Науменков Олег Александрович

Науменков Олег Александрович (6 февраль 1948 йыл, Бухарест, Румыния28 февраль 2004 йыл, Өфө) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының сит ил тарихы кафедраһы профессоры, БДУ -ынң Яңы һәм Иң яңы тарих кафедраһы мөдире (1989—1999), XX быуат Бөйөк Британия партия-сәйәси тарихын тикшереүсе

Науменков Олег Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Бухарест, Румыния
Вафат булған көнө 28 февраль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Олег Александрович Науменков Бухареста тыуған (Румыния). 1966 йылда Ленинград дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1971 йылда университетты тамамлап, аспирантураға уҡырға инә. 1974 йылда «Современная буржуазная историография раздела Африки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай»[1]. Шул йылдарҙа уҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡыта башлай. 1989 йылда БДУ-ның Яңы һәм Иң яңы тарих кафедраһы мөдире итеп һайлана. Кафедраны 1999 йылға тиклем етәкләй. 1993 йылдан — профессор.

1992 йылда «Становление и эволюция консервативной партии Великобритании в 1846—1886 годах: внутриполитический и идеологический аспекты» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Көнсығыш илдәрҙең яңы тарихы буйынса курстар[3], XX быуатта Азияла авторитар һәм диктатор режимдары тарихы буйынса махсус курстар уҡый.

Британия клубы төбәк ойошмаһын, Британия тарихы тикшеренеүселәр ассоциацияһын етәкләй. БАССР «Белем» йәмғиәте лекторы була.

РФ юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре (2002).

БДУ-ның дәүләт идаралығы һәм тарих институтында О.А.Науменковҡа арналған «Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность» фәнни сессия уҙғарыла.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Төп ҡыҙыҡһыныу сфераһы — XIX быуаттың икенсе яртыһында Англияла сәйәси һәм партия тормошо.

Үҙ эштәрендә О А.Науменков Бөйөк Британияның Консерватив фирҡәһенең эске сәйәсәте практикаһын һәм идеологияһының формалашыуы һәм үҫеше концепцияһын әйтеп бирә. Ватан историографияһында тәүге тапҡыр консерваторҙарҙың һәм уларҙың дәғүәселәренең һайлау алды стратегияһын һәм тактикаһын анализлай, һайлау һөҙөмтәләре ҡарала, буржуазияға һәм урта ҡатламдарға иғтибарҙы һаҡлап ҡалып, төрлө социаль төркөмдәргә партияның эҙлекле рәүештә ориентацияһы күрһәтелә. Ҡарарҙар ҡабул итеү логикаһы һәм механизмы ҡарала, партия етәкселегенә баҫым төркөмдәре — абруйлы социаль- иҡтисади төркөмдәрҙең: аграрийҙарҙың (алпауыт һәм фермерҙарҙың), иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф закондары сығарыуға ҡаршы килеүселәрҙең, иҫерткес эсемлектәр менән һатыу итеүселәрҙең, карап һәм шахта хужаларының йоғонтоһо асыҡлана. Автор Консерватив фирҡә лидерҙарының идея-фәлсәфәүи ҡараштарын тикшерә, уларҙы либераль идеологтарҙың ярашлы ҡараштары менән сағыштыра. Консерватив партия үҫешенең осорҙарға бүленеше эшләнә, һәр этабы ентекләп тасуирлана[4]. Науменков консерваторҙарҙың традицион ҡиммәттәргә тоғро ҡалып, «торизмды демократлаштырыуҙы» башлау, социаль лозунгтарҙы ҡулланып, һайлаусыларға эшселәр мөхитенән тәьҫир итеү рычагтарын булдырыу, күп халыҡтың ярҙамын тәьмин итеү өсөн һығылмалылыҡ күрһәтеү һәм йәмғиәт ризаһыҙлығын дөрөҫ баһалауҙы күрһәтә. [5].

Науменков тарафынан анализланған Бөйөк Британияның эске сәйәсәтенә йоғонто яһаусы төп шәхестәр булып, Эдвард Стэнли, граф Дерби; Роберт Гаскойн-Сесил, маркиз Солсбери; Бенджамин Дизраэли тора.

Төп эштәре

үҙгәртергә
  • Буржуазная историография раздела Африки // Вопросы истории. 1972. No5. С. 188—197. (соавт. Виноградов К. Б.)
  • На службе британского колониализма (страницы политической биографии лорда солсбери) // ННИ. 1981. № 1-2. С. 125—136. (соавт. К. Б. Виноградов)
  • Борьба партий и вторая парламентская реформа 1867 г. в Англии: Текст лекции. Уфа: БГУ, 1988. 45,[1] с.
  • Из истории внутренней политики Консервативной партии Великобритании / Под ред. Я. В. Зайцева. Саратов: Изд-во Сарат. ун-та, 1989. 158,[2] с.
  • Консерваторы и метаморфозы британской экономики // Великобритания: политика, экономика, история. М., 1995. (соавт. Е. С. Хесин)
  • Очерки политической истории поздневикторианской Британии: Роберт Солсбери и его время. Уфа, 1996. 132 с.
  • Социальная политика консервативного правительства Дизраэли (1874—1876 гг.) // Очерки политической истории Великобритании. Ростов н/Д, 1996. С. 35-46.
  • Граф Дерби: у истоков концепции «Консервативного прогресса» // Викторианцы: столпы британской политики XIX века. Ростов: Ростовский гос. университет, 1996. С. 78-95.
  • Бенжамин Дизраэли: от торийского патернализма к консервативному социал-реформизму // Викторианцы: столпы британской политики XIX века. Ростов н/Д: Ростовский гос. университет, 1996. С. 96-113.
  • Из истории Консервативной партии Великобритании (1853—1865 годы): Учеб. пособие. Уфа: Башк. гос. ун-т, 1997. 139 с.
  • Из истории Консервативной партии Великобритании (1846—1852 годы): Учеб. пособие. Уфа: Башк. ун-т, 2001. 66 с.
  • Роберт Солсбери и его время: Викторианская Англия в лицах. СПб.: Нева, 2004. 364, [2] с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Науменков Олег Александрович // Новая и новейшая история. 1981. № . С. 223.
  2. Науменков Олег Александрович // Башкирский государственный университет. Исторический факультет. Уфа, 2003. С. 31.
  3. Кулбахтин Н. М. Воспоминание о друге // Modern History: партийно-политическая, духовная история и общественные движения в странах Запада и Востока. Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность: сборник научных трудов памяти О. А. Науменкова. Уфа, 2017. С. 61-62.
  4. Науменкова Е. О. Партийно-политическая борьба вокруг третьей парламентской реформы в Великобритании: 1883—1886 гг. Автореферат дисс. … канд. ист. наук. Екатеринбург, 2010. 23 с.
  5. Тухватуллин Р. Р. Идеология и практика британских консерваторов в трудах О. А. Науменкова // Modern History: партийно-политическая, духовная история и общественные движения в странах Запада и Востока. Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность: сборник научных трудов памяти О. А. Науменкова. Уфа, 2017. С. 3-9.
  • Айзенштат М. П. Науменков О. А. Роберт Солсбери и его время: Викторианская Англия в лицах. СПб.: Нева, 2004. 365 с. // Вопросы истории. 2007. № 8. С. 169—171.
  • Аракелян Г. С. «Мог составить реальную конкуренцию Бенджамину Дизраэли: отечественная историография об Эдварде Дерби» // Ретроспектива: Всемирная история глазами молодых исследователей. 2014. № 8. С. 112—127.
  • Кулбахтин Н. М. Воспоминание о друге // Modern History: партийно-политическая, духовная история и общественные движения в странах Запада и Востока. Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность: сборник научных трудов памяти О. А. Науменкова. Уфа, 2017. С. 61-62.
  • Науменков Олег Александрович // Башкирский государственный университет. Исторический факультет. Уфа, 2003. С. 31.
  • Науменков Олег Александрович // Новая и новейшая история. 1981. № . С. 223.
  • Науменкова Е. О. Партийно-политическая борьба вокруг третьей парламентской реформы в Великобритании: 1883—1886 гг. Автореферат дисс. … канд. ист. наук. Екатеринбург, 2010. 23 с.
  • Тухватуллин Р. Р. Идеология и практика британских консерваторов в трудах О. А. Науменкова // Modern History: партийно-политическая, духовная история и общественные движения в странах Запада и Востока. Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность: сборник научных трудов памяти О. А. Науменкова. Уфа, 2017. С. 3-9.
  • Эман И. Е. Науменков О. А. Роберт Солсбери и его время: Викторианская эпоха в лицах. СПб.: Нева, 2004. 367 с. // Социальные и гуманитарные науки. Отечественная и зарубежная литература. Серия 5: История. Реферативный журнал. 2006. № 3. С. 129—131.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Страница(недоступная ссылка) в Башкирской энциклопедии