Насибуллин Сәләхетдин Ғилметдин улы
Насибуллин Сәләхетдин Ғилметдин улы (рус. Насибуллин Салахутдин Гильмутдинович) — (5 февраль 1947 йыл — март 1993 йыл) — 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
үҙгәртергәСәләхетдин Ғилметдин улы Насибуллин 1947 йылдың 5 февралендә Шишмә районының Бабик ауылында донъяға килгән. Мәктәптән һуң һҡнәри-техник училищела уҡып, ташсы һөнәре алған.
Хеҙмәт юлын 1964 йылда ташсы булып башлаған, артабан ташсылар бригадиры булып эшләгән.
1975—1979 йылдарҙа сит илдә техник йәһәттән ярҙам күрһәтеү маҡсатында эш сәфәрендә булған.
1979 йылдан 1993 йылға тиклем «Башмедьстрой» тресында мастер, ташсылар бригадиры булып эшләгән.
1990 йылда Сибай ҡалаһы, 122-се Горняк һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
1993 йылдың мартында вафат булған.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 169