Курапов Николай Андреевич

Хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
(Николай Андреевич Курапов битенән йүнәлтелде)

Курапов Николай Андреевич (25 декабрь 1949 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.

Курапов Николай Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Буньково[d], Прокудский сельсовет[d], Коченёвский район[d], Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Никола́й Андре́евич Кура́пов 1949 йылдың 29 декабрендә Новосибирск өлкәһенең Коченевский районы Буньково ауылында тыуған. Новосибирск электротехник институтын һәм Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1968—1973 — «Башкирэнерго» берекмәһе подстанцияһының дежур инженеры
  • 1975—1986 — станцияның смена начальнигы, «Башкирэнерго» РЭУ-һы Башҡорт биохимкомбинаты ТЭЦ-ының производство-техник бүлеге начальнигы.
  • 1986—1988 — начальник производственно-технического отдела, главный инженер Уфимской ТЭЦ-1 РЭУ «Башкирэнерго» РЭУ-һы 1-се Өфө ТЭЦ-ының производство-техник бүлеге, баш инженеры.
  • 1988—1994 йылдар — директор Уфимской ТЭЦ-4 ОАО «Башкирэнерго» ААЙ-һының 4-се Өфө ТЭЦ-ы директоры.
  • 1994—2000 йылдар — «Башкирэнерго» ААЙ-һы генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары.
  • 2000—2001 йылдар — Өфө ҡалаһының Денин районы хакимиәте башлығы.
  • 2001—2001 — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
  • 2001—2009 — «Башкирэнерго» ААЙ-һының Генераль директоры.
  • 2009—2010 — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе.
  • 2010—2012 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Кәңәшсеһе.
  • 2012 йыл — «Башҡорт бәләкәй когенерация компанияһы» ЯСЙ-һы директоры.
  • Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайланды.

«Башкирэнерго» ААЙ-һы Директорҙар советы рәйесе[1], «Урал» волейбол клубы президенты, «Салауат Юлаев» хоккей клубының Күҙәтеүселәр советы ағзаһы була.

2009 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостан Республиканың Волейбол федерацияһы рәйесе посын ҡалдыра, әммә «Урал» Волейбол клубы президенты булыуҙан туҡтамай[2].

60 йәшлек юбилейы алдынан, 2009 йылдың 25 декабрендә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән оҙоҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн республиканың иң юғары наградаһы — Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән[3], шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Королтайҙың «Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу өлкәһенә һалған тос өлөшө өсөн» Почёт билдәһе менән бүләкләнә[4].


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы
  • Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • Салауат Юлаев ордены
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2009)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә