Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы
Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы (1 сентябрь 1946 йыл) — яҙыусы, прозаик, хеҙмәт ветераны, журналист, 1986—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан — бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәНажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова1946 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын туҡыусы булып башлай.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып, 1988 йылда диплом ала. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974 й. алып «Һәнәк», 1982 й. - «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләй. 1986—2002 йй., хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 1991 й. башлап «Ағиҙел» журналының хаттар бүлеге мөдире була.
Күбеһенсә сатира һәм юмор өлкәһендә эшләй, китаптарына ингән хикәйәләрендә автор замандашрының карикатур образдарын тыуҙыра, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен фашлай. Әҫәрҙәренең геройҙары — әҙәпһеҙлек һәм эскерле хаслыҡ менән килешергә теләмәгән үҙенсәлекле шәхестәр.
Балалар өсөн яҙылған “Исемем матур икән” хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1998 йылда әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелде.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- 1986 - «Таныш булайыҡ»
- 1991 - «Еҫле һабын»
- 1993 - «Исемем матур икән» (балалар өсөн)
- 2004 - «Яҡты хыял» (балалар өсөн)
- 1996 - «Көндәш»
- 2002 - «Тәҡдир»
- 2006 - «Йәшәп ҡалырға кәрәк»
- 2009 - «Алтын сылбыр»
- 2014 - «Һуңғы осрашыу» (әҫәрҙәр йыйынтығы)
- 2018 - «Һандуғас моңо»
- 2021 - «Ҡиммәтле кейәү»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/3283 2019 йыл 24 декабрь архивланған. - Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2021)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гәрәев Ә. Мичман улы. Өфө, 1998; Гәрәева Г. Хәҙерге проза үҙенсәлектәре. Өфө, 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 август 2021)
- [www.bashinform.ru/news/889699-vidnye-pisateli-bashkortostana-nazhiya-igizyanova-k-yubileyu-prozaika/]
- [союзписателейрб.рф/117-tvorcheskiy-vecher-nazhii-igizyanovoy.html]