Морозкин Николай Данилович

(Николай Данилович Морозкин битенән йүнәлтелде)

Морозкин Николай Данилович (27 ноябрь 1953 йыл) — математик-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 2013 йылдан — университет ректоры, 2022 йылдың 8 апреленән — университет президенты. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Морозкин Николай Данилович
Тыуған көнө

27 ноябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны

Мордва АССР-ы (хәҙер Мордва Республикаһы) Ельников районының Кержиманы ауылы

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

ғәмәли математика

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Мордва дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы (1996)

Ғилми исеме

профессор (1997)

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡорт дәүләт университеты ректоры (2013—2022)

Награда һәм премиялары
Салауат Юлаев ордены
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Данилович Морозкин 1953 йылдың 27 ноябрендә Мордва АССР-ы (хәҙер Мордва Республикаһы) Ельников районының Кержиманы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1975 йылда Мордва дәүләт университетын тамамлағандан һуң Ленинград дәүләт университетында стажер—тикшереүсе була. Артабан ғәмәли математика факультетында аспиратурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Мордва дәүләт университетында башлай: ассистент, шунан өлкән уҡытыусы булып эшләй.

1983 йылдан Николай Морозкин — Башҡортостанда. Үҙенең фәнни эҙләнеүҙәрен һәм уҡытыусылыҡ хеҙмәтен Башҡорт дәүләт университетында дауам итә: иҫәпләү математикаһы кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент, 1993 йылдан — ошо кафедра мөдире. 1996 йылда «физика—математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1997 йылдан — профессор.

Шул уҡ йылда университеттың уҡыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала тиҫтә ярым йылдан артыҡ эшләй. 2013 йылдың 16 майында Башҡорт дәүләт университетының ректоры итеп һайлана һәм был вазифала 2022 йылдың 8 апреленә тиклем эшләй, шул көндә университет президенты вазифаһына ҡуйыла. Юғары уҡыу йортон үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Профессор Николай Морозкиндың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә математик моделләү һәм информатика нигеҙендә ҡулайлы идара итеү һәм уны камилләштереү мәсьәләре инә. Был йүнәлештә уның 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәте, ике уйлап сығарыуға рәсми патенты бар. Шулай уҡ ул тиҫтәләгән уҡыу-методик ҡулланмаһы һәм уҡыу әсбаптары авторы. Ғалим йәш быуын ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләүгә лә даими иғтибар бирә. Уның фәнни етәкселегендә һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Н. Д. Морозкин «йылылыҡ физикаһы һәм теоретик йылылыҡ техникаһы», «шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы» ғилми һөнәрҙәре буйынса докторлыҡ диссертациялар яҡлау советтары ағзаһы.

Ғалимдың төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

рус телендә:

  • Об одном итерационном методе решения задачи оптимального нелинейного нагрева с фазовыми ограничениями // Журнал вычислительной математики и математической физики. М.: Издательство РАН, т.40, N 11, 2000 г., с. 1615—1632 (соавторы Голичев И. И., Дульцев А. В.).
  • Применение метода конечных элементов для расчета пластового давления в нефтяном месторождении // Нефтяное хозяйство, М., N 11, 1998 г., с. 28—30 (соавтор Бикбулатова Г. С.).
  • Оптимальное управление процессами нагрева с учетом фазовых ограничений. Учебное пособие, Уфа: Издательство БашГУ, 1997 г., 114 с.
  • The Convergence of Finite — Dimensional Approximations in the Problem of the Optimal One — Dimensional Heating Taking Phase Constraints into Account // Comp. Math. Phys., vol. 36, N 10, 1996 г. pp. 1331—1339 (Printed in Great Britain).
  • Оптимальное управление одномерным нагревом с учетом фазовых ограничений // Математическое моделирование. М.: Издательство РАН, N 3, т.8, 1996 г., с. 91—110.
  • Оптимизация высокотемпературного индукционного нагрева сплошного цилиндра с учетом ограничений на термонапряжения // Электричество, М.: Издательство РАН, N 5, 1995 г., с. 56—60.
  • О сходимости конечномерных приближений в задаче оптимального одномерного нагрева с учетом фазовых ограничений // Журнал вычислительной математики и математической физики. — Издательство РАН. — 1996. № 10. — С. 12—22.

Ғалим тураһында материалдар, уның менән әңғәмәләр

үҙгәртергә
  • Николай Морозкин: «У Башкирского государственного университета отличные перспективы для развития» // Эксперт Урал, № 9 (635). 2015, февраль.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә