Нефтекама ҡалаһы флагы
Нефтекама ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округы символы.
Нефтекама | |
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
3006 [2] |
Флагтың авторы |
Салауат Ғиләжетдинов |
Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 13 июлендә 1-12/2 номер аҫтында раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 033 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3006 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәОҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған тура мөйөшлө туҡыма, ул флаг һабына ҡарай йүнәлтелгән күк, һары һәм ҡара төҫтәге герб композицияһын сағылдыра[3].
Символиканы дәлилләү
үҙгәртергәФлаг Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм иҡтисади үҫеше үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербына нигеҙләнеп эшләнгән.
Флагтың төп элементтары — өс асҡыс, улар ҡаланың үҫешкән сәнәғәтен күрһәтә: энергетика, машиналар эшләү, еңел сәнәғәте. Өскә бүленгән ерлектәрҙә алтын нурлы ҡара төҫтәге йондаҙҙар урынлашҡан, улар крайҙың нефть байлыҡтарын кәүҙәләндерә — ҡаланың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенең нигеҙҙәре. Өс йондоҙ шулай уҡ ҡаланың Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәниәте үҙәге булыуын символлаштыра. Йондоҙҙоң ете нуры Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы аңлата.
Күк (асыҡ зәңгәр) төҫ — гүзәллек, бөйөклөк, үҫеш, алға ынтылыш һәм өмөт символдары.
Һары (алтын) төҫ— байлыҡ, миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек символдары.
Ҡара төҫ — нефть төҫө, бер үк ваҡытта аҡыллылыҡ һәм мәҙәнилек символдары[3].