Молчанов Николай Степанович
Николай Степанович Молчанов (13 май 1909, Новочеркасск — 29 ғинуар 1942, Ленинград) — совет журналисы һәм әҙәбиәт белгесе, махсус хәбәрсе, О. Ф. Берггольцтың икенсе ире.
Молчанов Николай Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 13 май 1909[1] |
Тыуған урыны | Новочеркасск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 ғинуар 1942[1] (32 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Пискарёв мемориаль зыяраты |
Хәләл ефете | Ольга Фёдоровна Берггольц[d] |
Һөнәр төрө | журналист, учёный-литературовед, репортёр |
Эш урыны |
Рәсәй милли китапханаһы[d] Рәсәй милли китапханаһы[d][1] |
Уҡыу йорто | филологический факультет СПбГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] (1938) |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәКазак уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1913 йылда атаһы уҡытыу эшмәкәрлеген ҡалдыра һәм ғаиләһе менән Барнаулға күсә. Бында урындағы кооператорҙар союзында эшләй. 1917 йылдың авгусында ул тимер юл һәләкәтендә һәләк була, әсәһенә башланғыс мәктәптә, һуңынан китапханала мөдир сифатында эшләп ғаиләһен аҫрарға тура килә.
1923 йылда Николай Молчанов Ярославлгә ағаһы ғаиләһенә күсә, урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1927 йылда Таганрогта туғыҙ йыллыҡ мәктәпте, 1930 йылда Ленинград дәүләт университетының матди мәҙәниәт һәм тел ғилеме факультетын тамамлай. Ленинград дәүләт университетында уҡыу ваҡытында Борисоглебскиҙа «Голос пахаря» гәзитендә, Владивостокта «Красное знамя» гәзитендә практика үтә, Ленинград радиоһында «Рабочий радиополдень» тапшырыуының махсус хәбәрсеһе була. 1930 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлай, бер нисә ай Ленинградта «Вокруг света» журналының әҙәби хеҙмәткәрҙәре булып эшләй. Артабан Алматыға китә, бында край гәзите «Советская степь» редакцияһында район матбуғаты секторы мөдире булып эшләй. Ҡаҙаҡ ССР-ына ҡатыны һәм курсташы О. Ф. Берггольц менән бергә китә. 1932 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла һәм сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Баҫмасыларға әсирлеккә эләгә, язалауҙарҙан һуң эпилепсия менән ауырый, демобилизациялана һәм Ленинградҡа ҡайта[2]. 1934 йылдың сентябрендә Дәүләт сәнғәт академияһының әҙәби бүлеге аспирантураһына уҡырға инә. 1938 йылдың мартында диссертация яҡлай. 1938—1940 йылдарҙа М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге асыҡ китапханала эшләй.
1942 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында, ҡаланы бомбаға тотҡан ваҡытта, ҡыйыҡта дежур иткәндә яралана. Тиҙҙән вафат була һәм Пискарев зыяратында ерләнә[3].
Баҫмалары
үҙгәртергә- К проблеме Пушкина в 60-е годы: Тез. к дис. канд. филол. наук. Л., 1938.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сотрудники Российской национальной библиотеки (урыҫ)
- ↑ Россинская С. В. Тайная биография Ольги Берггольц. «Август», интернет-портал. 8 августа 2020 года. «…Николая Молчанова закопали в землю по плечи, и он три дня мучился под палящим солнцем — пока на него не наткнулся конный разъезд. Его спасли, но с тех пор у Николая начались эпилептические припадки…».
- ↑ Молчанов Николай Степанович. Сотрудники РНБ — деятели науки и культуры. Биографический словарь, т. 1-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Никитин Е. Н. Какие они разные… Корней, Николай, Лидия Чуковские. Деком, 2014. ISBN 978-5-89533-311-2.
- Молчанов Николай Степанович. Сотрудники РНБ — деятели науки и культуры. Биографический словарь, т. 1-4.