Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы
Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы һәм Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Викидатала элемент тултырылмаған |
Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы (рус. Мухаметдинов Радил Кияметдинович) (2 май 1936 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987 йылдан БАССР-ҙың дәүләт агропромы рәйесе урынбаҫары — БАССР министры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ер рефоромаһы һәм ер ресурстары комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы 1936 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1959 йылда Ҡыйғы районы «Победа» колхозында баш агроном булып башлай. 1960 йылда Ҡыйғы комсомолының райкомына секретарь итеп һайлана. 1962—1965 йылдарҙа Ҡыйғы районы М. Ғафури исемендәге колхоз рәйесе. 1965—1987 йылдарҙа Ҡыйғы райкомында икенсе секретарь, КПСС-тың Салауат, Тәтешле райкомында беренсе секретары.
1987 йылдан БАССР-ҙың дәүләт агропромы рәйесе урынбаҫары — БАССР министры. 1990 йылдан аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы министры урынбаҫары. 1991 йылдан [1] Шишмә районы, 272-се Арыҫлан һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ер рефоромаһы һәм ер ресурстары комиссияһы ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәҠарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104