Новосёлов Константин Сергеевич

Сэр Константин[13] Сергеевич Новоселов (23 август 1974 йыл) — Рәсәй[14] һәм Бөйөк Британия[15] физигы.

Новосёлов Константин Сергеевич
рус. Константин Сергеевич Новосёлов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[1][2][3]
 Бөйөк Британия[4][5]
Патронимы йәки матронимы Сергеевич[d]
Титул рыцарь-бакалавр[d]
Тыуған көнө 23 август 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[6][7] (50 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Тагил, Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө физика һәм графен[d]
Эш урыны Манчестер университеты[d]
Университет Неймегена[d]
Национальный университет Сингапура[d]
Институт проблем технологии микроэлектроники и особо чистых материалов[d]
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Университет Неймегена[d]
Заочная физико-техническая школа при МФТИ[d]
Ғилми исеме профессор[d][8]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d] (3 ноябрь 2004)
Ғилми етәксе Андрей Константинович Гейм[d]
Кемдә уҡыған Андрей Константинович Гейм[d]
Принадлежит к Манчестер университеты[d][9][10]
Строка принадлежности University of Manchester[9][10]
Ҡатнашыусы Всероссийская олимпиада школьников по физике[d], Всероссийская олимпиада школьников по физике[d], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][9] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][10]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], Европа академияһы[d][11] һәм АҠШ фәндәр милли академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт condmat.physics.manchester.ac.uk/…
Число Эрдёша 4[12]
 Новосёлов Константин Сергеевич Викимилектә

Физика буйынса 2010 йылғы Нобель премияһы лауреаты (Андрей Гейм менән берлектә), Лондон король йәмғиәте ағзаһы (2011), АҠШ Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2019)[16].

2020 йылдың июленә ҡарата уның эштәренең 200000 ашыу өҙөмтәһе бар. Хирша индексы — 110-дан күберәк. Reuters Thomson версияһы буйынса 2014 йылдың абруйлы ғалимдар рейтингы лидерҙары араһына инә[17].

2011 йылдың 31 декабрендә королева Елизавета II указы менән уға фәндәге ҡаҙаныштары өсөн бакалавр-рыцары исеме бирелә[18].

Биографияһы

үҙгәртергә

Константин Новоселов 1974 йылдың 23 авгусында Түбәнге Тагилда тыуа. Атаһы — Сергей Викторович — инженер, Уралвагонзаводында эшләй. Олатаһы, Виктор Константинович Новоселов, 39-сы мәктәпкә (2005 йылдан — 39-сы лицей) нигеҙ һалыусы һәм уныңберенсе директоры була. Әсәһе — Татьяна Глебовна — ошо мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Елена апаһы бар.

Константин 39-сы мәктәптә уҡый[19]. Тәүге уңышын алтынсы синыфта уҡығанда яулай — 1986 йылда физика буйынса өлкә олимпиадаһында беренсе урын ала[20], ә СССР Бөтә Союз мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында көслө унау исемлегенә инә. 1988—1991 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә ситтән тороп физика-техник мәктәптә уҡый. 1990 — 1991 йылдарҙа физика һәм математика буйынса Бөтә союз олимпиадаһында ҡатнаша. 1991 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү физика-техник институтына уҡырға инә.

1997 йылда МФТИ-ның Физика һәм квант электроникаһы факультетын «наноэлектроника» специальносы буйынса бик яҡшы таммалай[21]. Институттан һуң ике йыл эшләй Черноголовкала Рәсәй Фәндәр академияһының Микроэлектроника технологиялары проблемалары институтында (ИПТМ РАН) эшләй, Юрий Дубровскийҙың аспиранты була.

1999 йылда Нидерланд<ҡа күсенә, унда Неймеген университетында Андрей Гейм менән эшләй башлай. 2001 йылда уның менән бергә Манчестер университетына күсә. 2004 йылдың 3 ноябрендә[22] Новоселов профессор Ян-Кеес Маан етәкселегендә философия докторы (PhD) дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

2011 йылда Король йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана[23]. Әлеге ваҡытта Манчестер университеты һәм Король йәмғиәте профессоры[24].

Манчестерҙа йәшәй, Рәсәй һәм Британия гражданлығына эйә[15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/416856/Nobel-Prize/93434/The-prizes
  2. http://www.independent.co.uk/news/science/graphene-the-wonder-material-being-used-to-create-thinner-stronger-condoms-and-help-fight-spread-of-aids-8952177.html
  3. http://www.independent.co.uk/opinion/commentators/dominic-lawson/dominic-lawson-more-migrants-please-especially-the-clever-ones-2368622.html
  4. http://www.independent.co.uk/life-style/gadgets-and-tech/wonder-carbon-pioneers-win-nobel-physics-prize-2098408.html
  5. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  6. Konstantin Novoselov - Facts
  7. Gregersen E. Sir Konstantin Novoselov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. https://www.graphene.manchester.ac.uk/research/people/kostya-novoselov/
  9. 9,0 9,1 9,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  10. 10,0 10,1 10,2 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  11. https://www.ae-info.org/ae/Member/Novoselov_Konstantin (ингл.)
  12. https://www.csauthors.net/distance/konstantin-novoselov/paul-erdos
  13. В Англии известен как Костя, так он называет себя на своей официальной странице на сайте Манчестерского университета
  14. Нобелевский лауреат Новосёлов считает честью быть российским учёным. NEWSru.com (6 октябрь 2010). Дата обращения: 4 сентябрь 2014.
  15. 15,0 15,1 Hamish Johnston. Graphene pioneers bag Nobel prize (ингл.). PhysicsWorld (5 октябрь 2010). Дата обращения: 6 октябрь 2010. Архивировано 26 март 2012 года. 2010 йыл 8 октябрь архивланған.
  16. National Academy of Sciences Elects Members and Foreign Associates; Historic Number of Women Elected to Its Membership, 30 апреля 2019 (инг.)
  17. THE WORLD’s Most Influential Scientific Minds 2014. — Highly Cited Researchers, 2014. — P. 7. — 108 p.
  18. Создатели графена стали рыцарями. Lenta.ru (31 декабрь 2011). Дата обращения: 4 сентябрь 2014.
  19. г. Нижний Тагил, лицей № 39 2016 йыл 13 март архивланған.
  20. Известия. Ру: Учил физику сам и давал списывать другим
  21. Приложение к диплому К. Новосёлова(недоступная ссылка) — Веб-музей МФТИ.
  22. Konstantin S. Novoselov. Development and Applications of Mesoscopic Hall Microprobe. — Неймеген: Университет Неймегена, 2004. — 142 p. — ISBN 90-9018366-3.
  23. Professor Kostya Novoselov FRS (ингл.).
  24. The Royal Society, Dr. Konstantin Novoselov (ингл.). 2014 йыл 6 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә