Ноғоманов Сөнәғәт Ғата улы
Ноғоманов Сөнәғәт Ғата улы (1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы (башҡа сығанаҡта 275-се[1]) кавалерия полкындағы химик взводы яугиры[2].
Ноғоманов Сөнәғәт Ғата улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1921 |
Тыуған урыны | Түбә, Баймаҡ районы, СССР |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | пропал без вести в ходе операции[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСөнәғәт Ғата улы Ноғоманов 1921 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә руднигы ауылында[2] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 9 октябрендә[3]. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се (275-се)кавалерия полкының химик взводында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы рядовой[2]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Тербун районы Икенсе Тербуны ауылы тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә Түбә руднигы ауылында йәшәгән ҡатыны Ноғоманова Шәмсиә күрһәтелгәнР[1].
Хәтер
үҙгәртергә2018 йылдың 10 ноябрендә «Аҡ тирмә» Башҡорт милли-мәҙәни төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры ерләнгән туғандар ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлгә дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- НУГУМАНОВ Сунагат Гатавович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- с. Борки. Братское захоронение