Бәшнәктәр

(Бәшнәк битенән йүнәлтелде)

Бәшнәктәр (үҙ атамаһы — Becě­nek, ғәр. Pačanāk‎, лат. Pacinac, иск.-слав. пєчєнѣзи, бор. грек. Πατζινάκοι) — боронғо төрки халыҡ йәки ҡәбиләләр берләшмәһе.

Бәшнәктәр
Нигеҙләү датаһы 860
Рәсем
Туған тел Бәшнәк теле[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1091
Урынлашыу картаһы
 Бәшнәктәр Викимилектә

Бәшнәктәр төрки халыҡтарҙың күбеһенең, шул иҫәптән башҡорттарҙың, татарҙарҙың һәм башҡаларҙың, этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған[1].

Урта быуат ғәрәп (Гардизи, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан һ.б.) һәм Византия (Константин Багрянородныйҙың «Империя менән идара итеү тураһында» («Об управлении империей») әҫәрендә) авторҙары хеҙмәттәрендә, Көнбайыш Европа һәм боронғо урыҫ йылъяҙмаларында телгә алына[1].

Европа һәм грек сығанаҡтарында «пацинак» йәғни «пачинакит», ғәрәп — «беджнак» йәки «баджана» тип атала. С. А. Плетнёва фаразы буйынса, атамалары бәшнәк ҡәбиләләр берләшмәһенең гипотетик юлбашсыһы Бече (Beče) төрки исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин[2].

Шулай уҡ этноним bačanak (badža — «бажа; апаның йәки һеңленең ире; өлкән туған», рус. свояк) төрки һүҙенән килеп сығыуы мөмкин[3]. Н. А. Баскаков шундай уҡ үҙенсәлекте башҡорттарҙың этнонимында таба: badža («бажа») һәм oγur («уғыр/оғур ҡәбиләһе») — badž(a) (o)γur > badžγar > badžγur (уғыр бажалары). Баскаков буйынса «төрк» этнонимы törxöm ~ türxem (кейәүҙәге ҡатындың ата-әсәләре һәм туғандары) монгол һүҙенән килеп сыҡҡан[4].

 
814 йылда Хазар ҡағанаты. Европа картаһы, 1905 йыл.

Бәшнәктәр ҡәбиләләр берләшмәһе VII—VIII быуаттарҙа Урта Азияла, Арал диңгеҙе буйы далаларында һәм Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымында формалашҡан тип фараз ителә. Бәлки башта уғыҙҙарҙың бер өлөшөн тәшкил иткән. Византия императоры Константин Багрянородныйҙың «Империя менән идара итеү тураһында» («Об управлении империей») әҫәрендә бәшнәктәрҙең бер өлөшөнөң атамаһы ҡаңғар булған тигән мәғлүмәттәр бар[5]. Й. Мар­кварт «ҡаңғар» этнонимын Һырдаръяның түбәнге ағымының Ҡанғ атамаһы менән Орхон-Йәнәсәй төрки руник яҙмаларындағы «кен­ге­рес» этнонимына тап килтерә. В. В. Бар­толь­д һәм А. М. Щер­ба­к тарафынан хупланған Мар­квар­т гипотезаһы буйынса бәшнәктәр иң башта Һырдаръяның түбәнге ағымында һәм Арал диңгеҙенән төньяҡтараҡ урынлашҡан территорияларҙа йәшәгән тип әйтергә мөмкин. С. Г. Кляш­тор­ный «Ҡанғ йылғаһын» Һырдаръяның урта ағымындағы оазистарҙың ерҙәренә тап килтерә, был ерҙәр ярым күсмә уғыҙ һәм бәшнәк протектораты аҫтында булған. Кляшторный күҙәтеүе буйынса, VIII быуат башында уҡ бәшнәк ҡәбиләләре (кен­ге­ре­стар/ҡаңғарҙар) айырым халыҡ булараҡ оазистарҙың ултыраҡ халҡы менән сәйәси конфедерацияға ингән[3].

IX быуатта бәшнәктәрҙе Арал буйынан уғыҙҙар ҡыҫырыҡлап сығара, һәм уларҙың төп өлөшө Волга һәм Дон йылғаларының аръяғына, Киев Русе сиктәренә күсенә, ҡалғандары Яйыҡ йылғаһының урта, Илек йылғаһының түбәнге ағымында, Һамар йылғаһы бассейнында урынлаша[1]. Үҙ сиратында бәшнәктәр мадъяр (венгр) күсмә ҡәбиләләрен көнбайышҡа китергә мәжбүр итә[3].

Уғыҙ һәм хазарҙарҙан еңелеүҙәренә ҡарамаҫтан, бәшнәк ҡәбиләләре Хазар ҡағанаты контролдә тотҡан далаларҙа урынлаша, хазар торамаларҙың бер өлөшө емерелә. IX быуаттың 2-се яртыһында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына киләләр (бының тураһында 889 йылға ҡараған Ре­ги­но­н Прюмдың латин хроникаһы хәбәр итә), һәм 990 йылдарҙа был ерҙәрҙән мадъярҙарҙы тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығаралар[3]. Яҡынса 882 йылда бәшнәк ҡәбиләләре Ҡырымға килеп етә[6].

 
Святослав бәшнәк союздаштары менән Болгарияға үтеп инә (Константин Манасс хроникаһынан)

IX һәм X быуат араһында Түбәнге Дунай буйында урынлаша. X быуатта бәшнәктәр Волга һәм Дунайҙың түбәнге ағымы араһында йәшәй. Был территорияла күбеһенсә Көнсығыш Европала геосәйәси юҫыҡты билдәләүсе ҙур этносәйәси берлек ойошҡан (ул урыҫ историографияһында «Пе­че­не­гия» атамаһын ала). Берлек 2 ҙур берләшмәгә бүленгән, улар араһында сик Днепр йылғаһы буйлап үткән. Бәшнәктәрҙең көнсығыш (һул яҡ яр буйы) берләшмәһе Херсонес (Ҡырым) һәм Хазар ҡағанаты менән, ә көнбайыш берләшмәһе — Беренсе Болгар батшалығы һәм Византия менән бәйләнеш тотҡан. Был осорҙа бәшнәктәр фактик рәүештә «варягтарҙан гректарға» юлының иң ҡатмарлы участогын — Днеп­рҙың түбәнге ағымын һәм Днепр тупһаларын контролдә тота[3].

Бәшнәк хәрби контингенттары ялланма ғәскәр булараҡ күп тапҡыр Византия императорҙары тарафынан Беренсе Болгар батшалығы һәм Боронғо Рус дәүләтенә, шулай уҡ Боронғо Рус дәүләте хакимдары тарафынан Византияға һәм Беренсе Болгар батшалығына ҡаршы көрәшкә йәлеп ителә. Бәшнәктәрҙең бер өлөшө Хазар ҡағанатына буйһона, йәнә бер төркөмө Волга аръяғына күсенә, бында уларҙың булыуын X быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан билдәләп үтә[3].

Урта быуат авторҙарының барыһы тиерлек, X—XI быуаттарҙа бәшнәк этносәйәси берләшмәһенең сәйәси ҡоролошо ҡатмарлы булыуы тураһында билдәләп үтә. Кон­стан­ти­н VII Баг­ря­но­род­ный буйынса, бәшнәктәр үҙ башлыҡтары булған 8 фемаға бүленгән, ә һәр бер фе­ма — биш кесерәк берләшмәнән (кландарҙан йәки ырыуҙарҙан) торған. «Империя менән идара итеү тураһында» («Об управлении империей») әҫәренең мәғлүмәттәренә ярашлы, бәшнәктәрҙә власть бер нәҫелдең вәкилдәре ҡулында булған һәм ике туған ҡустыһана күскән (дөйөм төрки йолаһы буйынса, власть атаһынан улына күсмәгән, ә нәҫелдә хакимдан һуң өлкәнерәк булған ир-егеткә бирелгән, күренеүенсә, был осраҡта византия ҡарашы буйынса үҙгәртеп күрһәтелгән). Сығанаҡтар бәшнәктәрҙә «халыҡ йыйылышы» йәғни «ари­сто­кра­ти­я шураһы» булыуын, һәм шулай уҡ юлбашсы-хандарҙың һәм «аҡһаҡалдар»ҙың власы үҫеүен билдәләй. Шулай итеп «Бәшнәк иле» (рус. «Пе­че­не­гия») ҡәбиләләр конфедерацияһы булып торған, ул империяға тиклем үҫергә мөмкин булған, әммә яйлап һуғыштарҙа юҡ ителгән[3].

 
Бәшнәктәрҙең кенәз Святослав Игоревичты үлтереүе

Бәшнәк ҡәбиләләре күп тапҡыр боронғо урыҫ йылъяҙмаһында теркәлә, ундағы бәшнәктәр хаҡында тәүге хәбәрҙәр шартлы рәүештә 915 йыл менән билдәләнә — был ваҡытта бәшнәктәр Киев кенәзе Игорь менән солох килешеүен төҙөй. 920 йылда Киев кенәзе Игорь бәшнәктәр менән һуғыша, ә 944 уларҙы Византияға походға барыу өсөн яллай. 968 йылда бәшнәк ҡәбиләләре Ки­евты ҡамауға ала. «По­вес­ть вре­мен­ных лет» әҫәрендә боронғо рус воеводаһы Претич һәм бәшнәк кенәзе араһында һөйләшеүҙәр һүрәтләнә. 972 йылдың яҙында бәшнәк ханы Куря византияларҙың ҡотортоуы буйынса кенәз Святослав Игоревичты үлтерә; риүәйәт буйынса кенәздең баш һөйәгенән хан өсөн һауыт эшләнә. Киев кенәзе Владимир Святославич хакимлығы осоронда бәшнәктәр күп тапҡыр Боронғо Рус дәүләтенә һөжүм итә. Уларҙан һаҡланыу өсөн киев кенәзе Боронғо Рус дәүләтенең көньяҡ сиктәрендә оборона һыҙыҡтарын («бе бо рать отъ пе­че­негъ») төҙөүҙе ойоштора. Улар Дес­на, Ос­тёр, Тру­беж, Су­ла, Стуг­на йылғалары буйҙарында төҙөлә. Бәшнәктәр менән бер туҡтауһыҙ һуғыштар боронғо урыҫ эпик традицияларында һаҡланған, улар йылъяҙмасылар өсөн сығанаҡ булған. Бәшнәктәр Яро­сла­в Вла­ди­ми­ро­ви­ч Муд­рыйға ҡаршы Святополк Окаянный яғында, Владимир Святославичтың улдары араһындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан. 1036 йылда киев кенәзе Яро­слав Муд­рый бәшнәктәрҙе тар-мар итә, бынан һуң уларҙың төп өлөшө, ҡыпсаҡтарҙың ҡыҫырыҡлауы һөҙөмтәһендә Византия һәм Венгрия сиктәренә күсенә[3].

XI быуатта бәшнәктәр Византия империяһына даими рәүештә ҡурҡыныс менән янай, 1040 йылдар аҙағында Тирах хан етәкселегендә Дунайҙы боҙ аша үтә, әммә византиялар уларҙың һөжүмен кире ҡағыуға ирешә. Шул уҡ ваҡытта бынан иртәрәк Тирах хандың көндәше Кеген византия императорына хеҙмәткә күсә, бәшнәктәрҙең бер өлөшө Болгария территорияһында урынлаша. Император Алек­сей I Ком­нин бәшнәктәр менән алты йыл дауамында барған һуғыштан һуң, 1091 йылда уларҙы еңеүгә өлгәшә. Уның уңышын император Ио­анн II Ком­нин нығыта, ул 1122 йылдағы алышта бәшнәктәрҙе тар-мар иткән[3].

 
Яҡынса 1030 йылдарҙа бәшнәктәр (картала — печенеги) биләгән территория

XI быуат уртаһында бәшнәктәр күмәк рәүештә Венгрияға күсә (уларҙың Венгрияға тәүге тапҡыр үтеп инеүе X быуатҡа ҡарай). Бәшнәк ҡәбиләләренең Венгрияға яуы һәм миграцияһы XII быуаттың 1-се сирегенә тиклем дауам итә. Мадъяр сығанаҡтарында «хеҙмәт итеүсе» бәшнәктәр XIII быуаттың 2-се яртыһына ҡәҙәр осрай[3].

Бәшнәктәрҙең бөр өлөшө ҡарабүректәр (рус. черные клобуки) составына инеп, XI быуаттың 2-се яртыһынан киев кенәздәренең федераттары булып китә. 1116 йылда Дон йылғаһы буйында бәшнәк һәм торктар менән ҡыпсаҡтар араһында алыш була, бында һуңғылары еңеү яулай. Бәшнәктәр урыҫ йылъяҙмаларында һуңғы тапҡыр 1169 йылда ҡара бүректәр составында телгә алына. XVI быуатҡа ҡараған урыҫ йылъяҙмаларындағы 867 йылда Аскольд һәм Дирҙең бәшнәктәрҙе ҡыйратыуы, бәшнәк кенәздәрен суҡындырыу, урыҫ баһадирҙарының бәшнәктәрҙе еңеүе һәм бәшнәк кенәздәре менән төрлө килешеүҙәр төҙөү тураһындағы мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй һәм урта быуат әҙәби ижадының емеше булып тора[3].

XIII быуат аҙағына ҡарай бәшнәктәр тураһында мәғлүмәттәр сығанаҡтарҙан юҡ була[3].

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Телдәре тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Бәлки бәшнәк теле бер нисә боронғо төрки руник яҙма ҡомартҡыларында теркәлгәндер. Византия һәм башҡа яҙма сығанаҡтар буйынса бер нисә тиҫтә бәшнәк һүҙҙәре (башлыса шәхси исемдәр, топонимдар, этонимдар) һаҡланған. Н. А. Баскаков фекеренсә, бәшнәк теле төрки тел төркөмөнөң уғыҙ төркөмсәһенә ҡараған, шулай ҙа уның төрки телдәре классификцияһындағы урыны аныҡ билдәле түгел. «По­вес­ть вре­мен­ных лет» буйынса бәшнәктәрҙең теле Киев халҡына X быуаттан билдәле булған[3].

Бәшнәктәрҙең хужалыҡ итеү нигеҙендә күсмә малсылыҡ ятҡан[1].

Сығанаҡтарҙа бәшнәктәрҙең артабанғы йолалары теркәлгән: һаҡалды ҡырыу, ҡыҫҡартылған еңһеҙ кейем кейеү, мәйеттәрҙе яғыу (был йола тик яҙма сығанаҡтарҙа теркәлә һәм архелогик яҡтан раҫланмай), шәхси даландың контагиоз күсеүенә ышаныу, бәлки — ритуаль каннибализм. Ар­хео­ло­гик мәғлүмәттәр буйынса, бәшнәктәр мәйеттәрҙе йылҡы менән, йыш ҡына — ҡорал (ян, уҡ, ҡылыс) һәм биҙәүестәр менән бергә ерләгәндәр. Бәшнәк зыяраттары шул уҡ дәүерҙәге башҡа күсмә зыяраттарҙан ерләү йолаһы менән бер үк тиерлек, улар башлыса хронологик һәм территориаль яҡтан айырыла. Ҡәберҙәр өҫтөнә йә бәләкәй ҡурғандар өйөлгән, йә иртәрәк ваҡыттағы өйөлмәләргә өҫтәлмә ерләнеү урыны яһалған. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарына баштары менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Йыш ҡына ҡәбер соҡоронда ағас камера йәки ҡумта эшләнгән. 1108 йылда немец мис­сио­неры Бру­но Квер­фурт­ский бәшнәктәргә уларҙы христиан диненә суҡындырыу маҡсатында барған, әммә уның инициативаһы уңышһыҙ тамамлана. Шәреҡ авторҙары бәшнәктәр араһында ислам дине таралыуы хаҡында хәбәр итә, шулай уҡ уларға манихейлыҡ дине миссионерҙары барған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Иванов В. А. Бәшнәктәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Плетнёва С. А. Печенеги // Исчезнувшие народы: Сборник статей (по материалам журнала «Природа») / Сост. канд. филос. наук С. С. Неретина; Под ред. д-ра ист. наук П. И. Пучкова; Худож. оформл. Е. Л. Гольдина. — М.: Наука, 1988. — С. 35—46. — 176 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-02-023568-7
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 Щавелёв. Печенеги // Большая российская энциклопедия. Т. 26: Перу — Полуприцеп. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2014. — 768 с. — ISBN 978-5-85270-363-7.
  4. Баскаков Н. А. О происхождении этнонима башкир // Сборник «Этническая ономастика». Академия наук СССР. Институт этнографии имени Н. Миклухо-Маклая. — М.: Наука, 1984.
  5. Константин Багрянородный. О народе пачинакитов // Об управлении империей / Под ред. Г. Г. Литаврина, А. П. Новосельцева. — 2-е изд. — М.: Наука, 1991. — С. 156—157. — ISBN 5-02-008637-1.
  6. Андреев А. Р. Печенеги в Крыму. Тмутараканское княжество. Княжество Феодоро. Половцы в Крыму // История Крыма. — М.: Белый волк, 2002.
  • Гарустович Г. Н., Иванов В. А. Огузы и печенеги в Евразийских степях / Под ред. Л. Н. Скальдина. — Уфа: Гилем, 2001. — 212 с. — ISBN 5-7501-0233-5.
  • История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. II. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.
  • Мавродина Р. М. Киевская Русь и кочевники (печенеги, торки, половцы): Историографический очерк / Отв. ред. В. М. Панеях. Ленингр. отд-ние Института истории СССР АН СССР. — Л.: Наука, 1983. — 88 с. — 12 500 экз. (обл.)
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа, 2009.
  • Печенеги (Антология) / Ред. В. Кукушкин. — М.: Ломоносовъ, 2013. — 192 с. — (История. География. Этнография). — ISBN 978-5-91678-089-5.
  • Плетнёва С. А. Печенеги // Исчезнувшие народы: Сборник статей (по материалам журнала «Природа») / Сост. канд. филос. наук С. С. Неретина; Под ред. д-ра ист. наук П. И. Пучкова; Худож. оформл. Е. Л. Гольдина. — М.: Наука, 1988. — С. 35—46. — 176 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-02-023568-7. (обл.)
  • Плет­не­ва С. А. Пе­че­не­ги, тор­ки, по­лов­цы // Сте­пи Ев­ра­зии в эпо­ху Сред­не­ве­ковья. — М., 1981.
  • Prit­sak O. The Pečenegs: a case of social and economic transformation // Archivum Eurasiae medii aevi. Lisse, 1975.
  • Ра­сов­ский Д. А. По­лов­цы. Чер­ные кло­бу­ки: пе­че­не­ги, тор­ки и бе­рен­деи на Ру­си и в Венг­рии (ра­бо­ты раз­ных лет). — М., 2012.
  • Щер­бак А. М. Пе­че­неж­ский язык // Язы­ки ми­ра. Тюрк­ские язы­ки. — М., 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә