Нересхайм аббатлығы


Изге Ульрих һәм Афра Нересхайм аббатлығы (нем. Abtei Neresheim, St. Ulrich und Afra) — бенедикт монастыры. Был монастырьБаден-Вюртембергтың Нересхайм ҡалаһы территорияһында урынлашҡан. Ул Роттенбург-Штутгарт епархияһы ҡарамағында торған. Аббатлыҡ шулай уҡ Бойрон конгрегацияһы ағзаһы. Монастырға 1095 йылда граф Диллинген I Хартман һәм уның ҡатыны Адельхейд нигеҙ һалған. Монастырҙың иҫ китмәле, «шаҡ ҡатырғыс» (нем. erschütternd) күркәм барокко сиркәүе һуңғы барокко дәүерендә төҙөлгән иң мөһим ҡаралтыларҙың береһе була.

Нересхайм аббатлығы
Нигеҙләү датаһы 1095[1]
Рәсем
Монашеский орден бенедиктинцы[d]
Нигеҙләүсе Хартман I фон Диллинген[d]
Дәүләт Германия[2]
Административ-территориаль берәмек Нересхайм[d][2] һәм Нересхайм[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы зарегистрированное общество в Германии[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Нересхайм[d], Германия
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1802[1]
Рәсми сайт abtei-neresheim.de
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Neresheim abbey[d]
Карта
 Нересхайм аббатлығы Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә

Аббатлыҡтың тарихы

үҙгәртергә

Августинский Изге Ульрих һәм Афра августиндар сиркәүенә нигеҙҙе граф Хартман I фон Диллинген һәм уның ҡатыны Адельхейд Ульрихсберг тауында 1095 йылда һала. бенедикт аббатлыҡ үҙгәртелә. 1106 йылда ул бенедикт аббатлығы тип үҙгәртелә. Был аббатлыҡ Хирзау реформаларын яҡлап сыға (ҡарағыҙ: Хирзау аббатлығы). Тәүге бенедикт монахтары Нересхаймдағы монастырға Петерсхаузен һәм Цвифальтенмонастырҙарынан күсеп килә. XIII быуат уртаһына тиклем Изге Ульрих һәм Афра монастырҙары айырым булған: бында ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ общиналары була.

Фон Диллинген ырыуы юҡҡа сыҡҡас, 1258 йылда монастырға дәғүә итеүсе граф Эттинген һәм Аусбург епискобы араһында монастырь статусы тураһында йөҙ йыллыҡ бәхәс башлана. Ул саҡта Нересхайм аббатлығына ете ауыл һәм төбәктең 71 бинаһы, шул иҫәптән ун мәхәллә ҡарай. Һуғыштар барышында һәм янғындан монастырь күп тапҡыр емерелә. XVI быуат аҙағында аббалыҡтың кем ҡарамағындалығы тураһындағы бәхәс яңынан ҡуба — был Эттинген-Валлерштейн кенәзлегенең дәғүәләре менән бәйле була. Мюнхен ҡалаһында империя комиссияһы 1583 йылда конфликттың аралашсыһы булып сығыш яһай. 1739 йылда ике яҡ та яңынан бәхәскә инә: был юлы урындағы ағасты һатыу тураһында бәхәс алып барыла. Ике тиҫтә йылдар буйына барған судтар һөҙөмтәһендә, ниһайәт, улар конфликтты көйләй. 1764 йылда аббатлыҡ Изге Рим империяһы рейхстагының тауыш хоҡуғына эйә була (ҡарағыҙ: Империя ҡатламдары), әммә аббат бик аҙ ғына территолрияла донъяуи идаралыҡ итә ала.

 
2016 йылда Нересхайм аббатлығы

1802 йылда, Бавариялағы секулярлаштырыу барышында, аббатлыҡ таратыла һәм ул Турн-и-Таксис кенәздәр милкенә әүерелә. 1806 йылда — Бавария милкенә күсә; 1810 йылда ул тулыһынса Вюртемберг короллегенә ҡарай. XХ быуат аҙағында, 1993 йылда, монастырь ҡиммәттәренә Бавария ирекле дәүләте хужа була, сөнки ул Турн-и- Таксис кенәздәре ырыуы вәкилдәренән монастырҙы һатып ала.

2009 йылдың октябре аҙағынан алып монастырь бинаһында был аббатлыҡ территорияһының тарихын күрһәтеүсе музей ойошторола.

 
Аббатлыҡ сиркәүе (көнбайыш фасад)

1747 −1792 йылдарҙа архитектор Бальтазар Иоганн Нейман проекты буйынса иҫке сиркәү урынында яңы барокко бинаһы төҙөлә. Уның оҙонлоғо — 83 һәм киңлеге — 35 метр була. Ҡорам Мартин Кноллер яһаған фрескалар менән биҙәлгән. Төҙөлөш менән туранан-тура идара итеүҙе Неймандың уҡыусыһы Леонард Шталь тормошҡа ашыра. 1750 йылдың 4 июлендә тәүге нигеҙ ташы һалына. Нейман үлгәндән һуң, 1753 йылдың 19 авгусында Нейман үлгәндән һуң, уның вариҫы Иоганн Баптист Видеманн Нейман проекты буйынса сиркәү төҙөүҙе дауам итергә уйлай, ләкин пландар үҙгәртелә. Сиркәү көмбәҙе яңынан проектлана. Немец тарихсыһы һәм сәнғәт белгесе Георг Дехио фекеренсә, Нересхайм аббатлығының сиркәүе «Европа барокко архитектураһының иң шәп өлгөһө» була; Европалағы бик һирәк биналар ғына был ҡоролма менән ярыша ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1965 йылда был бинаның торошо хәүеф уята: стенаһында ярыҡтар барлыҡҡа килә һәм көмбәҙе аҫҡа һәленеп төшә башлай. 1969—1975 йылдарҙа сиркәү тулыһынса тергеҙелә.

Нересхайм сиркәүендәге орган 1794—1797 йылдарҙа Оттобойрен общинаһынан музыка ҡоралдары яһаусы Иоганн Непомук Хольжей тарафынан эшләнә. Эш барышында оҫта Вайнгарттағы Изге Мартин базиликаһының органын өлгө итеп күҙ алдында тотҡан һәм органды уға оҡшатып яһаған. 1979 йылда монастырь органы Цюрихтың «Kuhn Orgelbau AG» компанияһы белгестәре тарафынан тергеҙелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Wolfgang Zimmermann (Hg.), Nicole Priesching (Hg.): Württembergisches Klosterbuch: Klöster, Stifte ден von und Gegenwart Anfängen die in Ordensgemeinschaften bis, 2003, 531—538 S..
  • 900 Neresheim Jahre Benediktinerabtei. 1995 Aalen.

Һылтанмалар

үҙгәртергә