Николай Чудотворец сиркәүе (Егорлык станицаһы)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Николай Чудотворец сиркәүе
| |
Ростов өлкәһе Егорлык ситаницаһы Николай Чудотворец сиркәүе.jpg Иҫке Николай Чудотворец сиркәүе (1906-1936) | |
Ил | Рәсәй |
Конфессия | Православие |
Епархия | Волгодонск һәм Сальск епархияһы |
Төҙөлөшө | 2006—2011 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эшләүсе |
Николай Чудотворец сиркәүе — Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Егорлык районы Егорлык станицаһындағы православие сиркәүе. Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүе Волгодонск һәм Сальск епархияһы Кагальницкий мәнфәғәтенә ҡараған сиркәү.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Егорлык районы, Егорлык станицаһы, Лунaчарский урамы, 26-сы йорт.
Тарих
үҙгәртергә1811 йылда Егорлык станицаһында Изге Николай Чудотворец сиркәүе төҙөлгән. Сиркәү, ул ваҡытта станицала кирбес тә, таш та булмағанлыҡтан, бағаналарға таҡталар ҡағып төҙөлгән. Был ағас сиркәү бик тиҙ арала туҙған.
1827 йылда Егорлык станицаһы казактары Ғәскәр атаманы Дмитрий Ефимович Кутейниковҡа Новочеркасскийҙағы ағас сиркәүҙе хәйриә итеп биреүен һорап мөрәжәғәт иткәндәр.
1833 йылдың 23 авгусында ағас сиркәү таш нигеҙгә һалынған һәм 1837 йылдың 24 октябрендә изгеләндерелгән. Сиркәү яңынан 43 йыл буйына эшләгән, тик халыҡ артып китеү сәбәпле барлыҡ табыныусыларҙы ла бер юлы һыйҙыра алмаған. Шунлыҡтан казактар үҙ йыйылышында Дон Ғәсҡәрҙәре башлығы Николай Александрович Краснокутскийға яңы, таш сиркәү һалырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итергә булған.
Таш сиркәүҙе 1880 йылда төҙөй башлағандар. 25 йыл буйына сиркәү төҙөлгән, уның өсөн аҡсаның бер өлөшөн станица ҡаҙнаһы биргән. Кирбесте Парамонов кирбес заводынан һатып алғандар, ҡом һәм башҡа төҙөлөш материалдарын Урта Егорлык ауылындағы «Гужартелдән» аттарҙа ташығандар. Сиркәү төҙөлөп бөткәс, 1906 йылда иҫке сиркәү йортон Кагальницкий станицаһына биргәндәр.
1906 йылда өс тәхетле Николай Чудотворец сиркәүе изгеләндерелгән. Сиркәүҙә һигеҙ ҡыңғырау, ун ике кешенән тоған хор булған. Баш тәхет Изге Николай Угодникҡа, уң яҡ тәхете Архангел Михаилға, ә һул яҡтағыһы — Изге ыҙа сигеүсе Власийға бағышлап төҙөлгән[1].
1936 йылда сиркәү емерелә. Уның һуңғы руханийы — протоиерей Петр Ямщиков. 1937 йылда ул атып үлтерелгән.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң станицала табыныу йорто эшләгән. Йорттоң ишеге алдында ҡыңғырауҙар бүлмәһе торған. Һуңыраҡ табыныуҙар йортон икенсе кешенең йортона күсергәндәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта табыныу йортонда 6 рухани алышынған. 1992 йылда ғибәҙәт ҡылыу йортонда ҡыңғырау бүлмәһе генә тергеҙелгән. Йортто иерей Иоанн Чайкин изгеләндергән. Николай Чудотворец сиркәүендә 22 майҙа һәм 19 декабрҙә ике тәхет байрамы үткәрелә. Сиркәү әлеге көндә лә шәхси йортта тора.
1990 йылдар башында станицала яңы кирбес ҡорам төҙөргә ҡарар иткәндәр. 1995 йылдың декабрендә, уның беренсе ташы һалына. Төҙөлөш урынында православие тәреһе ҡуйыла.
2002 йылда Архиерей Анастасий Пантелеимон фатихаһы менән сиркәү төҙөргә аҡса йыя башлағандар, сиркәүҙең проектын эшләтергә заказ яһағандар. Сиркәүҙе төҙөү 2006 −2011 йылдарҙа барған. 2011 йылда ҡыңғырауҙар ҡуйылған. Уларҙы Зерноград округы сиркәүҙәренең протоиерейы Петр (Юркин) менән Николай Чудотворец руханийы Егорлык станицаһы протоиерейы Георгий (Цуркану) изгеләндергән. 10 яңы ҡыңғырауҙы «Местпромовец» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры, меценат Павел Иванович Попов хәйергә биргән.
Изге әйберҙәр
үҙгәртергә- Изге Николай Чудотврец Бариҙағы Мир Ликийскийҙың һөйәктәре
Дин әһелдәре
үҙгәртергәЕгорлык станицаһы Изге Никольский сиркәүенең руханийы — протоиерей Георгий Цуркану.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Егорлыкская. Новая церковь Николая Чудотворца
- Православные храмы станицы Егорлыкской
- Ст. 2017 йыл 23 ғинуар архивланған. Егорлыкская 2017 йыл 23 ғинуар архивланған.. Волгодонская епархия.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Память святого мученика Власия 2017 йыл 11 май архивланған.