Бәкәтин
Бәкәтин ырыуы (рус. Бакатин, Бикатин, Бекатин, Мякотин) — ҡатай төркөмөнә ингән башҡорт ырыуы. Тамғаһы «Т» («яғылбай»), ораны — «туҡһаба» («туҡһабалылар»), ағасы — «ҡарама», ҡошо — «яғылбай».
Ырыу уҙғанлығы
үҙгәртергәБашҡорт шәжәрәләр буйынса бәкәтин ырыуының нигеҙеүсе Иштәк (Байлар һәм Йүрмиҙең атаһы) улы Бәкәтүн булған. Бәкәтиндәр күсешкәне Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышына болғарҙарҙың әллә борон башҡорт ырыулыҡтары менән ителгән булғайны. Бер-ике быуат осоронда бәкәтиндәр менән йүрми, юрматы, байлар, үҫәргән, тамъян, бөрйән ырыулыҡтары Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында (унда ҡатайҙар бик оҙаҡ килгәненән элек) йәшәй торғайнылар. 13—14-нсе быуаттарҙа ҡатайҙар менән Пермдәге Себергә күсешкәндәр ҙә һуңынан Урал арҡаһына. 16-17-нсе быуаттарҙа бәкәтиндәр Себер Ханлығының ҡушымлығына ингәндәр. Уның бөткәндән һуң бәкәтиндәр өлөшө менән Көсөм татарҙары көнсығышҡа китеп күсешҡандәр, ә икенсе өлөшө ҡатай ырыулығына инеп 17-нсе быуаттың 30-нсы йылдарында башҡа башҡорт ырыуҙары менән Рәсәй иллегенең ҡушымлығына ингәндәр.
Бәкәтиндәр һаны ла таралыуы урынлығы
үҙгәртергә19-нсы быуат башында бәкәтиндәрҙең биш ауылдарында (Сабит ауылы, Алабуға ауылы, Һаттыҡ ауылы, Тауҙаҡ-Берҙәнеш ауылы, Норош ауылы) 867 кеше йәшәгән булған. 1859-нсы йылда бәкәтиндәр 1267 булғайны. Бәкәтиндәр йәшәгән йерҙәрендә 47 күл һаналған булған. Әле уларҙың түбәһендә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Кәҫле райондары урынлашып ята. 1957-нсе йылда булған өҙөксәлек шартламанан һуң бөтә бәкәтиндәрҙе башҡа йоғошһоҙ ерҙәргә күсергәйнеләр.
Y-тереяҙманы тикшереү
үҙгәртергәБер бәкәтин R1a тигән ырыулыҡтан булып сыға, R1a-Z280 тигән аралыҡтан (нуғайҙарҙан сығышлылыр), CTS3402 тигән тармаҡтан (Иҙел-Ҡарпатлы тармаҡ. Урыҫ-сиҙилле тармағынан 4800 йылдар самаһы айырыуынан бирле), 12-тапҡырһанлы ҡырһанлығы 13 25 16 11 11-15 12 12 10 13 11 30. Башҡа биш тикшерелгән бәкәтиндәр N1a1 (N1a1-Y24361) тигән ырыулыҡтан булып сыға. Ике лә бәкәтин O3a-M134 тигән тармаҡтан килеп сығалар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История башкирских родов: Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран
- История башкирских родов: Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран, 221-нсе бит: https://vk.com/doc-28361759_463066948
- Вконтакте тигән сайттағы бәкәтин ырыуының төркөмө: https://vk.com/club28361759
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.