Ботгрос Николай

(Николай Ботгрос битенән йүнәлтелде)

Ботгрос Николай (молд. Nicolae Botgros; 25 ғинуар 1953 йыл) — Молдавия скрипкасыһы һәм дирижеры, Молдова дәүләт филармонияһының «Лэутарий» халыҡ музыкаһы ансамбле художество етәксеһе[2].

Ботгрос Николай
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Молдова
Тыуған көнө 25 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш) или 1953[1]
Тыуған урыны Бадикул Молдовенеск[d], Кагульский район[d], Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Lidia Bejenaru[d]
Һөнәр төрө скрипкасы, дирижёр
Эшмәкәрлек төрө музыка[1], скрипичное выступление[d][1], дирижирование[d][1], фольклор[d][1] һәм халыҡ музыкаһы[d][1]
Музыка ҡоралы скрипка
Тамамланыу датаһы 2021
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
национальный орден «За заслуги» орден Республики народный артист Молдавской ССР медаль «Михай Эминеску»
 Ботгрос Николай Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай (Николае) Ботгрос 1953 йылдың 25 ғинуарында Молдавия ССР-ы (хәҙер Молдова Республикаһы) Кагул районы Бадикул Молдовенеск ауылында[3] музыканттар ғаиләһендә тыуған: уның атаһы скрипкасы була, ике бер туған ағалары ла төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған.

Башта Сороки мәҙәни-ағартыу училищеһында музыкаға өйрәнә. Һуңыраҡ Кишинев консерваторияһын (скрипкасы һәм дирижер) тамамлай.

1970 йылдар башында Единец ҡалаһында «Чокырлия» оркестрында эшләй. 1973—1974 йылдарҙа «Мугурел» оркестрында, 1974—1978 йылдарҙа «Жок» оркестры ансамблендә скрипкасы була. 1978 йылдан алып Николай Ботгрос халыҡ ансамбле «Мугурел» нигеҙендә ойошторолған «Лэутарий» ансамблен етәкләй. СССР-ҙың күп кенә ҡалаларында һәм сит илдәрҙә — Европала һәм Америкала— сығыш яһай. Ансамбль бик күп миҙалдарға һәм дипломдарға лайыҡ булды.

Николай Ботгрос Лидия Беженаруға өйләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Молдавия ССР-ының халыҡ артисы (1988)
  • Республика ордены (2000)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә