Мунда (рус. Холка) — мөгөҙлө эре малдан башҡа дүрт аяҡлы хайуандарҙың ҡулбашы өҫтөндәге ҡалҡыу урын. Умыртҡа бағанаһы менән көрәксәләре араһында араһында урынлашҡан. Күп хайуандарҙың кәүҙәһенең иң юғары нөктәһе булып тора; аттар һәм эттәрҙең кәүҙә бейеклеген үлсәү өсөн стандарт урын (һыйыр малының буйы, ҡағиҙә булараҡ, янбашының өҫкө өлөшөнән үлсәнә).[1][2].

Мунда
Рәсем
 Мунда Викимилектә

Йылҡы малы

үҙгәртергә

Йылҡы малының мундаһы умыртҡаһының 3-сө һәм 11-се арҡа һөйәге араһында (аттарҙың күпселегендә 18 умыртҡа һөйәге) урынлаша. Йылҡының умыртҡа һөйәге сығынтыларының оҙонлоғо 30 сантиметрҙан ашыуыраҡҡа етеүе мөмкин.

Эттең мундаһы умыртҡалыҡтың күкрәк (арҡа) бүлегенең тәүге биш умыртҡа һөйәгенән тора. Был урын хәрәкәтләнмәй торған эттең арҡаһындағы иң бейек нөктәһе булырға тейеш[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Partridge Eric. Origins: A Short Etymological Dictionary of Modern English. — Routledge. — ISBN 9781134942176.
  2. Whither the Withers on a Horse? Kentucky Equine Research (20 ноябрь 2014).
  3. Сайт по собаководству  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2009)

Һылтанмалар

үҙгәртергә