Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы

радио һәм телевидение дикторы

Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3 ғинуар 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1965 йылдан Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (78 йәш)
Тыуған урыны Тирәкле ауылы, Баҡалды ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө диктор
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы[1]
Әүҙемлек урыны БСТ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1981)

Биографияһы

үҙгәртергә

Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова 1946 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған.

Үҙҙәрендәге мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Был махсус урта уҡыу йортонда Рим Сыртланов курсы буйынса һөнәри белем ала[2].

1965 йылда йәш белгес Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында, конкурс нигеҙендә диктор булып, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Башҡортостан радиоһында «Шиғриәт минуттары», «Һеҙҙең өсөн, ветерандар», «Бөтә йөрәктән», «Ваҡыт даръяһы» әҙәби-музыкаль һ.б. тапшырыуҙарҙы алып бара.

Легендар диктор, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусы, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, фиғыл-ҡиәфәте менән бер нисә дәүер символына әйләнә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшен дауам итә. 2020 йыл аҙағында «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был туралағы Указға Рәсәй Президенты 7 декабрҙә ҡул ҡуя[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә