Нерознак Владимир Петрович
Нерознак Владимир Петрович (17 ноябрь 1939 йыл — 2 ноябрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тел белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, профессор[1]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты.
Нерознак Владимир Петрович | |
рус. Владимир Петрович Нерознак | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1939 |
Тыуған урыны | Божедаровка[d], Логиновское сельское поселение[d], Павлоградский район[d], Омск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2015 (75 йәш) |
Балалары | Нерознак, Всеволод Владимирович[d] |
Һөнәр төрө | лингвист, йәмғиәт эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Эш урыны |
Институт языкознания РАН[d] Военный институт Министерства обороны СССР[d] Мәскәү дәүләт лингвистика университеты |
Уҡыу йорто | филологический факультет СПбГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Десницкая, Агния Васильевна[d] |
Кемдә уҡыған | Иосиф Моисеевич Тронский[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Петрович Нерознак 1963 йылдың 17 ноябрендә Омск өлкәһе Божедаровка ауылында тыуған. Атаһы Пётр Нерознак теле-радио тапшырыуҙар алып барыусы. Владимир Пётрович 1963 йылда тамамлай бүлексәһе албан А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының .филология факультетын тамамлай.[2]
1966—1970 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһы тел ғилеме Институтының Ленинград бүлексәһендә ғилми хеҙмәткәрҙәр булып эшләй. 1970—1985 йылдан СССР фәндәр Академияһының тел ғилеме Институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, аҙаҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1978 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1]. 1985—1987 йылдарҙа — ғилми секретарь, 1987—1993 йылдарҙа СССР фәндәр Акдемиһының әҙәбиәт һәм тел бүлегендә — академик-секретарҙың ғилми эште ойоштороу буйынса урынбаҫары[1].
1992—1995 йылдарҙа — директоры, 1995 йылдан — Рәсәй халыҡтары телдәре Институтында директор урынбаҫары[1].
Бер үк ваҡытта 1982—1991 йыддарҙа СССР оборона министрлығының Хәрби институтында герман телдәре кафедраһы прфессоры. 1991—2006 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт лингвистиа университетында тел теорияһы кафедраһы мөдире һәм профессоры.[3] 1994 йылдан — академик.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Дуҫлыҡ Ордены (2000) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[4].
- Рәсәй дәүләт премияһы «Лингвистик энциклопедик һүҙлек» өсөн (1995).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре ().
Ижтимағи эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1986 йылдан Совет мәҙәниәте фонды идараһы ағзаһы.
1991-1994 йылдарҙа — ошо фонд идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары (алмаштыра Георг Мясников). Мәҙәниәт фонды эргәһендә Топонимика буйынса Совет булдыра[1].
1992—2004 йылдарҙа Рәсәй тел яратыусылар йәмғиәте рәйесе.
«Рәсәй фәндәр Академияһы Тел һәм әҙәбиәт серияһы».журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
«Русская речь» һәм «Наше наследие» журналдарның мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, «Москвичка» гәзитенең мөхәрририәт советы ағзаһы.
РФА-ның тел ғилеме институты мәғлүмәте буйынса, Нерознак «Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа рус ҡалаларыны урамдарының иҫке исемдәрен кире ҡайтарыуҙа ҙур роль уйнай»[1].
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Палеобалканские языки. — М., 1978.
- Названия древнерусских городов / Отв. ред. акад. Д. С. Лихачёв. — М.: Наука, 1983. — 208 с. — 28 000 экз.
- Молчанов А. А., Нерознак В. Н., Шарыпкин С. Я. Памятники древнейшей греческой письменности. Введение в микенологию. — М: Наука, 1988. ISBN 5-02-010895-2
- Горбаневский М. В., Нерознак В. Н. Советский «новояз» на географической карте: о штампах и стереотипах речевого мышления. — М.: Знание, 1991. — 64 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 В. П. Нерознак (1939—2015) . Институт языкознания РАН (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 11 ноябрь 2015.
- ↑ В. П. Нерознак (1939—2015) . Институт языкознания РАН (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 11 ноябрь 2015.
- ↑ В. П. Нерознак (1939—2015) . Институт языкознания РАН (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 11 ноябрь 2015.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 августа 2000 года № 1517 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 19 август 2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Виноградов В. А., Г. К. Красухин НЕРОЗНАК ВЛАДИМИР ПЕТРОВИЧ (1939—2015) // Рәсәй фәндәр академияһы . Тел һәм әҙәбиәте серияһы, 2016, 75 том, № 2, с. 79-80