Пискарёв мемориаль зыяраты
Пискарев мемориаль зыяраты — Ленинград блокадаһы ҡорбандары һәм Ленинград фронты яугирҙары күпләп ерләнгән урын, Санкт-Петербургтың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Зыяратта ҡорбандарға мемориал ҡуйылған.
Пискарёв мемориаль зыяраты | |
Нигеҙләү датаһы | 9 май 1960 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Калинин районы |
Урынлашҡан урамы | Проспект Непокорённых[d] |
Урын | Калинин районы |
В память о | Ленинград блокадаһы |
Архитектор | Левинсон, Евгений Адольфович[d] һәм Васильев Александр Викторович[d] |
Число захоронений | 186 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Калининский район (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Адрес | проспект Непокорённых, 72 |
Рәсми сайт |
museum.ru/M173 pmemorial.ru |
Указания, как добраться | проспект Непокоренных, 72 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные на Пискарёвском кладбище[d] |
Пискарёв мемориаль зыяраты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәПискарев зыяраты 1939 йыл[2] Ленинградтың төньяҡ ситендә барлыҡҡа килә һәм эргәләге Пискаревка ауылы исеме менән атала. 1941—1944 йылдарҙа күпләп ерләү урыны була. Туғандар ҡәберендә Ленинград фронты яугирҙары һәм Ленинград блокадаһы ҡорбандары ерләнә (барлығы яҡынса 470 мең самаһы кеше[3]; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 520 мең кеше — 470 мең хәрби хеҙмәткәр һәм 50 мең блокадасы[4]). Иң күп юғалтыу 1941—1942 йылдарҙың ҡышына тура килә (мәҫәлән, 1942 йылдың 15 февралендә зыяратҡа 8452 кеше килтерелә, 19 февралдә — 5569, 20 февралдә — 10043).
1945 йылдың февралендә блокада ваҡытында һәләк булған ленинградлыларға мемориал проектына конкурс үткәрелә. 1956 йылда 26 гектарҙан ашыу майҙанда архитекторҙар А. В. Васильев һәм А. Е. Левинсон проекты буйынса мемориаль комплекс төҙөлә башлай. Мемориал 1960 йылдың 9 майында, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең 15 йыллығында асыла. Мәңгелек ут Марс яланындағы уттан тоҡандырыла.
Архитектура-скульптура ансамбле үҙәгендә алты метрлыҡ «Ватан-Әсә» бронза скульптура — көрәшкән Ленинградтың тормош һәм алыш эпизодтарын тергеҙгән горельефлы иатәм стелаһы тора. Ансамбль авторҙары — архитектор А. В. Васильев, Е. А. Левинсон, скульпторҙар В. В. Исаева һәм Р. К. Таурит («Ватан-Әсә» һәм ҡабырғалағы рельефтар), М. А. Вайнман, Б. Е. Каплянский, А. Л. Малахин, М. М. Харламов (үҙәк стела горельефтары).
Пискарев мемориаль зыяратына ингән саҡта иҫтәлекле мәрмәр таҡтаға түбәндәгеләр яҙылған:
С 8 сентября 1941 года по 22 января 1944 года на город было сброшено 107158 авиабомб, выпущено 148478 снарядов, убито 16744 человек, ранено 33782, умерло от голода 641803 человек. |
Пропилеяларҙағы яҙыу авторы — шағир-фронтовик Михаил Дудин.
Пискарев зыяратына ингәндә ике павильонда ҡаланы һаҡлаусылдар һәм халыҡ ҡаһарманлығына бағышланған музей бар: унда 1941—1942 йылдарҙың ҡот осҡос ҡышында кисергән Ленинград уҡыусыһы Таня Савичеваның көндәлеге күрһәтелә.
Мәңгелек утҡа алып барыусы гранит баҫҡыстар буйлап 480 метр оҙонлоғондағы төп аллеяға барып сығаһың. Ул мөһабәт «Әсәй-Ватан» монументына алып бара. Монументтың артындағы гранит стенаға Ольга Берггольцтың түбәндәге юлдары соҡоп яҙылған:
Здесь лежат ленинградцы. Здесь горожане — мужчины, женщины, дети. |
Зыяраттың көнбайыш өлөшөндә шәхси граждандарҙың, шулай уҡ 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәләк булған яугирҙар ҡәберҙәре бар.
Зыяраттың көнсығыш сиге буйлап Хәтер аллеяһы урынлашҡан. Ленинградты һаҡлаусылар иҫтәлегенә унда Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән һәм сит илдәрҙән, шулай уҡ блокадалы Ленинградта эшләгән ойошмаларҙан иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылған.
2002 йылдың 9 майында зыярат эргәһендәге ағас ғибәҙәтхана изгеләндерелә. Ҡорам төҙөү планлаштырыла. Хәҙер буласаҡ ҡорам урынында тәре билдәһе тора[5].
Галерея
үҙгәртергә-
«Бында ленинградлылар ята...»
-
1940 йылғы хәрби ҡәберҙәр
-
Шәхси хәрби ҡәберҙәр, 1941 й.
-
Туғандар ҡәберҙәре
-
Тыныс халыҡтың туғандар ҡәберендә ерләнеүен белдереүсе иҫтәлекле таш
-
Тыныс халыҡтың туғандар ҡәберендә ерләнеүен белдереүсе иҫтәлекле таш
-
«Ленинградты һаҡлаусы костромалыларға...»
-
Музейҙағы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
-
Ингән ерҙә
-
Ғибәҙәтхана
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Пискарёвское мемориальное кладбище 2008 йыл 3 ғинуар архивланған.
- ↑ Великая Отечественная война 1941—1945: энциклопедия. / Гл. ред. М. М. Козлов. — М.: Советская энциклопедия, 1985. — 832 с.
- ↑ Пискарёвское мемориальное кладбище. Энциклопедия Санкт-Петербурга 2015 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Невское время. — СПб, 9 августа 2002. — с.3
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- И. А. Бродский. Памятник героическим защитникам Ленинграда. Пискарёвское мемориальное кладбище-музей. Изд. Художник РСФСР, 68 стр.
- Валерий Лозовский. Пискарёвское мемориальное кладбище. Изд. Дитон, 230 стр., тираж 1000 экз.
- Гусаров А.Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб: Паритет, 2010. — 400 с. — ISBN 978-5-93437-363-5.
- И. А. Бродский. Памятник героическим защитникам Ленинграда. Пискарёвское мемориальное кладбище-музей. Альбом. Изд. Художник РСФСР, 68 стр., тираж 5000 экз.
- Г. Ф. Петров Пискарёвское кладбище. Лениздат, 45 стр., (Туристу о Ленинграде)
- Г. Петров. Пискарёвское Кладбище. Лениздат, 54 стр., (Пискарёвское мемориальное кладбище (Ленинград, Р. С. Ф. С.Р)) (Туристу о Ленинграде)
- М. А. Дудин Пискарёвское мемориальное кладбище. Изд. Аурора.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Пискарёвского мемориального кладбища.
- Пискарёвское мемориальное кладбище. Галерея.
- Страница на сайте музеев России
- Список бойцов 14-го отдельного штрафного батальона Ленинградского фронта, захороненных на Пискарёвском мемориальном кладбище.
- Энциклопедия Санкт-Петербурга 2014 йыл 22 февраль архивланған.