Нико Пиросмани

грузин рәссамы

Нико́ Пиросма́ни (груз. ნიკო ფიროსმანი; ысын исеме Николай Арсланович Пиросманашвили (Пиросманишвили), груз. ნიკოლოზ ასლანის ძე ფიროსმანაშვილი; 1862, Мирҙан Тифлисҡа губернаһы, Рәсәй империяһы5 май 1918 йыл, Тифлис, Грузия демократик республикаһы) —Рәсәй империяһының[1] үҙе һүрәт төшөрөргә өйрәнгән рәссам, сәнғәттә примитивизм (Һынлы сәнғәттә, кешелек донъяһының башланғыс дәүерендәге сәнғәт әҫәрҙәренә эйәреп, һүрәтләү сараларын ябайлаштырыуға ынтылған йүнәлеш) үҙләштерә.

Нико Пиросмани
ნიკო ფიროსმანი
Исеме:

Николай Асланович Пиросманашвили

Тыуған:

яҡынса 1862 йыл

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Тифлис губернаһы, Мирзаани ауылы

Үлгән:

5 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Үлгән урыны:

Тифлис, Грузия демократик республикаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Стиль:

Примитивизм

Имза:

 Работы

Биографияһы үҙгәртергә

 
Пиросмани йәш сағында

Күп кенә биография факттары раҫланмаған, йә булмаһа уның һүҙҙәренән билдәле, йәки үлеменән һуң билдәле булып ҡала.

Пиросмани 1862 йылда Мирзаани (Кахетия) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә дүртенсе һәм һуңғы бала булып тыуа (ағаһы Георгий, апайҙары Мәриәм һәм Пепуца). 1870 йылда атаһы үлеп, аҙаҡ әсәһе менән ағаһы ла был донъянан китә. Нико Пиросмани ғаиләһендә бер үҙе генә булып, Шулавери ауылында ҡалып атайына эш биргән Баҡы фабрикаһы хужаһының тол ҡатыны Эпросине Калантаровала йәшәй. Калантаровалар ғаиләһендә яҡынса ун биш йыл йәшәй. Тәүҙә Шулаверила торһалар, аҙаҡ Эпросиненың улы Георгий менән 1870 йылдарҙа Тбилисиға күсәләр. Бер ҡайҙа ла белем алмаһа ла, грузинса һәм русса уҡырға өйрәнә. Бер нисә ай типографияға өйрәнеп алып, Элизабед Ханкаламова (Каланантрованың апайы) күсә, ә акҙаҡ уның ағайына.1876 йылдарҙа Пиросмани Мирзаани ауылына ҡайтып ваҡытлыса ғына көтөүсе булып эшләп ала.

 
"Ҡоралай « (1915), Грузияның Дәүләт сәнғәт музейы, Тбилиси.

Ҡайһы саҡтарҙа кибеткә һүрәт төшөргән рәссамдарҙан өйрәнә. 1880 йылда Гиго Зазиашвали һәм Тифлисе менән декоратив биҙәк оҫтаханаһын асалар. Һөйләүҙәре буйынса Пиросманашвили менән Зазиашвали беренсе заказ буйынса вывеска эшләйҙәр, башҡа заказдар булмай[2].

1890 йылда тимер юлдарҙа туҡтатыусы кондуктор булып эшләй. 1894 йылдың 17 ғинуарында үҙ теләге менән китә. Аҙаҡ Дмитрий Алугишвили менән һөт кибете асып, ике вывеска эшләй „Аҡ һыйыр“ һәм „Ҡара һыйыр“. Ләкин һатыу эше менән ныҡ ҡыҙыҡһынмаған, күп саҡта Мирзаани ауылына туғандарына ҡайтып киткән. 1890 йылдарҙың аҙағында Алугишвили йәшәүе өсөн уға көнөнә 1 һум биреп торған.[3] 1900 йылда Пиросмани һатыу эшен туҡтатып үҙенә живопись менән аҡса эшләгән.

Ижады үҙгәртергә

 
„Вывеска һыра Закатал“, Дәүләт Музейы, сәнғәт, Грузия, Тбилиси

Пиросманиның ижади эштәре араһында иң күбе вывескалар тәшкил итеп тора. Тблисила 20 быуат башында был жанр бик популяр булған. Вывескала ғәҙәттә рус һәм грузин телдәрендәге яҙыуҙар күрергә була. Күп саҡта был яҙыуҙарҙа хаталар ҙа осрай, ләкин рәссам уларға ҙур иғтибар бирмәгән. Күбеһенсә вывескалар ҡара төҫлө фонда эшләнгән.

Ҡара төҫлө фондар Пиросманиның портреттарында ла сағыла. Портретты ул күп ваҡыттарҙа фооларға ҡарап төшөргән. Мәҫәлән: Илья Зданевич (1913) һәм Александр Гарановтың портреттары. Зданиевичтың портреты 3 көн эсендә генә эшләнгән. Пиросмани һүрәттәрен бик тиҙ эшләп, яҡшыртырға, йә булмаһа хаталарын төҙәтергә тырышмаған.

 
„Бегостың дуҫтары“ (1910 йылдар), Дәүләт музейы, сәнғәт, Шәреҡ халыҡтары, Мәскәү

Рәссам анималистик обрадарға ҙур иғтибар бүлгән. Уның хайуан төшөрөлгән һүрәттәре ысынға оҡшап китә. Ладо Гудиашвали әйтеүенсә, хатта хайуандарҙың күҙҙәрен авторҙыҡына оҡшата.[4]

Иң билдәле эштәре — „Урам һепереүсе“ (1904); „Утын“ һатыусы»; «Балыҡсы ҡаялар араһында» (1906); «Айлы төндәге айыу» (1905); «Гумно» (1915); «Болан» (1916); «Өс кенәздең эскелек мәжлесе», «Маргарита» (1909), «Жираф».

Галерея үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. «It is dedicated to the Russian painter, Niko Pirosmani, whose Ortachala Belle with a Fan appears on the cover of Going to Home Russia».
  2. Ксения Богемия, указына. соч., с. 22
  3. Ксения Богемия, указына. соч., с. 24
  4. Ксения Богемия, указына. соч., с. 38