Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы

(Мөхтәр Сабитов битенән йүнәлтелде)

Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (20 декабрь 1946 йыл) — журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2001—2006 йылдарҙа Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзите мөхәррире. 1992 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).

Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Ураҙбай, Этҡол ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхтәр Абдрахман улы Сабитов 1946 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Уразбай ауылында тыуған.

1988 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзитен ойоштороусы һәм 2001 йылдан 2006 йылға тиклем баҫманың мөхәррире.

Салауат ҡалаһы хакимиәтенең топономик комиссия етәксеһе, төбәктең ауылдары тарихын өйрәнеүсе[1].

1992 йылда Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен тапшырған ваҡытта Мортаза Рәхимов былай тип әйтә:

«Мөхтәр Абдрахман улы — башҡорт телендә „Салауат“ ҡала гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм ойоштороусыһы. Гәзит Салауат ҡалаһында ғына популяр түгел, уны Ишембай, Мәләүез һәм республиканың башҡа күрше райондарында ла алдыралар. Баҫманың тиражы арта, матди-техник базаһы нығый. 2004 йылда республика конкурсы „Салауат образы беҙҙең йөрәктәрҙә“ темаһына „Иң яҡшы публикация“ номинацияһында гәзит лауреат дипломына лайыҡ булды. Мөхтәр Абдрахман улы — бер нисә китап авторы, драматург, театр сәхнәһендә уның пьесалары ҙур уңыш менән бара. Салауат ҡалаһы хакимиәтенең топономик комиссия етәксеһе, төбәктең ауылдары тарихын өйрәнеүсе. Уға ҙур ҡыуаныс менән профессиональ награданы тапшырам!»[2]

Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ағзаһы[3].

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе Салауат ҡала комитетының беренсе секретары[4].

Әҙәби әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Төнгө шәүләләр» драмаһы Баймаҡ халыҡ театры (1988) һәм Ҡыйғы халыҡ театрында (1989) ҡуйыла.
  • «Көт мине, Рәйсә» романы 2009 йылда иң яҡшы китап тип таныла[5][6].

Автор үҙе былай тип һөйләй: «Был роман бик символик. Исеме үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Кемде һәм ҡайҙан көтөргә? Мин мәктәп уҡыусыларының үҙгәртеп ҡороу дәүеренән алып беҙҙең көндәргә тиклем булған проблемалары тураһында яҙҙым. Был бөтөн быуын формалашыуының ҡатмарлы осоро була. Наркомания, һаулыҡ һаҡлау, социаль адаптация проблемалары»[7] .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997).
  • Х. Ғиләжев исемендәге премия (1998).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006)
  • Икенсе «Иң яҡшы башҡорт китабы» республика конкурсының «Проза һәм шиғриәт» номинацияһында еңеүсе — «Көт мине, Рәйсә!» романы өсөн.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә