Некрасов Алексей Дмитриевич
Некрасов Алексей Дмитриевич (24 март 1874 йыл — 22 август 1960 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-зоологы, эмбриолог, фән тарихсыһы һәм тәржемәсе.
Некрасов Алексей Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Патронимы йәки матронимы | Дмитриевич[d] |
Тыуған көнө | 12 (24) март 1874[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[2][1] |
Вафат булған көнө | 22 август 1960[2][1] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[2] |
Хәләл ефете | Лидия Ивановна Некрасова[d][3] |
Балалары | Анна Алексеевна Некрасова[d] һәм Екатерина Алексеевна Некрасова[d] |
Һөнәр төрө | историк науки, зоолог, эмбриолог, тәржемәсе |
Эш урыны |
Мәскәү император университеты[d] Пётр ауыл хужалығы академияһы[3] Московские высшие женские курсы[d] Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты[3] |
Уҡыу йорто | Мәскәү император университеты[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәлексей Дмитриевич Некрасов 1874 йылдың 24 мартында Мәскәүҙә уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1894 йылда ул урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай һәм шул уҡ йылда Мәскәү университетының физика һәм математика факультетының тәбиғәт белеме бүлегенә уҡырға инә. Университетта уҡыған беренсе көндәренән үк ул С. А. Зернов етәкселегендә гидробиология буйынса интенсив тикшеренеүҙәргә ҡушыла. Беренсе тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен 1899 йылда баҫтыра. Университетта уҡыған мәлдә ул студенттар ойошмаһының демократик ҡанатына ҡушыла. Ул революцион көрәштә актив ҡатнашмаһа ла, батша йәшерен полицияһы тарафынан 1896 йылда студенттар сыуалышында ҡатнашҡан өсөн ҡулға алына һәм ике ай самаһы төрмәлә яңғыҙ камерала ултыра.
1900 йылда ул Мәскәү университетын тамамлай һәм фәнни эшсәнлеккә әҙерләнеү өсөн кафедрала ҡалдырыла, шунан һуң 1904 йылда сит илдәргә бер нисә ҡыҫҡа ваҡытлы сәйәхәттәр яһай. Бер ни тиклем ваҡыт Мәскәү ауыл хужалығы институтында академик Н. М. Кулагиндың ассистенты, һуңынан Юғары ҡатын-кыҙҙар курстары лекторы һәм профессоры булып эшләй.
1905 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡытыусы булып ҡайта. 1919 йылда профессор вазифаһына билдәләнә. Алексей Дмитриевич 1928 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында эшләй. 1922 йылда А. D. Некрасов Тимирязев исемендәге Биология ғилми-тикшеренеү институтының мөхбир ағзаһы итеп һайлана һәм академик С. Г. Навашин етәкселегендә эшләй.
1928 йылда ул Түбәнге Новгородҡа күсеп килә, унан һуң Түбәнге Новгород университетының зоология кафедраһы мөдире була..Алексей Дмитриевич шулай уҡ СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә Неаполдә, Сен-Ва (Нормандия), Виллафранкта һәм Севастополдә сөсө һыу һәм диңгеҙ биостанцияларында эшләй. 1934 йылда Түбәнге Новгород дәүләт университеты (бер аҙҙан — ГорьДУ) ҡарамағындағы Пустынск биостанцияһын ойоштора һәм етәкләй. 1950 йылдарҙа сәләмәтлеге насарайыу һәм хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, Алексей Некрасов Мәскәүгә ҡайтырға ҡарар итә.
Некрасов Алексей 1960 йылдың 22 авгусында Мәскәүҙә вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Лидия Ивановна Яковлева (Иловайская, Некрасова; 1879—1942). Ул тәржемәсе булып эшләй, һигеҙ телде белә һәм эшенең табигате буйынса сит ил кешеләре менән осрашырға мәжбүр була. 1937 йылда ул ялған ғәйеп менән репрессиялана: Англия һәм Америка өсөн шпионлыҡ итеү. Ул Түбәнге Колым лагерында вафат була. 1958 йылда реабилитациялана[4].
- Ҡыҙы — театр режиссеры һәм уҡытыусы Анна Алексеевна Некрасова (1913—2003), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
- Ейәнсәре — актриса, театр режиссеры Алла Борисовна Покровская (1937—2019), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- Ейәне — музыкант Александр Борисович Покровский (1944 йылда тыуған), пианист, Мәскәү консерваторияһы концертмейстеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәФәнни һәм ижтимағи эше, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн, 1944 йылда уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм 1946 йылда «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы бирелә.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәТөп фәнни хеҙмәттәре умыртҡаһыҙ хайуандарҙың үрсеүен һәм яралғы үҫешен, эволюцион доктрина һәм эмбриология тарихын өйрәнеүгә арналған.
- 1957 — Чарльз Дарвиндың фәнни биографияһы авторы.
- Чарльз Дарвиндың «Очерки теории естественного отбора» хеҙмәтен урыҫ теленә тәржемә иткән.
Һайланған фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Некрасов А. Д. Половой отбор и вторичные половые признаки.— М.; Л., 1927.
- Некрасов А. Д. Оплодотворение в животном царстве.— М.; Л. : Госиздат, 1930.— 260 с.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
үҙгәртергә- Развитие биологии в СССР.— М.: Наука, 1967.— 763 с.
- Биологи. Биографический справочник.— Киев.: Наукова думка, 1984.— 816 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Мирзоян Э. Н. Памяти Алексея Дмитриевича Некрасова, In memory of Alexei Dmitrievich Nekrasov (урыҫ) // Бюллетень Московского общества испытателей природы. Отдел биологический — 1962. — Т. 67, вып. 1. — С. 136—138. — ISSN 0027-1403
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Некрасов Алексей Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Фандо Р. А. «За границу за знаниями»: Научная стажировка А.Д. Некрасова в Норвегии, “Abroad for knowledge”: A.D. Nekrasov’s scientific internship in Norway (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2024. — Т. 16, вып. 1. — С. 61—84. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24412/2076-8176-2024-1-61-84
- ↑ расо
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Алексей Некрасов Шәхестәр сайтында(недоступная ссылка) .
- Алексей Некрасов Вокабул сайтында.