Мөхәммәт Ғәли Джинна

Мөхәммәт Ғәли Джинна (урду محمد علی جناح ; ингл. Muhammad Ali Jinnah) 25 декабрь 1876 — 11 сентябрь 1948) — мосолман сәйәсмәне, Пакистанда ул милли дәүләтселеккә нигеҙ һалыусы сифатында хөрмәт ителә. Британ Һиндостанын бүлеүҙе башлап ебереүсе һәм бүлеүҙә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе.

Мөхәммәт Ғәли Джинна
урду محمد علی جناح
гудж. મહમદ અલી ઝીણા
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Пакистан
 Британ Һиндостаны
Ҡушамат قائد اعظم
Тыуған көнө 1870-сы
Тыуған урыны Карачи, Британ Һиндостаны, Британия империяһы
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…]
Вафат булған урыны Карачи, Федеральная столичная территория[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Мавзолей Джинны[d]
Атаһы Джиннабхай Пунджа[d][5]
Әсәһе Миттхибай Джиннабхай[d]
Бер туғандары Фатима Джинна[d]
Хәләл ефете Emibai Jinnah[d] һәм Джинна, Марьям[d]
Балалары Dina Wadia[d]
Туған тел Гуджарат теле[6]
Һөнәр төрө адвокат, барристер, борец за свободу
Биләгән вазифаһы генерал-губернатор Пакистана[d], председатель Национальной ассамблеи Пакистана[d], President of the Constituent Assembly of Pakistan[d] һәм member of the Central Legislative Assembly[d]
Уҡыу йорто Оксфорд университеты
Линкольнс-Инн[d]
Cathedral and John Connon School[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Һиндостан милли конгресы[d], Всеиндийская мусульманская лига[d] һәм Мусульманская лига[d]
Участвовал в выборах Парламентские выборы в Индии[d]
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
Ойошма ағзаһы Фабианское общество[d]
Рәсми сайт majinnah.com.pk
 Мөхәммәт Ғәли Джинна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүге 30 йыл

үҙгәртергә

Карачи ҡалаһында (Британ Һиндостанының Бомбей президентлығында) исмаилит ғаиләһендә тыуа, һәм уға Мөхәммәтғәли Джиннәбхәй исеме ҡушыла. Атаһы гуджарат халҡына ҡараған уңышлы сауҙагәр, Гондал кенәзлегенең Панели ауылынан, ғаиләләре менән туҡыу эше менән шөғөлләнәләр. 1869 йылда Суэц каналы асылғандан һуң Карачи ҡалаһында иҡтисади үҫеш күҙәтелә, шуға ла уның ата-әсәһе 1875 йылда Карачи ҡалаһына күсеп килә. Мөхәммәтғәли икенсе бала булып тыуа, унан башҡа өс малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә ғалиәлә. Карачи ҡалаһында Джинна мәҙрәсәлә һәм христиан миссияһы янындағы мәктәптә уҡый.

1892 йылда атаһының эшлекле партнеры булған сэр Фредерик Лей Крофт Джиннаны Лондонға уның фирмаһында өйрәнсек сифатында уҡытырға ебәрергә тәҡдим итә. Әсәһе ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, Джинна ризалаша. Әммә әсәһе сит илгә киткәнгә тиклем Джиннаны Панели ауылындағы бер һылыуға өйләндерә. Егет Бөйөк Британияла сағында әсәһе лә, беренсе ҡатыны ла вафат була. Лондонда Джинна, атаһының ихтыярына ҡаршы барып, фирмала өйрәнсек булып түгел, ә Линкольнс-инн[en] уҡыу йортонда адвокат һөнәренә өйрәнеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Ошо осорҙа ул үҙенең исемен «Мөхөммөт Ғәли Джинна» тип ҡыҫҡарта. Бөйөк Британияла уҡыған сағында ул классик инглиз либерализмы идеялары менән таныша һәм Дадабхай Наороджи (Джинна Лондонға килгәндән бер аҙ ғына алдараҡ Бөйөк Британия парламентында тәүге һинд сығышлы ағза булып китә) һәм Фирузшах Мехта[en] кеүек һинд сәйәси лидерҙарын хөрмәт итә башлай. Лондонда уҡығанда Джинна ғәҙәти милли һинд кейемен Европа кейеменә алмаштыра.

Карачиға ҡайта, әммә бер аҙҙан Бомбейға күсә һәм 20 йәшендә адвокат пратикаһын башлап ебәрә, шулай итеп, ул берҙән-бер мосолман адвокаты була. 1900 йылда П. Х. Дастур ваҡытлыса Бомбей президентлығының магистраты посын ҡалдырып тора, уның урынын ваҡытлыса Джинна биләй, ә алты айлыҡ һынау ваҡытынан һуң, уға айына 1.500 рупий эш хаҡы менән шул вазифала даими нигеҙҙә ҡалырға тәҡдим итәләр. Джинна итәғәтле генә рәүештә был тәҡдимде кире ҡаға һәм көнөнә 1.500 рупий эшләргә ниәтләүен дә белдерә. «Фракция тураһындағы эше» менән ул 1907 йылда адвокат булараҡ ҙур билдәлелек яулай. Ә эш былай була: Бомбейҙағы муниципаль һайлауҙар ваҡытында европалылар фракцияһы, Фирузшах Мехтаны советҡа үткәрмәү өсөн, һиндтарҙың тауыштарын һанағанда фальсификацияға юл ҡуя. Джинна Фирузшахты яҡлау эшен башлай һәм бының менән профессиональ даирәләрҙә ихтирамға лайыҡ була. Был эштә ул еңмәй, әммә үҙенең закондарҙы яҡшы белеүен һәм логик фекерләү ҡеүәһенә эйә булыуын күрһәтә..

Сәйәси эшмәкәрлегенең башы

үҙгәртергә

1904 йылдың декабрендә Джинна, Һиндостан милли конгрессының йыл һайын үткәрелә торған 20-се йыйылышында ҡатнашып, сәйәси карьераһын башлай. 1906 йылда Аға хандың етәкселегендәге мосолман лидерҙары делегацияһы Һиндостандың яңы вице-короле лорд Минтоға, уның лояль булыуына инанып, ниндәй ҙә булһа сәйәси реформалар үткәргәндә уларҙы «ризаһыҙ индус күпселегенән» яҡлап ҡалыу гарантияһын биреүен үтенә, Джинна «Гуджарати» гәзитенә түбәндәге хатты яҙа: бер кем тарафынан да һайланмаған һәм үҙ-үҙҙәрен тәғәйенләгән лидерҙарҙың бөтә һинд мосолмандары исеменән һөйләргә хоҡуғы бармы, тигән һорауҙы ҡуя ул. Шул уҡ йылдың декабрендә шул лидерҙарҙың күптәре Даккала осраша һәм Бѳтә Һиндостан мосолман лигаһын булдыра, Джинна был юлы ла оппозицияла була. Әммә Минто Лиганы мосолман общинаһы ихтыяждары вәкиле булараҡ таныуҙан баш тарта.

Һайлауҙарҙа ҡатнашыу

үҙгәртергә

Джинна, башта уҡ мосолмандар һәм индустар өсөн айырым һайлауҙар үткәреүгә ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, империяның закондар сығарыу советында Бомбей мосолман общинаһы вәкиле булараҡ үҙенең тәүге һайланған вазифаһын алыу өсөн, 1909 йылда ул был мөмкинлектән файҙалана. Һайлауҙар барышында олораҡ һәм билдәлерәк ике мосолман лидеры, бер-береһен еңә алмай, һөҙөмтәлә советтағы урынды Джинна биләй. Минто реформалары һөҙөмтәһендә ойошторолған 60 ағзанан торған совет вице-королгә закон акттарын тәҡдим итә; рәсми пост биләгәндәр генә бының өсөн тауыш бирә ала, шуға Джинна советтың тауыш биреү хоҡуғы булмаған ағзаһы булып сыға. Әммә уға 1911 йылда бай юридик тәжрибәһен ҡулланыу мөмкинлеге тыуа, ул вакхтарҙың дәлилләү тураһындағы актын тәҡдим итеүҙә үҙ тәжрибәһен оҫта файҙалана. Ике йылдан һуң был актты Совет ҡабул итә, һәм ул вице-король тарафынан үҙ көсөнә индерелә. Шулай итеп, тауыш хоҡуғына эйә булмаған совет ағзаһы эшкәрткән тәүге акт була ул. Джинна шулай уҡ Дехрадунда Һиндостан хәрби академияһын ойошторорға ярҙам иткән комитет составына индерелә.

Мосолман лигаһы һәм Һиндостан милли конгресы

үҙгәртергә

1912 йылдың декабрь айында Джинна, ағзаһы булмаһа ла, Мосолман лигаһының йыл һайын үткәрелә торған йыйылышында ҡатнаша. Киләһе йылда ул Лига составына инә, әммә Һиндостан милли конгресы ағзаһы булып ҡала. 1913 йылдың апрелендә ул Конгресс вәкиле булараҡ рәсми даирәләр менән осрашыу өсөн индус Гокхала менән бергә Бөйөк Британияға юллана. 1914 йылда Джинна Конгресс вәкилдәренән торған икенсе бер Лондонға ебәрелгән делегацияға етәкселек итә. Әммә Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, рәсми даирәләр Һиндостандағы реформалар мәсьәләләре менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай. 1915 йылдың ғинуарында Джинна Һиндостанға ҡайта.

Гокхала һәм Мехта 1915 йылда вафат була, ә Наороджи (1917 йылда шунда вафат була) Лондонда ҡала, һөҙөмтәлә Һиндостан милли конгресының Джинна ағзаһы булған фракция көсһөҙләнә. Джинна Конгресс менән Лиганы берләштерергә тырышып ҡарай, Лигаһы рәйесе булғас, 1916 йылда Лакхунау пактына (Лакхнауского пакта[en]) ҡул ҡуйылыуына булышлыҡ итә. Был пакт төрлө провинцияларҙа йәшәгән мосолман һәм индуистарҙың вәкиллек пропорцияһын билдәләй. һуғыштан һуң һиндтарҙың сәйәси азатлыҡ алыуына өмөт итеп, һуғыш йылдарында Джинна Бөйөк Британия өсөн тырыша. Менән бергә Анни Безант һәм Тилак менән бергә Джинна 1916 йылда Бөтә Һиндостан лигаһын (Всеиндийской лиги гомруля[en]) булдырыуҙа ҡатнаша. Был Лига Һиндостанға, Канада, Австралия һәм Яңы Зеландиялағы кеүек, үҙидара талап итә.

Икенсегә өйләнеү

үҙгәртергә

1918 йылда Джинна туҡымалар магнаты Петиттың унан 24 йәшкә йәшерәк ҡыҙы Раттанбай Петитҡа икенсе тапҡыр өйләнәң. Раттанбайҙар ғаиләһе, шулай уҡ бөтәпарсиҙар общинаһы һәм ҡайһы бер мосолман лидерҙары был туйға ҡаршы булыуҙарын белдерә. Раттанбай үҙ ғаиләһенән баш тарта һәм ислам динен ҡабул итә, үҙенә «Мәрйәм Джинна» исемен ала (әммә уны бер ҡасан да ҡулланмай). Йәш ғаилә Бомбейҙа йәшәргә ҡарар итә, йыш ҡына Һиндостан һәм Европа буйлап йөрөйҙәр. 1919 йылдың 15 авгусында уларҙың Динә Вадья исемле ҡыҙҙары тыуа.

Ганди менән конфликт

үҙгәртергә

1919 йылда Империяның закондар сығарыу советы Һиндостанда ғәмәлдә булған граждандар азатлығына һуғыш ваҡыты сикләүҙәрен оҙайта, был ҡарарға ҡаршы протест белдереп, Джинна совет составынан сыға. 1919 йылдың апрелендә Джаллианвал-багхтағы ҡанлы ҡырылыш бөтә Һиндостанды тетрәтә, һәм Махатма Ганди граждандарҙы власҡа буйһонмау кампанияһын башларға саҡыра. Был тәҡдимде индуистар ғына түгел, ә хәлифәлекта хуплау хәрәкәтенә ҡараған ҡайһы бер мосолмандар ҙа хуплай. Джинна Гандиҙың тәҡдимен «сәйәси анархияға алып барған юл» тип атай, әммә һинд йәмәғәт фекере уға ҡаршы була. 1920 йылда Нагпурҙа үткән Конгресс сессияһында Ганди яҡлы делегаттар Джиннаның тауышын баҫыуға өлгәшә. Шул уҡ ҡалала үткән Лига сессияһы ла шундай уҡ резолюция ҡабул итә, Джинна был хәл иткес сессияла ҡатнашмай. Ганди сәйәсәте менән риза булмаған Джинна, бөтә постарын да ҡалдырып, отставкаға сыға, тик Лига ағзаһы ғына булып ҡала.

Артабанғы сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1920-се йылдар башында Джинна төп ваҡытын адвокат практикаһына арнай, ләкин сәйәси тормошта ҡатнашыуын дауам итә. 1923 йылдың сентябрь айында ул Бомбей мосолмандарынан Үҙәк закондар сығарыу ассамблеяһы составына һайлана. Парламентарий булараҡ, ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә: Ассамблеялағы һиндтарҙың сварадж партияһы менән хеҙмәттәшлеген яйға һала, һәм Һиндостан хөкүмәтенең ассамблея алдында яуаплы булыуын булдырыуҙы талап итә. 1925 йылда вице-король посынан киткән лорд Рединг, Джиннаның хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, уға рыцарь исемен бирегә тәҡдим итә, әммә ул баш тарта: «Мин Джинна әфәнде булыуҙы өҫтөн күрәм», — ти ул.

1927 йылда Стэнли Болдуин хөкүмәте Һиндостанға ҡарата 1919 йылғы акт нигеҙендә билдәләнгән сәйәсәтте ҡайтанан ҡарарға була. 1928 йылдың март айында Саймон кабинеты Комиссияһы (Комиссия Саймона[en]) Һиндостанға килә, уларға ҡаршы һинд лидерҙары бойкот иғлан итә, сөнки индуистар ҙа, мосолмандар ҙа Британияның комиссия составына һинд вәкилдәрен индереүҙән баш тартыуы менән килешмәй. 1927 йылдың декабре — 1928 йылдың ғинуарында булып үткән Мосолман Лигаһы сессияһында Лиганың даими президенты сифатында раҫланған Джинна: «Бөйөк Британия конституция һуғышын иғлан итте», - тип белдерә.

Джиннаның ун дүрт пункты

үҙгәртергә

1928 йылда Һиндостан эштәре буйынса дәүләт секретары лорд Бёркенхед[en] һиндтарға Һиндостандың конституцион ҡоролошо буйынса үҙ версиялары өҫтөндә эшләргә тәҡдим итә. Һиндостан милли конгресы Мотилал Неру етәкселегендә комиссия булдыра, ул һайлау округтарын географик принцип буйынса ойошторорға тәҡдим итә, һайлауҙарҙың бындай системаһы общиналарҙы үҙ-ара яҡынайтырға ярҙам итәсәк тип уйлайҙар комиссия ағзалары. Джинна властың закондар сығарыу һәм башҡарма органдарында мосолмандар өсөн квоталар бүлеүҙе талап итә, һәм ике партия араһындағы һөйләшеүҙәр туҡтап ҡала.

Лондонда

үҙгәртергә

1929 йылда Стэнли Болдуин һайлауҙарҙа еңелә, һәм Джеймс Макдональд Бөйөк Британияның яңы премьер-министры посына эйә була, ул Һиндостандың киләсәген тикшереү өсөн Лондонда Түңәрәк өҫтәл конференцияһын ойоштора; Джинна Лондонға килә һәм беренсе һәм икенсе түңәрәк өҫтәл ултырыштарында ҡатнаша. 1931 йылда уның Фатима апаһы ла Лондонға килә.

Һиндостанға ҡайтыу

үҙгәртергә

1933 йылда һинд мосолмандары Джиннаның Һиндостанға ҡайтыуын һәм Мосолман лигаһы етәксеһе булыуын талап итә башлай (Джинна шул ваҡытҡа тиклем Лиганың формаль президенты булып иҫәпләнә), ләкин Джинна йыл аҙағына тиклем быны эшләй алмауы тураһында белдерә. Шул уҡ ваҡытта уның үтенесе буйынса Лиакат Али Хан Джиннаны Һиндостанға ҡайтарыу мәсьәләһен һинд мосолман сәйәсмәндәре менән тикшерә, һәм Джинна, уларҙың тәҡдимдәрен алып, 1934 йылдың башында Һиндостанға ҡайта. 1934 йылдың октябрендә Бомбей мосолмандары Джиннаны Үҙәк закондар сығарыу ассамблеяһына үҙҙәренең вәкиле итеп һайлап ҡуя.

1937 йыл һайлауҙары

үҙгәртергә

1935 йылдағы Һиндостан хөкүмәте тураһындағы акт, Нью-Делиҙағы көсһөҙ Үҙәк хөкүмәте менән сағыштырғанда, провинцияларға ярайһы уҡ ҙур вәкәләттәр бирә. Лига тәҡдим ителгән сәйәси тормош схемаһы менән ризалаша, ләкин Конгресс 1937 йылдағы провинциаль һайлауҙарға күпкә яҡшыраҡ әҙерләнеп өлгөрә. Ә Лига халыҡтың күпселеген мосолмандар тәшкил иткән провинцияларҙа ла хатта күпселек урын алыуға өлгәшмәй. Был һайлауҙар Джиннаға ҙур йоғонто яһай: ул, конфессиаль сифат буйынса айырым тауыш биреү берләштерелгән Һиндостанда мосолмандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итер, тип ышанған була, әммә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан мосолмандар үҙ-ара берләшә алмай. Артабанғы ике йылда Джинна Лиганың абруйын нығытыу өҫтөндә эшләй, Лиганың эске структураһын Һиндостан милли конгресы структураһы кеүек итеп үҙгәртә.

Мосолмандар өсөн дәүләт

үҙгәртергә

1930 йылдар аҙағында Джинна һинд мосолмандары өсөн айырым дәүләт төҙөргә саҡырған күренекле философ Мөхәммәт Иҡбалдың идеяларына иғтибарын йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта провинцияларҙа власть башында торған индуистар мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйған хөкүмәттәр мосолман аҙсылығының ихтыяжын һәм талаптарын иҫәпкә алмауына күрһәтә, был хәл Мосолман лигаһының абруйын күтәрә һәм һинд мосолмандарының индуистарҙан айрылыуға ынтылышын көсәйтә.

Икенсе донъя һуғышы

үҙгәртергә

1939 йылдың 3 сентябрендә Бөйөк Британияның премьер-министры Невилл Чемберлен Германияға һуғыш иғлан итә. Икенсе көндө Һиндостандың вице-короле лорд Линлитгоу en (Victor Hope, 2nd Marquess of Linlithgow), Һиндостандың сәйәси лидерҙары менән кәңәшләшмәйенсә, Һиндостан был һуғышта Бөйөк Британияны хуплай, тип белдерә. Был хәбәр бөтә Һиндостанда киң протест тыуҙыра. Джинна менән осрашҡандан һуң Ганди Линлитгоу, үҙидара тураһындағы бөтә һөйләшеүҙәр һуғыштың аҙағына тиклем күсерелә,тип белдерә. 14 сентябрҙә Һиндостан Милли конгресы Һиндостанға кисекмәҫтән бойондороҡһоҙлоҡ талап итә, был талап кире ҡағылғас, һигеҙ провинцияның хөкүмәттәре 10 ноябрҙә отставкаға китә, һәм һуғыштың аҙағына тиклем губернаторҙар үҙ декреттары нигеҙендә идара итә. Джина Бөйөк Британия менән хеҙмәттәшлек итеү ниәтен күрһәтә һәм Британия уны һәм Лиганы һинд мосолмандарының хоҡуҡлы вәкиле тип таный.

Лахор резолюцияһы

үҙгәртергә

1945-1946 йылдарҙағы һайлауҙар

үҙгәртергә

1945 йылғы һайлауҙарҙа Клемент Эттли етәкселегендәге лейбористар еңеү яулай, һәм Һиндостан мәсьәләләре буйынса яңы дәүләт секретары Фредерик Петик-Лоуренс en (Frederick Pethick-Lawrence, 1st Baron Pethick-Lawrence) Һиндостандағы хәлде кисекмәҫтән тикшерә башларға бойора. Джинна хөкүмәттең алмашыныуын бер нисек тә аңлатмай һәм, Һиндостанда яңы һайлауҙар үткәрергә, тигән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә. Әлегә Лига, альянстар арҡаһында, мосолмандар күпләп йәшәгән провинцияларҙа йоғонто яһарға һәләтле булып ҡала, шуға ла Джинна үҙенең һинд мосолмандарының берҙән-бер вәкиле булыуын раҫлап ҡалырға тырыша. Лондондағы яңы етәкселәр менән кәңәшләшкәндән һуң Уэйвелл сентябрҙә Һиндостанға ҡайта; тиҙҙән бөтә Һиндостан буйынса һәм провинциялар кимәлендә һайлауҙар үткәреләсәге тураһында иғлан ителә. Британдар конституция булдырыу өсөн яуаплы органды ойоштороу һайлауҙар йомғаҡтарына бәйле буласағына ишаралай. Мосолмандар лигаһы һайлауҙар кампанияһының берҙән-бер «Пакистан!» лозунгы аҫтында алып барыласағы тураһында белдерә. 1945 йылдың декабрендә Һиндостан конституцион ассамблеяһына үткәрелгән һайлауҙарҙа Лига ассамблеяла мосолмандар өсөн бүленгән бөтә урындарҙы ла яулай; 1946 йылдың ғинуар айында уҙғарылған провинциялар һайлауҙарында Лига тауыштарҙың 75 процентын ала (1937 йылда был һан 4,4 процентҡа тигеҙ була) Шулай итеп, был мәл Джиннаның йондоҙло сәғәте була.

Һиндостан өсөн Британия планы

үҙгәртергә

1946 йылдың февралендә Британия кабинеты Һиндостанға урындағы сәйәси лидерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн махсус делегация ебәрергә ҡарар итә. Был делегация тупиктан сығыу юлын табырға тейеш. Март аҙағында улар Делиға килә, һәм майҙа британдар автономиялы провинцияларҙан торған берҙәм Һиндостан дәүләтен булдырыу планын тәҡдим итә. Оборона һәм тышҡы мөнәсәбәттәр мәсьәләләре үҙәк власть ҡарамағында ҡалырға тейеш. Провинциялар союздан тулыһынса сығыу хоҡуғына эйә була, һәм Конгресс һәм Лига вәкилдәре ҡатнашлығындағы ваҡытлы хөкүмәт төҙөү планлаштырыла. Июнь айында Джинна һәм уның эшсе кабинеты бының менән ризалаша, ләкин Конгресс һәм Лиганан нисәшәр вәкил ваҡытлы хөкүмәткә инеүе һәм мосолмандар Конгресс вәкилдәре иҫәбенә инеү-инмәүе проблемаһы килеп тыуа. Һиндостандан сығып китер алдынан Британия кабинеты вәкилдәре, эре төркөмдәрҙең береһе ҡатнашырға теләмәһә лә, улар ваҡытлы хөкүмәтте ойоштороп китәсәктәр, тип белдерә.

Тиҙҙән Конгресс вәкилдәре яңы хөкүмәт составына инә. Был мәсьәләлә Лига бик ашығып бармай, тик 1946 йылдың октябрендә генә уның вәкилдәре хөкүмәткә инә. Лига вәкилдәре хөкүмәткә инһен өсөн Джинна ҡайһы бер талаптарынан баш тарта. Яңы хөкүмәт күмәк сыуалыштар (бигерәк тә Калькутта ҡалаһында) шарттарында эш башлай. Уэйвелл хәлде ҡотҡарырға тырышып ҡарай, шуға күрә Джинна, Лиакат һәм Неру кеүек лидерҙарҙы Лондонға саҡыра. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡатнашыусылар, Һиндостандың конституцияны ҡабул итергә теләмәгән урындарында көсләп быны эшләргә ярамай, тигән һығымта яһай. Лондондан ҡайтышлай Джина менән Лиакат бер нисә көн Ҡаһирәлә тотҡарлана, унда улар панислам осрашыуҙарында ҡатнаша.

Конгресс Лондон килешеүҙәрен хуплап ҡабул итә, ә Лига — юҡ, конституцияға ҡағылышлы бәхәстәрҙә лә артабан ҡатнашмай. Джинна ваҡиғаларҙы ашыҡтырмай, ваҡыт уның файҙаһына эшләй,тип уйлай, ул бүленмәгән Пенджаб һәм Бенгалия провинцияларын Пакистанға ҡуша аласаҡ.

Британия Һиндостандан китә

үҙгәртергә

Эттлиның кабинеты британдарҙың тиҙ арала Һиндостандан китеүен теләй, шуға ла вице-король посына вариҫ эҙләү башлана. Тиҙҙән был вазифаға лорд Маунтбеттен Бирманский ҡуйыла. 1947 йылдың 20 февралендә Эттли Һиндостандың яңы вице-короле итеп Маунтбеттендың тәғәйенләнеүе тураһында иғлан итә. Маунтбеттен 1947 йылдың 24 мартында вазифаһын ҡабул итеп ала.

Джинна Маунтбеттендан британдар властан киткәнгә тиклем армияны бүлеүен талап итә. Сөнки суверенлы дәүләттең үҙ армияһы булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Маунтбеттен Джинна һәм Лиакат менән осрашҡандан һуң Эттлиға: «Мосолман лигаһы Пакистанды алмаған осраҡта һис шикһеҙ ҡоралға тотонасаҡ», — тип хәбәр итә.

Джинна — Пакистандың генерал-губернаторы

үҙгәртергә

1947 йылдың 4 июлендә Лиакат, Джиннаның ҡушыуы буйынса, Маунтбеттендың король Георг Дүртенсегә Пакистандың беренсе генерал-губернаторы посына Джиннаны тәҡдим итеүен кәңәш итә. Ә бит Маунтбеттен үҙе Һиндостандың да, Пакистандың да генерал-гүбернаторы булырға ниәтләгән була. Неру менән тығыҙ бәйләнештә булғанға күрә, Маунтбеттен индуистар яҡлы булыр, тип фекер йөрөтә Джинна. Бынан тыш генерал-губернатор тәүҙән үк бик мөһим фигура булып китә, шуға Джинна был посты бер кемгә лә бирергә йыйынмай. Рэдклиффтың комиссияһы бүлеү һыҙығын үткәреү менән шөғөлләнә, әммә халыҡ массалары бер урындан икенсе урынға күсенә башлай, айырым урындарҙа көслөк ҡулланыла башлай. Джинна, Бомбейҙағы йортон һатып, Карачи ҡалаһына күсенә. 7 августа ул Маунтбеттендең шәхси самолетында һеңлеһе һәм шәхси персоналы менән Делинан Карачиға оса. 11 августа ул Карачиҙа яңы конституцион ассаблея ултырышында рәйеслек итә һәм түбәндәге һүҙҙәр менән йыйылыусыларға мөрәжәғәт итә: «Һеҙ Пакистан дәүләтендә — ирекле: ғибәҙәтханаларға, мәсеттәргә йәки башҡа табыныу урындарына ирекле рәүештә йөрөй алаһығыҙ. Һеҙҙең ниндәй генә дингә йәки кастаға ҡарауығыҙ дәүләт өсөн бөтөнләй мөһим түгел». 14 августа Пакистандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, һәм Джина Карачилағы байрамға етәкселек итә.

17 августа Һиндостан менән Пакистан араһындағы сик һыҙығы донъя күрә, һәм халыҡ бер яҡтан икенсе яҡҡа күпләп күсенә башлай; 14,5 млн тирәһе кешегә ошондай ығы-зығы аша үтергә тура килә. Әммә 70 йәшлек Джинна, туберкулез менән ауырыуына ҡарамаҫтан, Пакистанға күсенеп килгән 8 млн кешенең һәр береһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ул, Көнбайыш Пакистанды арҡыры-буй йөрөп сығып, ярҙамдың ғәҙел бүленеүен шәхсән күҙәтә.

Джинна Лиакат һәм Абдур Раб Ништаром[en] менән бергә дәүләт милкен Һиндостан менән Пакистан араһында бүлеү Комиссияһында Пакистан вәкилдәре булараҡ ҡатнаша. Пакистан Британ Һиндостанынының дәүләт милкенең алтынан бер өлөшөн алырға тейеш була. Әммә яңы Һиндостан дәүләте элегерәк килешелгән шарттарҙы үтәргә ашыҡмай. Джодхпура, Бхопалда һәм Индаур кенәзлектәренең Пакистан составына инергә теләүенә лә яңы Һиндостан ҡаршы төшә, сөнки улар Пакистан менән сиктәш урынлашмаған. Әммә төп конфликт Кашмир өсөн хасил була: ике яңы дәүләт ҡораллы көс ҡулланыу тураһында уйлай башлай хатта.

Һиндостан 1948 йылдың ғинуарында, ниһайәт, Пакистанға элекке Британ Һиндостанының финанстарынан уға тейешле өлөшөтө түләргә ризалаша. Март айында Джинна, һаулыҡ торошо насарая барыуына ҡарамаҫтан, берҙән-бер сәфәрен Көнсығыш Пакистанға ҡыла, йыйылған 300 мең кешегә мөрәжәғәт итеп, Пакистардың рәсми теле булып урду теле иҫәпләнә, тип иғлан итә. Ә Көнсығыш Пакистанда халыҡ бенгал телендә һөйләшкән була.

Ғүмеренең һуңғы айҙары

үҙгәртергә

1948 йылдың июнь айында, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, Джинна климаты Карачи ҡарағанда һалҡыныраҡ булған Кветтаға күсенергә мәжбүр була. 1 июлдә Пакистандың дәүләт банкын асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Карачиға килә; халыҡ алдында һуңғы тапҡыр ошонда сығыш яһай ул. 6 июлдә Кветтаға ҡайта, табиптар кәңәше буйынса тау һауаһын һулау өсөн Зиарат тауына күтәрелә. Пакистан хөкүмәте уны дауалау өсөн иң яҡшы табиптарҙы ебәрә, консилиум ДЖИННАЛА туберкулез СИРЕ булыуын раҫлай һәм үпкә шешеннең башланыуын теркәй. Дауалау өсөн ул мәлдәге иң яҡшы дарыу — стрептомицин ҡалланыла, әммә ул ярҙам итмәй. 13 августа, Бойондороҡһоҙлоҡ көнө алдынан Джинна Кветтаға ҡайта.

9 сентябрҙә Джиннала пневмония сире башлана. Табиптар яҡшыраҡ медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре булған Карачиға ҡайтыуын талап итә. 11 сентябрҙә, ул Карачиға самолет менән оса, һәм унда шул уҡ көндө үҙ йортонда вафат була. Ул Карачи ҡалаһында кәшәнәгә ҡуйыла.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Мосолмандарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшкән, Пакистан Ислам республикаһына нигеҙ һалған Мөхәммәт Ғәли Джинна Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәғлимәтен эҙмә-эҙлекле күҙәткән тәҡүәле кеше булмай. Мәҫәлән, ул һаҡал үҫтермәй, алкоголле эсемлекте ҡуллана һәм сусҡа итен ашай[7][8][9].
  • Джиннаның ата-әсәһе ул тыуған мәлдә идуистар була, ата-бабалары зороастризм диненә ҡараған. Уларҙың береһе лә Пакистан һәм уның хәҙерге территорияһы менән бәйле булмай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Muhammad Ali Jinnah // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Mohammed Ali Jinnah // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Muhammad Ali Jinnah // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
  5. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. https://books.google.com/books?id=GQTABKAGaVgC&pg=PA61 (ингл.)
  7. Джинна М. А. // Федерализм: юридический словарь-справочник. 2-е издание / Под ред. А. В. Малько, А. Д. Гулякова.. — М.: Проспект, 2017. — 240 с.
  8. Владимирский А. В. Вождь угнетенных // Великий Ганди. Праведник власти. — М.: Яуза, Эксмо, 2013. — 510 с.
  9. История. Полный иллюстрированный путеводитель. От истоков цивилизации до наших дней. / Редактор-консультант Адам Харт-Дейвис. — М.: АСТ; Астрель, 2009. — С. 573. — ISBN 978-5-17-060642-9; 978-5-271-24350-9
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Quaid-i-Azam Muhammad Ali Jinnah (неопр.). Government of Pakistan Website. Архивировано 29 февраля 2012 года.