Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтов

Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтов (1796—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтов
Тыуған ваҡыты

1796({{padleft:1796|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Рысай ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1811—?

Хәрби звание

зауряд-сотник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтйән Ишмөхәмәт улы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Рысай ауылында йәшәгән. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].

1811 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә башлай.

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Мөхәмәтйән Ишмөхәмәтов хеҙмәт итә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә — Гродно, 2 августта — Смоленск (Красный), 3-5 сентябрендә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алышҡа инә[4].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа, 1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].

1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[4].

1815 йылдың 5 ноябрендә зауряд-сотник званиеһын ала. 1822, 1827, 1831, 1836 һәм 1839 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатындары — Сәхибә һәм Туҡбикә; улдары — Ишбулды, Йәнмырҙа һәм Бикмөхәмәт; ҡыҙҙары — Хөсниямал һәм Хәбибъямал[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә