Немкова Татьяна Ивановна

Немкова Татьяна Ивановна (22 ноябрь 1937 йыл, Үҙән ауылы, Белорет районы БАССР — 9 март 2012, Белорет ҡалаһы) — Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехы эшсеһе; Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Немкова Татьяна Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы, Үҙән
Вафат булған көнө 9 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Белорет
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Даны ордены

Етенсе саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1967—1971).

Немкова Татьяна Ивановна Белорет ҡалаһында йәшәй.

Хеҙмәт биографияһыҮҙгәртергә

Белеме — урта.

1956 йылдың июлендә Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехында эшләй башлай. 1981 йылда 25-се профессиональ-техник училищеға производствоға өйрәтеү мастеры итеп күсерелә. Комбинатта Т. И. Немкова металлокорд етештереүҙе үҙләштерә, тағатылмаусы арҡан, ышаныслыраҡ ныҡлыҡ биргән 0,18 һәм 0,27 мм диаметрлы сымдан металлокорд етештереү технологияларын үҙләштереүҙә ҡатнаша.

1992 йылда хаҡлы ялға сыға.

Белорет ҡалаһы муниципаль архивында, шәхси сығышлы фондта, Т. И. Немкованың шәхси архивынан документтар һаҡлана. Шәхси сығышлы фондта һаҡланған 14 берәмектә, Т. И. Немкованан тыш, Социалистик Хеҙмәт Геройы С. Х. Мөхәмәтдинованың, тыуған яҡты өйрәнеүсе А. И. Дмитриевтың, металлургия комбинатының элекке директорҙары В. М. Овчаренко һәм П. П. Осетровтың, тарих фәндәре кандидаты Л. Г. Борозинецтың, ҡаланың Почетлы гражданы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ф. К. Сөләймәнованың документтары һаҡлана[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

Биш йыллыҡ пландарҙы һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә өлгәшкән юғары производство ҡаҙаныштары, предприятиела күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Т. И. Немкова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), I (1986), II (1981), III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. «Белорецкий рабочий» >> Архив. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2016. 19 май 2013 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 4. Л-О. 2008. − 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә