Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы

(Наилә Әхмәтйәнова битенән йүнәлтелде)

Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (8 июнь 1969 йыл) — ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).

Наилә Әхмәтйәнова
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова
Тыуған көнө

8 июнь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (55 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

журналистика

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Ғилми етәксеһе

Роберт Байымов

Биографияһы

үҙгәртергә

Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова (ҡыҙ фамилияһы — Иҫәнбаева) 1969 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. 1986 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.

Киң мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләү республика программаһы буйынса 3-сө курстан һуң уҡыуын дауам итер өсөн М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына ебәрелә. Бында ул ваҡытлы матбуғат кафедраһында махсуслашыу үтә.

1992 йылда университетты тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса Өфөләге «Толпар» телерадиокампанияһында диктор һәм хәбәрсе булып эшләй.

Артабан 1996—1997 йылдарҙа Сибай ҡала гәзите «Атайсал»да хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына эшкә саҡырыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Уҡытыу методикаһы һәм рус филологияһы» кафедраһында уҡытыусы булып дауам итә. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты журналистика кафедраһында доцент вазифаһын башҡара.

Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Жанровые особенности башкирского романа о современности. Уфа,2011.-102 с.
  • Роман и современность. Уфа, 2012.-100 с.
  • Особенности жанра интервью в башкирской журналистике.Уфа, 2017.-112 с.
  • Современные печатные издания Республики Башкортостан. Уфа, 2018.-114 с.
  • Печать Великой Отечественной войны: газета «Ҡыҙыл атлылар» 112-й Башкирской кавалерийской дивизии.-Уфа, 2019. -98 с

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙы (2015)
  • Башҡорт дәүләт университетының Маҡтау ҡағыҙы (2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Наилә Әхмәтйәнова әҫәрҙәре

https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/u-yshty-y-nle-yylya-ma-y/ 2021 йыл 25 апрель архивланған.