Мораҡ (Ғафури районы)
Мораҡ (рус. Мраково) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 634 кеше[1]. Почта индексы — 453074, ОКАТО коды — 80221825001. ИФНС коды — 0268.
Ауыл | |
Мораҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 634 | 329 | 305 | 51,9 | 48,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәҒафури районындағы Мораҡ ауылына нигеҙҙе Юрматы улусының Ҡармыш түбәһенән аҫаба башҡорттар һала. 1795 йылда үткәрелгән рәүиз материалдарында ауылда төрлө милләт кешеһе йәшәүе теркәлә. 15 ихатала 77 аҫаба башҡорт, 10 ихатала типтәр булып киткән 53 ерһеҙ башҡорт, 3 ихатала 14 типтәр, 5 ихатала Түбәнге Мәҫәле ауылынан сыҡҡан 32 мәжүси сыуаш йәшәй. Бөтә типтәрҙәр ҙә 1773 һәм 1803 йылдарҙа килеп төпләнә[2]. .
1816 йылғы рәүиздә 16 башҡорт ихатаһында 102 башҡорттоң йәшәүе яҙып ҡуйыла. Башҡорт ғәскәрендә вазифа биләгән кешеләр: 51 йәшлек йорт йөҙ башы Әбделкәрим Мәүлекәйев (ике ҡатынынан тыуған балалар: Әбделвәли (15 йәш), Һибәтулла (4 йәш), Рәхмәтулла (12 йәш) һәм Ғисмәтулла); 35 йәшлек йорт йөҙ башы Әбдрәхим Мәүлекәйев (улдары: Ниғмәтулла (18 йәш) һәм Кәлимулла (1 йәш); 38 йәшлек старшина ярҙамсыһы Шәмсетдин Мәүлекәйев (улдары: Хисаметдин һәм Зәйнетдин - 16, 8 йәштәләр;). 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда күп ҡатын алып йәшәгән ир-аттың байтаҡ булыуы билдәләнә[2].
1834 йылғы рәүиздә ауылда 77 типтәр ир-егет теркәлә, уларҙың 20-һе ерһеҙ, ярлы һәм өйләнмәгән була. Ошо уҡ рәүиз документтарында ауылда 112 башҡоорт йәшәүе тураһында мәғлүмәт бар, уларҙың 8-е керҙәштәр (припущенниктар) була.Сыуаштарҙың һаны 176-ға етә. 1870 —1890 йылдар араһында Мораҡ тигән ике ауыл булып сыға. 1-се Мораҡта 150 ихатала 376 ир-егет һәм 335 ҡатын ҡыҙ, ә 1806 йылда 172 ихатала 488 ир-егет һәм 467 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ауылда күбеһенсә башҡорттар йәшәй, әммә типтәрҙәр ҙә була, ә ерһеҙ башҡорттпар "татар" тип атала. Шулай итеп, типтәр атамаһы милләт күрһәткесе түгел, ә социаль категория булыуы асыҡ күренә, йәғни аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар һәм башҡа халыҡтар вәкилдәре лә булыуы ихтимал[2].
2-се Мораҡта сыуаштар һәм "татарҙар" йәшәй. 1920 йылда ауылда ике бакалея кибете һәм икмәк һаҡлай торған кибет була. Ҡаҙнанан финансланған сыуаш мәктәбе эшләй. Хәҙерге ваҡытта ауыл берәү генә, һәм унда башҡорттар һәм "татарҙар" йәшәй[2].
Ауылдың урамдары
үҙгәртергә- Яҙ (урамы) (рус. Весенняя ( улица ))
- Йылға (урамы) (рус. Заречная ( улица ))
- Ҡамышлы (урамы) (рус. Камышлинская ( улица ))
- Кооператив ( урамы ) (рус. Кооперативная ( улица ))
- Йәштәр Молодежная ( урамы ) (рус. Молодкжная ( улица ))
- Күпер ( урамы ) (рус. Мостовая ( улица ))
- Партизан ( урамы ) (рус. Партизанская ( улица ))
- Баҡса ( урамы ) (рус. Садовая ( улица ))
- Совет ( урамы ) (рус. Советская ( улица ))
- Совет ( тыҡырығы ) (рус. Советский ( тыҡырығы ))
- Ташлы ( урамы ) (рус. Ташлинская ( улица ))
- Мәктәп ( урамы ) (рус. Школьнаяая ( улица ))
- Мәктәп ( тыҡырығы ) рус. Школьный (переулок)
- Шоссе ( урамы ) (рус. Шоссейная ( улица ))
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 30 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 38 км
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 2. — С. 199-201. — 808 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.