Мәсәғүт тораһы
Мәсәғүт тораһы рус. Месягутовская стоянка — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡ аҙағына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Мәсәғүт тораһы | |
Урын | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы һәм Дыуан районы |
---|
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәМәсәғүт тораһы — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы Суртанды мәҙәниәтенә ҡараған археологик ҡомартҡыһы. Мәсәғүт ауылынан төньяҡ- көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәТора майҙанында 92 м² ер ҡаҙылған.
Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттарҙың ауыҙҙары тышҡа ҡарай бер аҙ бөгөлгән, ҡом, тальк ҡушып яһалған. Йомортҡа рәүешле түңәрәк төплө һауыттар трапециялар, ромбтар, тешле штамп эҙҙәре менән биҙәлгән.
562 таш әйбер табылған:233 бысаҡ һымаҡ пластина, бысаҡтар, нуклеустар, тишкестәр, 38 ҡырғыс, ат һөйәктәре.
Табылдыҡтарҙан күренеүенсә, халыҡ малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Урал аръяғы халҡы һәм Ағиҙел мәҙәниәте вәкилдәренең үҙ-ара йоғонтоһо булыуын күрһәтә.
Мәсәғүт тораһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]..
Асыш авторы
үҙгәртергәТора 1968 йылда археолог Ю. А. Морозов[5] тарафынан асыла һәм 1969 , 1972 , 1980 йылдарҙа өйрәнелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мәсәғүт тораһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Морозов Юрий Алексеевич
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Морозов Ю. А. Энеолитические памятники Приуралья //Волго-Уральская степь и лесостепь в эпоху раннего металла. Куйбышев, 1982
- Морозов Ю. А. Материалы по каменному веку Уфимского плато //Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.