Мәсимов Кәрим Кажимкан улы

Мәсимов Кәрим Кажимкан улы[5] (ҡаҙ. Кәрім Қажымқанұлы Мәсімов, уйғ. ماسسىموف كەرىم كازىمكانوۋىچ, 15 июнь 1965 йыл) — Ҡаҙағстан дәүләт эшмәкәре, юрист. 2016 йылдың 8 сентябренән — Ҡаҙағстан Республикаһының Милли именлек комитеты рәйесе[6].

Мәсимов Кәрим Кажимкан улы
ҡаҙ. Кәрім Қажымқанұлы Мәсімов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 15 июнь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Астана, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы
Биләгән вазифаһы Ҡаҙағстан премьер-министры[d], Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры[d], Заместитель Премьер-Министра Казахстана[d], Заместитель Премьер-Министра Казахстана[d], Министр национальной экономики[d], Глава Президентской Администрации Казахстана[d], Государственный секретарь Республики Казахстан[d][1], Ҡаҙағстан премьер-министры[d] һәм Chairman of the National Security Committee of the Republic of Kazakhstan[d]
Уҡыу йорто Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты
Университет Нархоз[d]
Ухань университеты[d]
Пекинский университет языка и культуры[d]
Колумбийский университет[d]
Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университеты[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Строка принадлежности Office of the Prime Minister of Kazakhstan[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы AMANAT (Нур Отан)[d]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][3], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][4] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2016 г.[d][2]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Йөҙ ҡылдары усы[d]
 Мәсимов Кәрим Кажимкан улы Викимилектә

Ике тапҡыр Ҡаҙағстан Респуликаһы премьер-министры (2007—2012, 2014—2016 йылдар), Ҡаҙағстан президенты хакимиәте етәксеһе (2012—2014), милли именлек генерал-лейтенанты[7]

Биографияһы

үҙгәртергә

1965 йылдың 15 июнендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Целиноград ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса уйғыр. Уның атаһы Кажимкан Ҡасим улы Мәсимов төрлө идара итеү вазифаларын биләй (атап әйткәндә, Бурундай стена материалдары етештереү берекмәһе директоры, Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Баш яғыулыҡ тәьминәте начальнигы урынбаҫары[8], «Масимов сәләмәтләндереү үҙәге» директоры, бынан тыш, «Ҡаҙағстандың милли агросәнәғәт палатаһы» һәм Ҡаҙағстандың йога ассоциацияһы йәмәғәт ойошмаларында президент була[9]. Әсәһе — Элеонора Кәрим ҡыҙы Ажибекова[10].

1982 йылда Алма-Ата ҡалаһында Республика физика-математика мәктәп-интернатын тамамлай.

1985—1988 йылдарҙа Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетын (ғәрәп теле), һуңынан Т. Рыскулов исемендәге Ҡаҙаҡ иҡтисад университетын, Ҡаҙаҡ дәүләт идара итеү академияһын тамамлаған.

1988—1989 йылдарҙа Пекин тел институтында ҡытай телен өйрәнә, Ухань юридик университетында (1989—1991) һәм Колумбия университетында (АҠШ) стажировка үтә. 1998 йылда — Ҡаҙаҡ дәүләт университеты аспирантураһын, 1999 йылда Мәскәү дәүләт технология академияһы докторантураһын тамамлаған, шул уҡ йылда ул «Ҡаҙағстан Республикаһы сәнәғәтен формалаштырыу проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары (теория һәм практика)» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1991 йылда Ҡаҙағстандың Хеҙмәт министрлығы бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1992—1995 йылдарҙа Ҡытайҙа һәм Гонконгта Ҡаҙағстан коммерция структураларында эшләй. 1995—1997 йылдарҙа — «Алматы сауҙа-финанс банкы» идараһы рәйесе.

1996 йылда — «Туранбанк» идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы. 1997—2000 йылдарҙа «Ҡаҙағстандың халыҡ һаҡлыҡ банкы» идараһы рәйесе.

2000—2001 йылдарҙа Ҡаҙағстандың транспорт һәм коммуникациялар министры вазифаһын биләй. 2001—2003 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Премьер-министры урынбаҫары. 2003—2006 йылдарҙа Ҡаҙағстан Президенты ярҙамсыһы. 2006—2007 йылдарҙа Ҡаҙағстан Премьер-министры урынбаҫары (2006 йылдың апреленән октябргә тиклем бер үк ваҡытта иҡтисад һәм бюджет планлаштырыу министры була) була.

2007—2012 йылдарҙа — Ҡаҙағстандың Премьер-министры. 2012—2014 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе. 2014 йылдың 21 ғинуарынан — Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт секретары вазифаһын башҡарыусы.

2014 йылдың 2 апреленән Ҡаҙағстандың Премьер-министры[11]. 2015 йылдың 26 апрелендә ваҡытынан алда президент һайлауҙарын үткәргәндән һуң, 29 апрелдә йәнә Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры итеп тәғәйенләнә.[12]

2016 йылдың 8 сентябренән — Ҡаҙағстан Республикаһының Милли именлек комитеты рәйесе.[13]

Халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белгес, иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы. Уйғыр, ҡаҙаҡ, рус, инглиз, ҡытай һәм ғәрәп телдәрен белә.

Кәрим Мәсимов спорт менән әүҙем мауыға: тау һәм йүегреү саңғыһы, ҡаяға үрмәләү, альпинизм һәм гольф менән мауыға. Ул спорт федерацияларының почетлы ағзаһы булараҡ, Ҡаҙағстанда тай боксы йәки муай тай үҫешенә булышлыҡ итә. Кәрим Мәсимов — Ҡаҙағстан Республикаһының тай боксы федерацияһы президенты, Бөтә донъя муай тай ассоциацияһы вице-президенты (WMC), Азия муай тай федерацияһы президенты (FAMA)[14], Халыҡ-ара муай-тай федерацияһы вице-президенты (IFMA)[15], Ҡаҙағстан милли география йәмғиәтенең Попечителлек советы рәйесе[16].

Мәсимов тормош иптәше Диләрәм Азат ҡыҙы Мәсимоваға (Машурова) өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.

  • Атаһы: Кажимкан Касымович Ҡасим улы Мәсимов (1939—2019)
  • Әсәһе: Элеонора Кәрим ҡыҙы Мәсимова (Ажибекова))[17]

Почётлы исемдәре

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Курмет» ордены (2004)[19]
  • «Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе Президенты — Милләт лидеры Нурсолтан Назарбаев» ордены (2010)[20]
  • Федерация ордены (Order of Federation) (БҒӘ, 2010)[21]
  • «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығы» юбилейы миҙалы (2011)[22]
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (Белоруссия, 2015) — Евразия иҡтисади союзы тураһында килешеүҙәр әҙерләүгә, интеграция процестарын үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә, Беларусь Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн[23][24]
  • 2 дәрәжә «Барыс» ордены (2016)[25]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Karim Massimov // (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 https://data.qz.com/2016/davos-2016/data/davos-2016-clean.csv
  3. https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json
  4. https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  5. Масимов Карим Кажимканович (ПЕРСОНАЛЬНАЯ СПРАВКА)
  6. Карим Масимов назначен главой КНБ
  7. Презик РК. Очередное присвоение спецзвания (билдәһеҙ). Akorda.kz (6 май 2020).
  8. Семья Карима Масимова
  9. Скончался Кажимкан Масимов
  10. Мама премьера Казахстана К. Масимова до сих пор работает экскурсоводом в Железнодорожном музее 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  11. Указ Главы Государства 2014 йыл 6 апрель архивланған.
  12. Официальный сайт Президента Республики Казахстан — Указ «О назначении Масимова К. К. Премьер-Министром Республики Казахстан». Дата обращения: 30 апрель 2015. Архивировано из оригинала 1 май 2015 года. 2015 йыл 1 май архивланған.
  13. Указ «О назначении Масимова К. К. председателем Комитета национальной безопасности Республики Казахстан и Правительстве Республики Казахстан» 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
  14. Prime Minister of Kazakhstan re-elected as Asian President: FAMA Meets in Saint Petersburg 2016 йыл 5 октябрь архивланған.
  15. HE Karim Massimov 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  16. Архивированная копия. Дата обращения: 19 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2016 года. 2016 йыл 26 декабрь архивланған.
  17. Досье :: Масимов Карим Кажимканович :: StanRadar - новости Центральной Азии
  18. Казахстанский юридический портал(недоступная ссылка)
  19. Масимов Карим Кажимканович — Премьер-министр Республики Казахстан(недоступная ссылка)
  20. Награды ко Дню независимости. Дата обращения: 16 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 26 февраль 2011 года. 2011 йыл 26 февраль архивланған.
  21. Президент ОАЭ вручил премьер-министру Казахстана орден «Order of Federation» 2016 йыл 29 март архивланған.
  22. Накануне 20-летия Независимости страны Нурсултан Назарбаев вручил государственные награды и юбилейные медали 2020 йыл 30 ғинуар архивланған.
  23. Указ Президента Республики Беларусь от 26 февраля 2015 года № 101 «О награждении»
  24. Президент Беларуси наградил орденом Дружбы народов Масимова, Дворковича, Шувалова и Шукеева 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
  25. За особые заслуги. Дата обращения: 13 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 30 август 2018 года. 2016 йыл 14 декабрь архивланған.

[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Очередное присвоение спецзвания (билдәһеҙ). Akorda.kz (6 май 2020).