Навальный Алексей Анатольевич
Навальный Алексей Анатольевич (4 июнь 1976 йыл, Бутынь, Одинцово районы, Мәскәү өлкәһе - 16 февраль 2024 йыл) — Рәсәй оппозиция лидеры[10][11][12], юрист, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙәге коррупция тураһындағы тикшеренеүҙәре менән үҙенә билдәлелек яулай. Төп оппонент итеп үҙенә ҡыҙыҡһындырған Рәсәй етәксеһе Владимир Путинды һанай[13][14]. «Коррупция менән көрәш фонды», бүлендек проекттарын берләштереүсе: «Аҡыллы тауыш биреү»[⇨], «Навальный профсоюздары»[⇨], «РосПил», «РосЖКХ»[⇨], «РосЯма», «Росвыбор»[⇨], «Добрая машина правды»-ға нигеҙ һалыусы.
Навальный Алексей Анатольевич | ||||
рус. Алексей Анатольевич Навальный | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
Дине: | православие[2] | |||
Тыуған: | 4 июнь 1976 (48 йәш) Бутынь, Одинцово районы[4][5], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР | |||
Үлгән: | 16 февраль 2024[6][7][8][…] (47 йәш) ИК-3 Харп[d], Ямал-Ненец автономиялы округы[6] | |||
Ерләнгән: | Борисовское кладбище[d][9] | |||
Атаһы: | Анатолий Иван улы Навальный | |||
Әсәһе: | Людмила Ивановна Навальная | |||
Ҡатыны: | Юлия Борисовна Навальная[1] | |||
Балалары: | Дарья Алексеевна Навальная, Захар Алексеевич Навальный[1] | |||
Партия: | Яблоко (2000–2007) Россия будущего ( 2013 йылдан; 2014 йылға тиклем — «Народный альянс», 19 май 2018 йылға тиклем — «Партия прогресса») | |||
Белеме: | Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендәге Финанс университеты Бөтә Донъя стипендиаль программаһының Йельск университеты[3] | |||
Эшмәкәрлеге: | сәйсмән | |||
Сайт: | navalny.com | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
The BOBs | |||
А. А. Навальныйҙың яҙҙырылған тауышы | |
«Эхо москвы» интервьюһынан 19 август 2013 | |
Уйнатыу буйынса ярҙам |
Ике популяр YouTube-каналдарының авторы: «Алексей Навальный» һәм «Навальный LIVE» (3,4 һәм 1,5 млн яҙылыусылар, ярашлы рәүештә)[15].
2013 йылда Мәскәү мэрын һайлауҙарында икенсе урынды биләй, 27,24 % тауыш һайлаусыларын йыйып, Сергей Собяниндан ҡалыша[16]. 2013 йылдың ноябренән «Партия прогресса» Үҙәк совет сәйәси партияһын етәкләй. 2016 йылдың декабрендә, 2018 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй президенты һайлауҙары ҡҡатнашыу ниәте тураһында белдерҙе. «Ведомости» редакция фекере буйынса, 2017 йылда сәйәсмәндәрҙән берҙән-бер ысынбарлыҡ тулы һайлау кампанияһын күрһәтеп үткәреүсе була, әммә уны 2017 йылдың 25 декабрендә Үҙәк һайлау комиссияһы теркәүҙән баш тарта, «Кировлес» суд хөкөме эштәре буйынса[17].
2010 йылдың баштарында ул бер нисә енәйәт, административ, гражданлыҡ һәм арбитражлы суд эштәрендә ғәйепләнеүсе, яуапсы һәм шаһитсы була.[⇨]. Иң резонанслы улар араһында, «„Кировлес“» һәм «„Ив Роше“» суд эштәре. 2013 йылдың июлендә «Кировлес» этәре буйынса Киров өлкә суды менән шартлы рәүештә хөкөм ителгән, 2016 йылда, Европа кеше хоҡуҡтарын яҡлау суды ҡарары буйынса, Рәсәйҙең юғары суды был ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы һәм эште яңынан ҡарауға йүнәлтте. 2017 йылдың февралендә Киров өлкә суды менән шартлы рәүештә ҡабат иркенән 5 йылға иркенән мәхрүм ителә[18][19]. «Ив Роше» эше буйынса 2014 йылдың 30 декабренән 3,5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. Ике хөкөм ҡарары ла закон көсөнә инә. 2017 йылдың 17 октябрендә ЕКХС (рус. ЕСПЧ,ингл. ECHR) ҡарары буйынса «Ив Роше» эше нигеҙһеҙ тип таныла[20]. Навальный Рәсәй властарына ҡаршы ЕКХС ла 6 дөйөм ялыуын еңеп сыға, бөтәһе 225 мең евро суммаға.
2009 йылда Навальный «йыл шәхесе» тип «Ведомости» гәзитендә таныла[21]. 2012 йылда ул «Time» журналы менән донъялағы 100 иң абруйлы кешеләр рейтингына индерелә, ә 2017 йылдың июнендә — интернетта 25 иң абруйлы кешеләре исемлегендә була. 2017 йылда «Ведомости» версияһы буйынса Йыл сәйәсмәне тип һайлана. [⇨]
Тәнҡит
үҙгәртергәБыл шәхесте уның милләтсел үткәндәре, шулай уҡ башҡа милләт кешеләре тураһында ҡырҡа белдереүҙәре өсөн тәнҡитләйҙәр. Мәҫәлән, бер постта ул урыҫ булмаған төҙөүселәрҙе "чучмектар" тип атай[22]. Артабан Навальный был терминды ҡулланыуы өсөн ғәфү үтенә.
Навальныйҙы, әгәр ул власҡа килһә, әлеге режимдың сәйәсәтен дауам итәсәге өсөн тәнҡитләйҙәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Сведения о доходах за 2012 год и об имуществе зарегистрированных кандидатов на должность Мэра Москвы, их супругов и их несовершеннолетних детей 2021 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Навальный о государственной религии . Архивировано 17 апрель 2013 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ The World Fellows - Alexey Navalny, Russia, 2010 .
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;kommersant
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 6,0 6,1 ФСИН: Алексей Навальный умер в колонии (урыҫ) — Meduza, 2024.
- ↑ Russische Justiz: Oppositioneller Nawalny in Haft gestorben (нем.)
- ↑ Putin critic Alexei Navalny dies in Arctic Circle jail (билдәһеҙ) — 2024.
- ↑ https://www.bbc.com/russian/live/news-68436089
- ↑ Russian opposition leader ill after exposure to 'undefined chemical'
- ↑ Alexei Navalny: Russian opposition leader found guilty
- ↑ Russian opposition leader Alexei Navalny freed after being arrested during protests
- ↑ Сайт президентской кампании Алексея Навального. Алексей Навальный: правда против кремлевской пропаганды. 13 ғинуар 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Кирка А.В. Социально-сетевые технологии в избирательном процессе на региональном уровне на примере предвыборной кампании А. Навального (рус.) // Вестник Университета (Государственный университет управления). — ФГБОУВПО «Государственный университет управления», 2013. — № 20. — С. 42—46. Архивировано из первоисточника 9 ғинуар 2018.
- ↑ Вера Юрченко Человек из интернета (рус.) // Новая газета. — 2018. — № 17. — С. 7—9.
- ↑ Итоги выборов в Москве (рус.), РИА Новости (9 сентябрь 2013). 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Ведомости. ЦИК отказал Навальному в участии в выборах президента (25 декабрь 2017). 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Lenta.ru, 17 февраля 2017. Защита Навального обжаловала повторный приговор по делу «Кировлеса»
- ↑ Навальный: минюст России обжаловал решение ЕСПЧ по делу «Кировлеса» // Би-би-си, 25 мая 2016
- ↑ Ведомости. ЕСПЧ присудил братьям Навальным компенсации за дело «Ив Роше» (17 октябрь 2017). 17 октябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Биография Алексея Навального (рус.), РИА Новости (18 март 2011). 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Навальный блогерҙы, башҡаларҙы "чучмектар" тип атаусыны кем популярлаштырҙы? (рус.)
- ↑ Навальный кем ул - коррупцияға ҡаршы көрәшсеме, әллә йәһүд шпионымы? - KP.RU (рус.)