Үмәк (рус. Умяк) — Удмурт һәм Татарстан Республикаларныда аҡҡан йылға, Вятка йылғаһының һул ҡушылдығы. Удмурт Республикаһының Можга, Кизнер һәм Грах райондары һәм Татарстан Республикаһының Алабуға райондары аша аға.

Үмәк
Ҡайҙа ҡоя Ноҡрат йылғаһы
Ҡушылдыҡ Бемыжка, Ишек, Куклюк, Адамка, Большой Сырян[d], Яга[d] һәм Шуберка[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 0,2 м³/с
Бассейн майҙаны 1196 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы[1] һәм Удмурт Республикаһы
Оҙонлоҡ 85 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Умяка[d]
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Йылға Удмуртиялағы Можга ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайышынан башлана. Һул яры буйында урмандар киң йәйелгән, тораҡ пункттар нигеҙҙә йылғаның уң ярында урынлашҡан. Урта һәм түбәнге ағымындағы һыубаҫар туғайҙарҙа торф һаҙлыҡтары осрай. Түбәнге ағымында йылға тигеҙлек буйлап аға һәм йылға йүнәлешенә ҡырҡа үҙгәреү хас һәм йырҙаһы ныҡ бормалы. Йылғаның уртаса һарҡыуы — 1,1 м/км, урта ағымында йырҙа киңлеге 6-10 м, түбәнге ағымында — 12-20 м сиктәрендә үҙгәрә — 2,0 м. Урта ағымында тиҙлеген арттыра — 0,2 м/с.

Тамағы Вятка йылғаһының һул ярының 45 километрында. Йылға оҙонлоғо 85 км, һыу бассейны майҙаны — 1196 км²[2].

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә
  • Уң — Ишек (тамағынан 65 км алыҫлыҡта), Бемыжка (57).
  • Һул — Оло Сырян (73), Яга (62), Адамка (42), Күклек(23).

Йылға буйындағы тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Тамағынан башына табан: Кесе Кармыж, Ерошкин, Решетниково, Нынек, Вишур, Поляково, Рус Куюк, Селянур, Поршур, Иҫке Ятча, Шарберд, Үмәк, Бажених ауылдары урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Вятские Поляны ҡалаһынан алып тамағына тиклем Вятка йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010300612111100040547[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Умяк» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Ҡалып:Вятка от г.Вятские Поляны до устья