Мостовая Анна Карповна

Мостовая Анна Карповна (20 октябрь 1925 йыл, Чернигов округы, Украина ССР-ы — 11 ноябрь 2018 йыл, Владивосток) — Владивосток мебель фабрикаһы биҙәүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Мостовая Анна Карповна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Сребнянский район[d], Чернигов өлкәһе
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Владивосток, Рәсәй
Һөнәр төрө эшсе, профсоюз эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Анна Карповна Мостовая Украинала тыуған, хәҙер — Чернигов өлкәһенең Сребное районы. Бала сағында ғаиләһе менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа күсеп килә, унда мәктәпте һәм ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Приморье крайының Чернигов районы «Большевик» колхозында ветеринар фельдшеры булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында юл эшсеһе булып эшләй, тимер юлда йөрөп юл ҡараусы була. 1946—1950 йылдарҙа ғаиләһе менән бергә Яҡут АССР-ында йәшәй.

1950 йылдан Владивосток ағас эшкәртеү комбинатында (һуңыраҡ — Владивосток мебель фабрикаһы) биҙәүсе булып эшләй. Производство алдынғыһы була, планын даими арттырып үтәй. 1966 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 8 ғинуарындағы Указы менән, «1973 йылдың пландарын һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен үтәүҙәге һәм арттырып үтәүҙәге уңыштары өсөн» Мостова Анна Карповнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Һуңынан эшкәртеү цехында полировкалаусылар бригадиры булып эшләй, ә 1975 йылдан — производствоға өйрәтеү инструкторы. 1988 йылда хаҡлы ялға сыға.

Первореченский район, Владивосток ҡала һәм Приморье крайы Советтарына депутат булып һайлана. Профсоюздарҙа, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советында, предприятиеның партия комитетында әүҙем йәмәғәт эштәре алып бара, фабриканың остаздар советы рәйесе була.

2018 йылдың 11 ноябрендә Владивосток ҡалаһында 94-се йәшендә вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә