һәм Киров өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 53,1 метр һәм 240 метр
Оҙонлоҡ 1314 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Вятки[d]
Карта
 Ноҡрат йылғаһы Викимилектә

Оҙонлоғо 1314 км, йылға бассейны майҙаны 129 мең км2.

Удмурт төньяғында Үрге Кама ҡалҡыулығында башлана, Мамадыш ҡалаһынан 17 км түбәндәрәк Кама йылғаһына ҡоя. Бассейнының төп өлөшө Киров өлкәһе территорияһында, түбәнге ағымы Татарстанда. Оҙонлоғо 1314 км (ТР сиктәрендә – 67 км), бассейнының майҙаны – 129 мең кв.км (ТР сиктәрендә – 4,1 мең кв. км). Иң түбән өлөштәре Куйбышев һыуһаҡлағысының һыу ихтилалы йоғонтоһон кисерә. [2]

Ноҡратҡа ағыу йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеү хас (төньяҡтан көньяҡ-көнбайышҡа, артабан көньяҡ-көнсығышҡа). Ноҡрат — ғәҙәти үҙән йылғаһы, нигеҙҙә һөҙәк яттыҡы киң уйһыулыҡ буйлап аға.

Туйыныуы ҡатнаш, күбеһенсә ҡар һыуҙарынан ҡушыла. Йыллыҡ һыу сығымы уртаса 890 м3/сек. Ноябрьҙың беренсе яртыһында ҡата, боҙҙан апрельдең икенсе яртыһында асыла.

Татарстан республикаһы территорияһында аға торған ҙур йылғалар араһында Ноҡрат – иң саф һыулыһы.

Балыҡҡа бай (ҡорбан балыҡ, судак, суртан, кәлсә, балыҡ, алабуға һәм башҡалар).

Һал ағыҙа торған йылға.

Киров шәһәренә тиклем (688 км), яҙын Кирс шәһәренә тиклем (1068 км) суднолар йөрөй, ләкин күп кенә һайлыҡтарҙа һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡарыу талап ителә.

Ноҡрат һүҙе татар теленә Новгород һүҙен татарлаштырыуҙа кергән.

Йылғаның аталышы төрлө, татар халҡында уны "Нухрат" һәм "Ноҡрат" исеме менән йөрөтәләр. "Нухрат" исеме йылға һәм ҡала исеме булып тора. "Нухрат" һүҙе көмөш йәки болгар аҡсаһын аңлата тигән версиялар ҙә бар.

Йыл һайын йылға тамағына 3 млн тонна йөҙмә килтерелмә сығарыла (уртаса йыллыҡ болғансыҡлығын 105 мг/л). Йыл дауамында минералләшеүе ҙур түгел: һайығыу ваҡытында 320-380 мг/л, ташҡын ваҡытында 80-100 мг/л. Ноҡрат Камаға йыл һайын 4,3 млн самаһы т матдәләр эрегән сығара (уртаса йыллыҡ минералләшеүе 160 мг/л). Улар составында күпселекте гидрокарбонат иондар, кальций, аҙыраҡ күләмдә магний иондары тәшкил итә. [3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Малома (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1906. — Т. доп. II. — С. 132.
  2. https://tatarica.org/tat/razdely/priroda/gidrograficheskaya-set/reki/vyatka Онлайн - энциклопедия Tatarica
  3. https://tatarica.org/tat/razdely/priroda/gidrograficheskaya-set/reki/vyatka Онлайн - энциклопедия Tatarica