Мулаго фонды (ингл. Mulago Foundation[2]) — Америкалағы коммерцияға ҡарамаған шәхси фонд (траст), юғары һөҙөмтәле инвестицияларҙа[3][4][5] һәм венчур филантропияһында махсуслаша («ҙур шартлау филантропияһы»[6]). Инвестициялар үҫеш кисереүсе илдәрҙә һаулыҡ һаҡлауға, фәҡирлекте бөтөрөүгә, тәбиғәтте һаҡлауға һалына (фонд фәҡирлек проблемаларын хәл итеү йүнәлешендә эшләгән ойошмаларҙы эҙләй)[7][8][9].

Mulago Foundation
Тип

траст

Нигеҙләү йылы

1993

Нигеҙләүселәр

Райнер Арнольд (ингл. Rainer Arnold) һәм Генри Арнольд (ингл. Henry Arnold)

Урыны

Сан-Франциско, Калифорния, АҠШ

Төп фигуралар

Кевин Старра (ингл. Kevin Starr;), Лаура Хаттендорф (ингл. Laura Hattendorf;)

Эшмәкәрлек өлкәһе

Инвестициялар

Милек

171 млн АҠШ доллары (2011[1])

Веб-сайт

mulagofoundation.org

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Фонд Германиянан банкирҙар ғаиләһе Арнольдтар аҡсаһына ойошторола, уларҙың мөлкәте  Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан нацист Германияһы тарафынан национализациялана, ә ғаилә ағзаларына Швейцария аша АҠШ-ҡа ҡасырға тура килә[10].

Фондты ойоштороу идеяһын педиатр, филантроп һәм сәйәхәтсе Райнер Арнольд (ингл. Rainer Arnold) ҡуҙғата. Ул ғүмерен Перу, Боливия, Уганда, Сомали, Пакистан һәм башҡа үҫеүсе илдәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға бағышлай. Ул был илдәрҙең халҡын фәҡирлектән ҡотҡарырға, балаларына белем һәм киләсәктә лайыҡлы эш бирергә хыяллана. 1993 йылда, медик студенттар менән Боливияла Анд тауҙарына сәйәхәт ваҡытында, Рейнер кинәт вафат була.

Ағаһының ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Генри Арнольд (ингл. Henry Arnold)[11] коммерцияға ҡарамаған фонд ойоштора, Райнерҙың дуҫы Кевин Старрҙы (ингл. Kevin Starr) идарасы директор итеп саҡыра.

Фондҡа исем Уганда баш ҡалаһы Кампаланың урта өлөшөндәге Мулаго (ингл.  Mulago) ҡалҡыулығы хөрмәтенә бирелә.

Мулаго фондының штаб-фатиры [ Сан-Франциско ]ҡалаһында (Калифорния, АҠШ) урынлашҡан.

Мулаго фонды инвестициялаған объекттар араһында түбәндәгеләр бар: Living Goods, Educate Girls, One Acre Fund, Proximity Designs, Root Capital, Medic Mobile, Blue Ventures, KOMAZA, Samasource, VisionSpring һ.б.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мулаго фонды юғары социаль һөҙөмтә бирә торған проекттарға ҡушылыусы иң эре социаль инвесторҙар иҫәбенә инә.

Бындай ойошмаларҙың күбеһенән айырмалы рәүештә, ул инвестициялау объекттарын теләк буйынса ғаризалар ҡабул итеү юлы менән түгел, ә үҙе эҙләп таба.

Фонд етәксеһе Кевин Старр социаль предприятиеларҙың килемле булыу мөмкинлегенә ышанмай, быны раҫлап, бик күп дәлилдәр килтерә, шунлыҡтан устав капиталына заемдар һәм вкладтар ғына түгел, гранттар рәүешендә лә инвестициялар һалырға әҙер[12]. Фонд сәйәсәтен ул ошолай тип һүрәтләй: «Килем алыу (for-profit) маҡсатын ҡуяһығыҙмы һеҙ, әллә коммерцияға ҡарамаған эшмәкәрлекме (not-for-profit), нисек кенә булмаһын, һеҙҙең эшмәкәрлек бик ҙур социаль һөҙөмтәгә өлгәшергә тейеш (impact). <…> Минең эшем — һөҙөмтә һатып алыу. Мин хәйриә иғәнәһе итеп биргән һәр доллар <социаль> һөҙөмтә (bang) бирһен»[13].

Мулаго фонды белдереүенсә, талап ителгән социаль һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн фонд, күпме кәрәк, шунса инвестицияларға һәләтле[14]. 2010—2011 йылдар мәғлүмәттәре буйынса, Мулаго фондының 171 миллион АҠШ доллары күләмендә үҙ активтары бар[1].

Ойошмалар менән эшләгәндә Мулаго фонды алынаһы һөҙөмтәне баһалау өсөн биш аҙым ҡуллана[15]:

  • Эшмәкәрлектең һәм һуңғы һөҙөмтәнең (шул иҫәптән һөҙөмтә төбәлгән төркөмдөң дә) реаль маҡсаты.
  • Өлгәшелгәнде баһалау өсөн дөрөҫ индикатор һайлау.
  • Үҙгәрештәрҙе күрһтәтеү һәм уларҙың һайланған ысулдар менән тормошҡа ашырылырн иҫбатлау.
  • Аныҡ һандар менән үҙгәрештәргә һәм һөҙөмтәгә һалынған көстө күрһәтеү.
  • Проект хаҡын, шулай уҡ сығымдар менән алынған һөҙөмтәнең реаль нисбәтен билдәләү.

GiveWell Мулаго фондын юғары социаль һөҙөмтәләргә өлгәшеү йәһәтенән Билл һәм Мелинда Гейтстар фонды һәм Сколл фонды менән бер рәткә ҡуйҙы[16][17].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Allen Grossman, Sarah Allpeby, Caitlin Reimers.
  2. В некоторых источниках: Arnhold and Mulago Foundations.
  3. Stefanos Zenios, Lyn Denend, Amy Lockwood, Stacey McCutcheon.
  4. Stefanos Zenios, Lyn Denend, Amy Lockwood, Stacey McCutcheon.
  5. Stefanos Zenios, Lyn Denend, Amy Lockwood, Stacey McCutcheon.
  6. Who We Are (ингл.). Big Bang Philanthropy. Дата обращения: 26 май 2015.
  7. MULAGO FOUNDATION (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 26 май 2015.
  8. Laura Hattendorf. The Trouble With Impact Investing: P2 (ингл.). Stanford Social Innovation Review. Дата обращения: 26 май 2015.
  9. Half-Baked: Why We Need To Rethink Social Enterprise Accelerator Programs (ингл.). Forbes. Дата обращения: 26 май 2015.
  10. WENDY MOONAN.
  11. Executive Profile Henry Helmut Arnhold (англ.
  12. Kevin Starr.
  13. Jessie Scanlon.
  14. См.
  15. The Mulago Foundation: How We Think About Impact (ингл.). The Tactical Philanthropy. Дата обращения: 26 май 2015.
  16. Holden Karnofsky.
  17. Process: international aid charities — 2012 version (англ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә