Можайск кенәзлеге

Можайск кенәзлеге — урыҫ удел кенәзлеге, үҙәге — Можайск ҡалаһы, Рюриковичтар династияһының бер тармағы хакимлыҡ итә. XIII быуат уртаһында барлыҡҡа килә. 1493 йылда бөтөрөлә[1].

Можайск кенәзлеге
 
 
1277 йылдан һуң түгел — 1493
Баш ҡала

Можайск

Телдәр

урыҫ

Дин

Православие

Халҡы

көнсығыш славяндар, балттар, голядтар

Идара итеү формаһы

Монархия

Династия

Рюриковичтар:
Смоленск кенәздәреМәскәү кенәздәреМожайск кенәздәре

Крупнейшие города

Можайск, Медынь, Калуга, Белоозеро

Тарихы
 • 12771303

Смоленск кенәздәре

 • 13031389

Мәскәү кенәздәре

 • 13891454

Можайск кенәздәре

 • 14541493

Мәскәү кенәздәре

Преемственность

← Смоленск кенәзлеге ← Белозерск кенәзлеге

Бөйөк Мәскәү кенәзлеге → Верея кенәзлеге →

Боронғо осор

үҙгәртергә

Можайск ере Протва һәм Мәскәү йылғалары үнҙәрендә урынлаша. XI быуатта, славяндар килер алдынан, был ерҙәрҙә балт һәм фин ҡәбиләләре йәшәй. Славяндар менән улар ҡәбиләләр конгломератын ойоштора, улар вятичтар булғандыр, тип фаразлана, улар аша кенәз Бористан алып Владимир Мономахҡа тиклем барып йөрөргә ҡурҡҡандар. Улар ҡала тигән нәмәне белмәгәндәр, ҡәлғәләр төҙөмәгәндәр. Урман улар өсөн йорт та, ҡәлғәлә булған[2]. Ошо тирәлә, Протва йылғаһы районында, голядь исемле ҡәбилә көн күргән.

Яҡынса 1087 һәм 1113 йылдар араһында Смоленск кенәзе буласаҡ Можайск урынында беренсе кенәз йортон төҙөй[2].

Был территория тураһынжа йылъяҙмала тәүге тапҡыр 1146 йылда, Святослав Ольгович походы барышында, әйтелә. Әлеге походтан һуң Протва буйындағы ерҙәр 2 быуат дауамына башта Чернигов, һуңынан Рязань кенәзлегенә эәләгә. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта үрге Мәскәү йылғаһында Смоленск Искон зыяраты барлыҡҡа килә.

Мәскәү кенәздәре, был территорияның мөһимлеген аңлап, Мәскәү йылғаһы үрҙәрендә нығынып ҡалырға тырыша.

Смоленск кенәзлеге

үҙгәртергә

1277 йыл тирәһе Смоленск кенәзлегенән бүленеп сыҡҡан ҙур булмаған кенәзлек. Смоленск кенәзе Мстислав Давыдовичтың ейәне, кенәз Федор Ростиславич Черный идаралығына бирелә.

Мәскәү кенәзлеге

үҙгәртергә

1303 йылда кенәзлекте Мәскәү кенәзе Юрий Данилович баҫып ала, ул осорҙа Можайскиҙа кенәз Святослав Глебович идара итә, уны әсирлеккә алып, мәскәүгә оҙаталар. 1322 йылға тиклем удел менән Юрий Даниловичтың ҡустыһы Афанасий Данилович хакимлыҡ итә, ә Юрий вафат булғас, Иван Калита улустары иҫәбенә инә. Калитаның улы Симеон Гордый осоронда 1941 йылдың 1 октябрендә Витебск кенәзе Ольгерд Литва яугирҙары менән Можайскиға һөжүм итә, әммә уңышһыҙ. 1352 йылда ҡалала ваба ауырыуы ҡотора[3].

Симеондың вафатынан һуң Можайск уның өсөнсө ҡатыны Мария Александровнаға (Тверь кенәздәре нәҫеленән) күсә, ысынында ҡала менән Василий Михайлович Кашинский идара итә. Марияның ҡайнағаһы, Иван II Иванович, биләмәне 1359 йылда үҙенең улы Дмитрий Донскойға мираҫ итеп ҡалдыра. 1354 йылда, Дмитрий Донской хакимлыҡ иткән саҡта, ҡала ваба ауырыуынан бөтөнләй кешеһеҙ ҡала. 1372 йылда Можайскиҙа Дмитрийҙың ышаныслы кешеһе Федор Михайлович (Тверь кенәздәренән) идара итә, ул Бөйөк Мәскәү кенәзенә кенәз Михаил Александрович Тверской менән бөйөк кенәзлек өсөн көрәшендә теләктәшлек күрһәтә[3].

1380 йылда Куликов яланындағы алышта һәләк булғандар араһында тарих 60 Можайск баярын телгә ала. 1382 йылда Мамай өсөн кенә тотҡан Туҡиамыш Можайскиҙы ҡыйрата[3].

Андрей Дмитриевич

үҙгәртергә

Дмитрий Донской 1389 йылда Можайскиҙы улы Андрейға мираҫ итеп ҡалдыра, ошо ваҡыттан бойондороҡһоҙ удел кенәз Можайскийҙар нәҫеле башлана. Яңы Можайск кенәзе ул ваҡытта 7 йәшлек кенә бала була, 15 йәштән ул йәмғиәт өлкәһенә аяҡ баҫа. Дмитрий Донскойҙың яҙма васыятынан (Духовная грамота) беҙ тәүге тапҡыр Можайск кенәзлегесоставы тураһында хәбәрҙар булабыҙ. Можайскиҙың үҙенән тыш, Можайск ерҙәренә Искона, Поротва, Тушков, Верея, Калуга, Товарков, Медынь, Белозерск һәм башҡа территориялар инә.

1397 йылда новгородсылар Можайск Белоозероһын талайҙар һәм Андрей бер йыл Бөйөк Новгородта йәшәй, унда ул ошо ҡала һәм Мәскәү араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлай. 1408 йылда ул хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә булған Лужецкий монастырға ҡала ҡәлғә булараҡ нигеҙ һала. 1410 йылда темник Иҙеүкәй Можайскиҙың верей улустарын туҙҙыра, әммә ҡаланың үҙен теймәй. 1411 йылда үҙенең кесе туғанын, Бөйөк мәскәү кенәзенең ҡыҙын, Константинополгә оҙата. 1413 йылда Можайск ҡалаһы янында Колоцкий монастырына нигеҙ һала. был ҡәлғә Смоленск юлын һаҡлап торған нығытма була. Кенәз Андрей Можайск ҡалаһының һәм кенәзлектең ҡеүәтен үҫтереүгә бик күп көс һала. 1432 йылда, кенәз Андрейҙың ғүмере ахырында, элек өсөнсө урында торған удел беренсе урынға күсә. Уның хакимлығы осоронда 1419 йылдан алып 1422 йылға тиклем Можайск улустарында бик ҡаты аслыҡ хөкөм һөрә, кешеләр «меңләп үҙ өйҙәрендә һәм юлдарҙа үләләр». 1427 йылда Можайск ҡалаһына ваба ауырыуы килеп етә һәм бик күп кешенең башына етә[3].

Кенәз Андрей үҙенең көмөш тәңкәһен һуҡтыра. 16 өлөшлө — 1426 йылғы, 15 өлөшлө — 1427 йылғы, 14 өлөшлө — 1428 йылғы һәм 13 өлөшлө 1432 йылғы тәңкәләр билдәле. Әлеге тәңкәләрҙә «кенәз мисәте» һәм «кенәз» тигән яҙыуҙар бар[3].

Вафаты алдынан кенәз Андрей 1423 йылда үҙенең биләмәһен ике кенәзлеккә — Калуга менән Можайск һәм Верея менән Белоозеро — бүлә. Беренсе уделын ул өлкән улы Иванға тапшыра, ә икенсеһен — кесе улы Михаилға[3]. Ошо ваҡыттан алып Верея кенәзлеге улустары Можайск кенәзлеге тарихына индерелмәй.

Иван Андреевич

үҙгәртергә
 
Иван Андреевич үҙенең баяры А. Д. Мамонды ҡатыны менән бергә яндыра
(рәссам Николай Симаков)

Тәүге йылдарҙа Иван Андреевич, атаһынан өлгө алып, үҙенең тәңкәһен һуҡтыра, әммә уны тәңкәһе атаһыныҡынан еңелерәк була. 1432—1434 йылдарҙағы 11, 12 өлөшлө, хатта 10 өлөшлө тәңкәләр билдәле. Иван бик болалы осорҙа кенәзлек итә — илдә сәйәси тормош тотороҡһоҙ була, удел кенәздәренең үҙ-ара ызғыштары мәскәү кенәзлеген ҡаҡшата. Баштан уҡ Мәскәүгә ант биргән Иван 1434 йылда үҙенең туғаны, Звенигород-Галиция кенәзе Юрий Дмитриевич яғына күсә. Юрий Дмитриевич Василий II Ҡараңғы ярышташы / соперник Василий II менән бергә бөйөк кенәзлек тәхетенә дәғүә итә.Һуңынан Иван Андреевич бер нисә тапҡыр Юрийҙың улы Дмитрий шемяка менән берлектә Мәскәү дәүлете хакимлығын үҙ ҡулдарына алырға маташа[3].

1444 йылда Иван Можайскиҙа үҙенең баяры Андрей дмитриевич Мамонды ҡатыны менән бергә яндырыу аша язалап үлтерә. Һуңғараҡ Мамондың улы Иван III-ҙың иң яҡын кәңәшсеһе вазифаһында була. 1445 йылда литва кенәзе Казимир Ягайлови Иван Андреевич ҡалала булмаған саҡта үҙенең ғәскәрен Можайскиға юллай. Можайск, Верея һәм Боровка кенәзлектәре үҙҙәренең һаны буйынса бик бәләкәй көстәрен йыйып, литваларҙы Суходрева йылғаһы янындағы алышта туҡтатҡанғанға тиклем, литвалар юл ыңғайы биш ҡаланы яулап өлгөрәләр[3].

1446 йылдың 12 февралендә Можайский һәм Шемяка Мәскәүгә һөжүм яһайҙар, бөйөк кенәзлек ҡаҙнаһын һәм архивтарҙы талайҙар. 13 февраль көнө иртәнсәк Шемяка ҡушыуы буйынса Иван бөйөк Мәскәү кенәзе Василий II әсирлеккә ала. Бер аҙҙан Шемяка Иван менән бергә Василий Василильевичты һуҡырайталар. Василий II Шемяканың ағаһын һуҡырайтҡанға яуап итеп һәм татарҙарға теләктәшлек күрһәткән өсөн язалана. Юҡҡа ғына Василийҙың ҡушаматы Ҡараңғы/Темный булмай. Бынан һуң Василийҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығаралар. Һигеҙ йылдан һуң, 1454 йылда, Василий II ҡМожайскиға һөжүм итә һәм уны Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә ҡушып ала. Иван Андреевич Василий килгәнгә тиклем үк үҙенең ҡайныһына, Литваға, ҡаса, унда ул Чернигов, Стародуб, Гомель һәм Любичь биләмәләрен ала. Һуңынан уның улы Симеон (Семен) Литва кенәзенең дини эҙәрлекләүҙәре арҡаһында 1499 йылда ҡабаттан Мәскәү подданныйлығына күсә[3].

Кенәзлектең һуңғы йылдары

үҙгәртергә

1462 йылда Ҡаранғы Можайск ҡалаһын Серпухов һәм Дмитров менән бергә үҙенең улы Кесе Юрий Владимировичҡа мираҫ итеп ҡалдыра. Уның вафатынан һуң Можайск, васыят буйынса, Бөйөк Мәскәү кенәзе Иван III-гә күсә. 1481 йылда, айырым килешеү буйынса, Иван III Можайскиҙы үҙенең ағаһы Андрей Васильевич Большой Углицкий Горяйға тапшыра, ә уны 1493 йылда төрмәгә ултыртыу һәм вафаты алдынан Можайск ҡабаттан мсәкәү ҡарамағына күсә. Шулай итеп, 1493 йылда удел бөтөрөлә[3].

Кенәзлек хакимдары

үҙгәртергә
Исеме Йылдар Тармағы
Федор Ростиславич Черный 1275-1299 Смоленск
Святослав Глебович 1299-1303 Смоленск
Афанасий Данилович 1303-1322 Мәскәү
Юрий Данилович 1322-1325 Мәскәү
Симеон Иванович Гордый ?-1353 Мәскәү
Иван I Калита ? Мәскәү
Василий Михайлович Кашинский 1353—? Тверь
Иван II Иванович ?-1359 Мәскәү
Дмитрий Донской 1359-1389 Мәскәү
Можайский Андрей Дмитриевич 1389-1432 Можайск
Можайский Иван Андреевич 1432-1454 Можайск
Василий II Темный 1454-1462 Бөйөк кенәз
Юрий Васильевич кесе- 1462-1473 Мәскәү
Иван III Васильевич 1473-1481 Бөйөк кенәз
Андрей Васильевич Большой 1481-1493 Мәскәү

Можайск кенәздәре нәҫеле

үҙгәртергә
  • Андрей Дмитриевич Можайский (1389—1432);
  • Иван Андреевич Можайский — (1432—1454);
  • Михаил Андреевич Можайский — (XV быуаттың икенсе яртыһы);
  • Семен Иванович Можайский — (XV быуаттың икенсе яртыһы — XVI быуаттың башы);
  • Василий Семенович Можайский — (XVI быуаттың башы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Можайское княжество — История Отечества(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка // Яндекс. Словари.
  2. 2,0 2,1 Кондратьев И. И. История Можайского кремля. — М: ТАУС, 2010. — 232 с. — 1000 экз.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Власьев Н.И. Можайск в его прошлом - краткий исторический очерк // Можайский уезд Московской губернии. — Можайский уездный исполнительный комитет. — Можайск: типография редакции газеты "Новый пахарь", 1925. — 493 с. — 2000 экз.
  4. Виктор Темушев. Территория и границы Московского княжества в конце XIII - первой половине XIV века. krotov.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2015.
  5. В.И. Горохов. Исторический очерк «Историческое прошлое Можайска». — Газета «По Ленинскому пути». — 1957.
  6. Петр Голубовский. История Смоленской земли до начала XV столетия. — Litres, 2016-02-16. — 412 с. — ISBN 5457100022.
  7. Коллектив авторов. Атлас Калужского наместничества, состоящего из двенадцати городов и уездов. Описания и алфавиты к Калужскому атласу. Часть 2. Медынский уезд. — СПб, 1782. — 45+633+620 с.
  8. Владимир Кучкин о России в XIII-XIV вв. www.krotov.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2015.