Нафиҡов Марат Зәки улы

Нафиҡов Марат Зәки улы (22 февраль 1948 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2010), профессор.

Нафиҡов Марат Зәки улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Тышҡы рәсемдәр
Фотография Марата Нафикова

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Зәки улы Нафиҡов 1948 йылдың 22 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Өфөнөң 11-се урта мәктәбен көмөш миҙал менән тамамлай. Йәш сағында спорт менән шөғөлләнә, самбо көрәше буйынса Башҡортостан чемпионы була.

1971 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына (БДУ) эшкә йүнәлтмә ала, һәм әлеге көнгә тиклем шунда эшләй. Аспирантурала уҡый, 1982 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2010 йылда «Автотрактор деталдәрен электроконтакт ярҙамында иретеп металл йүгертеп тергеҙеү техник сараларын эшләү һәм технологик процестарҙы нигеҙләү» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе ала. Профессор.

2012—2015 йылдарҙа теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире вазифаһын биләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: металдарҙы иретеп йәбештереү (ямау), иретеп тоташтырыу, машиналарҙың һәм ҡорамалдарҙың туҙған деталдәрен иретеп металл йүгертеп тергеҙеү. Нафиҡов Марат Зәки улы ҡатнашлығында университетта Башҡортостан Республикаһының агросервис предприятиеләренә индерелгән технологик процестар һәм ҡулайламалар эшләнгән.

Марат Зәки улы Нафиҡов 35 уйлап табыу, 170-кә яҡын фәнни хеҙмәттәр авторы булып тора. Уның етәкселегендә университетта өс кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм яҡлана (И. И. Заһиров һәм А. А. Зәйнуллин һәм башҡалар).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

«СССР-ҙың уйлап табыусыһы» тамғаһы

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Нафиков М. З. Параметры электроконтактной наплавки Текст. / М. З. Нафиков // Технология металлов. 2005. № 7. С. 29-31.
  • Нафиков М. З. Влияние износа ролика-электрода на качество сварного соединения при электроконтактной наплавке Текст. / М. З. Нафиков, И. И. Загиров // Ремонт, модернизация, восстановление. 2006. № 5. С. 30-31.
  • Нафиков М. З. Разборные образцы для исследования электроконтактной наплавки. / М. З. Нафиков, И. И. Загаров, Р. Н. Сайфуллин // Ремонт, восстановление, модернизация. 2008. № 5. С. 41.
  • Нафиков М. З. Формирование сплошного металлопокрытия при электроконтактной наплавке валов. / М. З. Нафиков // Упрочняющие технологии и покрытия. 2006. № 9. С. 24-29.
  • Нафиков М. З. Электроконтактная наплавка эффективный способ восстановления валов. / М. З. Нафиков // Упрочняющие технологии и покрытия. 2007. № 11. С. 21-24.
  • Нафиков М. З. Защита шпоночных пазов при восстановлении изношенных валов Текст. / М. З. Нафиков, Н. С. Юдин // Механизация и электрификация сельского хозяйства. 1990. № 4. С. 52.

Һылтанмалар

үҙгәртергә