Никара́гуа (исп. Lago de Nicaragua, Lago Cocibolca, Mar Dulce, Gran Lago, Gran Lago Dulce, или Lago de Granada) — тектоник сығышлы Никарагуа дәүләтендәге эре сөсө һыулы күл. Никарагуаның майҙаны 8624 км², был Латин Америкаһынлағы майҙаны буйынса беренсе сөсө һыулы күл һәм Латин Америка күлдәре араһында икенсе урында (иң ҙур күл — Маракайбо күле). Төрлө мәғлүмәттәр буйынса донъя күлдәре араһында 19-сы йәки 20-се урында. Типитапа йылғаһы күлде Манагуа күле менән тоташтыра.

Озеро
Никарагуа
исп. Lago de Nicaragua
Морфометрия
Абсолют бейеклеге32 м
Майҙаны8264 км²
Күләме108 км³
Иң тәрән урыны45 м
Уртаса тәрәнләк13 м
Бассейн
Площадь бассейна23 844 км²
Впадающая рекаТипитапа
Урынлашыуы
11°37′00″ с. ш. 85°21′00″ з. д.HGЯO
Ил
Никарагуа
Точка
Никарагуа
 Никарагуа Викимилектә

Никарагуа — акулалар тереклек иткән донъялағы берҙән бер күл. Ошо фактҡа нигеҙләнеп, Тымыҡ океандың яҡын булыуын иҫәпкә алып, ғалимдәр был диңгеҙ ҡултығы булған тип иҫәпләй. Ваҡыт үтеү менән диңгеҙгә сығыу юлы ябылған, ә акулалар хәҙергә көндә лә йәшәй[1].

Никарагуалылар күлде Lago Cocibolca или Mar Dulce (Шәрбәт диңгеҙ) тип атай. Диңгеҙҙәге кеүек бында ла көслө штормдар булғылай. Күлдә Ометепе (Ometepe) һәм Солентинаме (Solentiname) кеүек утрауҙар бар.

Күл Кариб диңгеҙе менән суднолар йөрөй торған Сан-Хуан йылғаһы менән тоташҡан, шуға ла күл буйындағы Гранада ҡалаһы, Тымыҡ океанға яҡыныраҡ булһа ла, Атлантика порты тип иҫәпләнә. Элегерәк күлдә пиратлыҡ осраҡтары булған.

Панама каналы төҙөлгәнгә тиклем күл аша Накарагуа каналы төҙөү пландары булған.

Панама каналы асылғас был план актуллеген юғалта. 2008 йылдың 18 декабрендә Рәсәй һәм Никарагуа президенттары осрашҡан ваҡытта был каналды төҙөү планы тураһында һөйләшеү була[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ҡалып:Төньяҡ Америка күлдәре